Эстәлеккә күсергә

Томилов Михаил Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Томилов Михаил Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кесе Ыҡтамаҡ ауылы, Мәсетле районы
Вафат булған көнө 15 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Кесе Ыҡтамаҡ ауылы, Мәсетле районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном, рәйес
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Томилов Михаил Иванович (18 ноябрь 1929 йыл — 15 июль 2008 йыл) — агроном, СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1967—2000 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), «Почёт билдәһе» (1973) ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1948) миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың почётлы гражданы.

Михаил Иванович Томилов 1929 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ямаш волосы[1] Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған.

Рәсми хеҙмәт юлын 1946 йылда колхозда тракторист булып башлай.

1958 йылдан Мәсетле районы Ленин исемендәге колхозда бригадир, партия ойошмаһы сәркәтибе (секретаре) булып эшләй.

1967 йылда Силәбеләге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (хәҙерге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Силәбе филиалы тип атала).

1967 йылда Ленин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана һәм 2000 йылда хаҡлы ялға киткәнсе шул вазифала эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9