Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнова Рима Нөғәмән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнова Рима Нөғәмән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Гусев, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы, ғилми хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Сөләймәнова Рима Нөғәмән ҡыҙы (рус. Сулейманова Рима Нугамановна; 18 ноябрь 1960 йыл) — ғалим-тарихсы. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостандың иң яңы тарихы бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Институттың Ғилми совет ағзаһы, аттестация комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетындағы Ватан тарихы буйынса диссертация советы, Башҡорт­остан Фәндәр академияһының тарих, этнография һәм археология буйынса Ғилми совет ағзаһы.[1]

Рима Сөләймәнова Нөғәмән ҡыҙы 1960 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Әбйә­лил райо­нының Гусев ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамам­лағандан һуң, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ебәрелә.

Мәскәү ҡалаһында Фәндәр академия­һының СССР тарихы институты ҡара­мағындағы аспирантураны тамамлай: 1989 йылда — кандидатлыҡ, 2011 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Тикшеренеү эштәрен Республика ҡатын-ҡыҙҙарының 1960—1980 йылдарҙағы социаль әүҙемлеген өйрәнеүҙән башлай.[2]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: Рәсәй тарихы, Башҡортостан тарихы, сәйәси, хәрби, социаль тарих, тарихи демография, гендер тикшеренеүҙәре.

480-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы.

Уҡыусылары араһында — 6 тарих фәндәре кандидаты.

Төбәктә ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың хәрәкәте барлыҡҡа килеүенән алып совет осороноң аҙағына тиклем ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи-сәйәси тормошта ҡатнашыуы, йәмғиәттәге тотҡан урынының үҙгәрешен бөтә яҡтан яҡтыртҡан бер нисә китап һәм ғилми һәм фәнни-популяр мәҡәләләр баҫтыра, әлегә тиклем билдәле булмаған бик күп архив материалдарын өйрәнә. Тарих фәнендә аҙ өйрәнелгән «XX быуатта Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары» темаһы буйынса билдәле Рәсәй ғалимдарының береһе. Уның фәнни хеҙмәттәре ҡатын-ҡыҙҙар тарихын өйрәнгән гендер тикшеренеү­селәр араһында илебеҙҙә һәм унан ситтә киң билдәле. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң яңы тарихына бағышланған төрлө ғилми форумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның ғилми етәксе­легендә донъя күргән XX быуатта Башҡортостан тарихына арналған китаптарҙа төбәктәге демография мәсьәләләре фәндә беренселәрҙән булып яҡтыртыла.[3]

2000 йылдан уға институтта бүлеккә етәкселек итеү вазифаһы йөкмәтелә. XX быуатта Башҡортостан тарихын яҡтыртҡан хеҙмәттәр яҙыу өсөн авторҙар коллективын туплай, ул хеҙмәттәрҙе нәшер итеүгә өлгәшә. Уның редакция­һында һәм ғилми етәкселегендә «Башҡортостан тарихы. 1917—1990 йылдарҙа» ике томда (2004—2005), «XX быуатта Башҡортостанда башҡорт­тар: тарихи очерктар» (2009), ете томлыҡ "Башҡорт халҡының тарихы"ның VI томы (2011) нәшер ителә.

Ғалим республи­каның совет осоронда ижтимағи-сәйәси үҫешен, демогра­фия­һын, йәмәғәт һәм милли хәрәкәте, сәйәси партиялар тарихын асыуға күп көс һала. Шулай уҡ тарихта айырым шәхестәрҙең ролен яҡтыртыу юҫығында эштәр башҡара. Ошо йүнәлештә «Башҡортостан XX быуатта. Тарихи портреттар» тип аталған фәнни мәҡәләләр йыйынтыҡ­тарының биш баҫмаһы нәшер ителә. Был йыйынтыҡтарҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған билдәле партия, дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо яҡтыртыла.

Уның етәкселегендә республика тарихының актуаль проблемаларына арналған тиҫтәнән ашыу документ һәм материалдар йыйынтығы баҫыла:[1]

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР милли сәйәсәтенең төбәк үҙенсәлектәре. Башҡорт АССР-ы»;

«Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар (1941—1985)»;

«1920 йылдарҙа Көньяҡ Уралда балаларҙың ҡарауһыҙлығы»;

«1945 — 1964 йылдарҙа СССР-ҙа халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре мәсьәләһе: Башҡортостан АССР-ы миҫалында»;

«Һуғыш балалары. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР сәйәсәтендә балалар. Башҡортостан АССР-ы миҫалында»;

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты» һәм башҡалар.

Һуңғы ике тиҫтә йылда Рима Нөғәмән ҡыҙы ғилми етәкселегендә, ун бишләгән монография, егерменән ашыу документ һәм материалдар, ғилми мәҡәләләр йыйынтыҡтары баҫыла, төрлө Рәсәй фондтарының гранттары һәм программалары буйынса эштәр башҡарыла.[3]

Рима Сөләймәнова шулай уҡ ғилми кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә алты аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған фән эшмәкәре»(2007),

Рәсәй Фәндәр академия­һының, Өфө ғилми үҙәгенең, Өфө ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары


  1. 1,0 1,1 Сулейманова Рима Нугамановна, Институт истории языка и литературы Уфимского федерального исследовательского центра РАН.
  2. К юбилею Сулеймановой Р.Н. Дата обращения: 13 февраль 2024.
  3. 3,0 3,1 Шамил Иҫәнғолов. Тарих эҙҙәрен барлап. "Башҡортостан" гәзите (26 ғинуар 2016). Дата обращения: 13 февраль 2024.