Эстәлеккә күсергә

Ғәниев Ревмир Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ревмир Ғәли улы Ғәниев
Тыуған көнө

18 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Ҡабыҡҡыуыш ауылы

Вафат көнө

7 май 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Башҡортостан тарихы

Эшләгән урыны

СССР ФА БФ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Ғәниев Ревмир Ғәли улы (18 ноябрь 1929 йыл7 май 2007 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1961), профессор (1982). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).

Ғәниев Ревмир Ғәли улы 1929 йылдың 18 ноябрендә Башҡортостан АССР-ы Бәләбәй кантоны Аҙнағол улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған[1].

1954 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1954—1956 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Өлкә партия мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[1].

1956—1976 йылдарҙа өҙөклөк менән СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй[1]:

  • 1956 йылда һәм 1959—1962 йылдарҙа — кесе ғилми хеҙмәткәр;
  • 1967—1976 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр, Өфө ҡалаһы тарихы секторы мөдире.

1962—1967 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыта, КПСС тарихы кафедраһы мөдире була.

1976—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, бер үк ваҡытта 1997 йылға тиклем тарих кафедраһы мөдире була.

2007 йылдың 7 майында Өфө ҡалаһында вафат булған.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы тарихына, Көньяҡ Уралда совет власын урынлаштырыу тарихына, Өфө ҡалаһы тарихына арналған. 160-ҡа яҡын фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы.

  • Советы Башкирии в 1919—1920 годах (по материалам Уфимской губернии). — Уфа, 1961.
  • Очерки по истории Башкирской АССР. В 2 т. Т.2. — Уфа, 1966. (авторҙаш)
  • Очерки истории Башкирской организации КПСС. — Уфа, 1973. (авторҙаш)
  • История Уфы: краткий очерк. — Уфа, 1981. (авторҙаш)
  1. 1,0 1,1 1,2 Хусаинова Г. Т. Ганеев Ревмир Галеевич. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 223. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.