19 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
19 декабрь | |
![]() |
19 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 353-сө көнө (кәбисә йылында 354-се). Йыл тамамланыуға 12 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Ярлыларға ярҙам итеү көнө.
Рәсәй: Хәрби контрразведка подразделениелары көнө.
Украина: Адвокатура көнө.
Рәсми булмаған
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1918: Рәсәй Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы частарында Махсус бүлектәр (хәрби контрразведка) булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1965: Шарль де Голль Франция президенты итеп һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бик (Бикмурзин) Анатолий Иванович (1915—19.12.1980), Мари Республикаһы яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Бөрөбаш ауылынан.
- Чебыкин Николай Степанович (1925—20.02.2010), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1966 йылдарҙа Мәсетле районының К. Е. Ворошилов һәм В. И. Ленин исемендәге колхоздар рәйесе, 1967—1973 йылдарҙа «Ҡарағай» шифахана-профилакторийы директоры, 1973—1983 йылдарҙа колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы рәйесе. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы (1940), ғалим-тел белгесе. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2011 йылдарҙа дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел белеме кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйретдинова Наилә Миңлеғәли ҡыҙы (1960), малсылыҡ тармағы ветераны. 1977—1979 йылдарҙа Мәсетле районының «Комсомолец» колхозы һауынсыһы, 1980—2006 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхоздың сусҡа ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Туҡбай ауылынан.
- Тойғонов Марсель Марат улы (1970), ғалим-микробиолог. 2003 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһының Фән һәм технологиялар департаменты директорының фән буйынса урынбаҫары, 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында, 2008 йылдан бүлек мөдире; 2009—2010 йылдарҙа «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры, бер үк ваҡытта 1998 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан микробиология, вирусология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Никитин Николай Моисеевич (1926—14.10.2008), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзим Аллаяров (1912—24.12.1993), партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуcы.
- Антошкин Николай Тимофеевич (1942—17.01.2021), СССР һәм Рәсәйҙең хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1-се класлы хәрби осоусы, отставкалағы авиация генерал-полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы. Хәрби фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Михайловский Николай Константинович (1903—19.01.1965), инженер‑геолог. 1945—1953 йылдарҙа «Туймазанефть» тресының геология бүлеге начальнигы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Спиров районының Матвеево ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Болотов Николай Андреевич (1899—22.08.1964), хор дирижёры, педагог. 1930—1940 йылдарҙа һәм 1955 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1940—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сергеев районы Үрге Орлянка ауылынан.
- Халамушкин Николай Степанович (1914—28.01.1997), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1964 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе секретары, Балаҡатай колхоз-совхоз производство идаралығының партком секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Софиевка ауылынан.
- Безносов Николай Никитьевич (1924—7.11.2001), спортсы, тренер. 1962 йылдан Өфөнөң трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, 1970—1980 йылдарҙа Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры. Велосипед спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961), саңғы икебәйгеһе буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Гальянский Починок ауылынан.
- Черных Николай Андреевич (1924—30.10.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкы пулемётсыһы. Гвардия кесе лейтенанты (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ҡасимов Салауат Фитрат улы (1934—21.11.2018), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
- Тяптин Виталий Михайлович (1939—2.09.1994), алдынғы төҙөүсе. 1964 йылдан «Башуралэнергострой» тресының комплекслы бригада бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864: Адольф Зандбергер, Германия композиторы.
- 1906: Леонид Ильич Брежнев, СССР-ҙың дәүләт, сәйәси һәм партия етәксеһе.
- 1915: Эдит Пиаф, Франция йырсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1741: Витус Беринг, Рәсәй империяһының диңгеҙҙә йөҙөүсеһе.
- 1851: Джозеф Мэллорд Уильям Тёрнер, Англия рәссамы.
- 1860: Константин Сергеевич Аксаков, Рәсәй империяһы филологы, шағир.
- 1915: Алоис Альцгеймер, Германия неврологы.
- 1953: Роберт Эндрюс Милликен, Америка физигы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]