Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы
Тыуған көнө 19 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Мораҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Венера Латыповна Ибраһимов (9 декабрь 1940, Мораҡ ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй башҡорт ғалимы, тел белгесе, филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почётлы хеҙмәткәре (2000). Рус, башҡорт һәм поляк телдәренең ҡылым семантикаһы буйынса эштәре, полонистика һәм лингвистиканың актуаль проблемалары менән билдәле[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң ошо уҡ университетта эшләй башлай[2].

1994 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп уңышлы диссертация яҡлай. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма-тарихи телде өйрәнеү кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[3]. 1997 йылда профессор итеп һайлана[4].

Ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, улар рус, башҡорт һәм поляк телдеренең ҡылым семантикаһына, полонистика һәм лингвистиканың актуаль проблемаларына бағышланған. Был темалар буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа[4].

Башҡортостан Республикаһының «Польша мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге «Возрождение»» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһының фәнни, редакция-нәшриәт эше секторын етәкләй[4].

Ошо йылдар эсендә бер нисә ғилми баҫманың мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора. Кандидатлыҡ диссертацияларын, 1997 йылдан — докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса советты етәкләй. Башҡортостан Республикаһының «Яңырыу» Польша мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәген һәм Өфөлә А. П. Пенкевич исемендәге Польша милли йәкшәмбе мәктәбен асыуҙы ойоштороусы була[5].

Юғары профессионализм, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһы, Башҡорт университетының Нефтекама филиалының «Йыл уҡытыусыһы» дипломы, Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге Советы грамотаһы, славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды дипломы, Польша Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығының миҙалы менән бүләкләнә. 2011 йылда республикала «Соцветие» поляк мәҙәниәте фестивален үткәреүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын ала[4].

Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 2009 йылда Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты М. Рәхимов указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2000 йылда Венера Ибраһимоваға шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» исеме бирелә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2000),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009),
  • Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһы,
  • Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының «Йыл уҡытыусыһы» дипломы.
  • Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды дипломы,
  • Польша Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығы миҙалы.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Семантика русского глагола: лексика движения. Уфа, 1988
  • Семантика глаголов пространственной локализации в современном русском языке. Уфа, 1992


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]