Филология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Филология
Рәсем
Commons-logo.svg Филология Викимилектә

Филоло́гия (бор. грек. φιλολογία, «һүҙгә һөйөү») — телдә һәм әҙәби ижадта сағылыш тапҡан халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүсе фәндәр[1].

В. Даль һүҙлегендә «филология» (грек. һүҙгә һөйөү) — юҡҡа сыҡҡан боронғо телдәрҙе өйрәнеүсе фәне; тере телдәрҙе өйрәнеү — лингвистика. Лингвистика мотлаҡ филология даирәһенә инә тип әйтеп булмай: берҙән, лингвистика шөғөлө текстарҙы тикшереү генә түгел, икенсенән, мәсьәләнең культурологик яғына ҙур иғтибар бирмәй (тел менән мәҙәниәт бәйләнеше мөһим лингво-философик проблема булыуына ҡарамҫатан); филологияға ингән башҡа фәндәргә ҡарағанда лингвистика теүәл фәндәргә яҡыныраҡ тора. Рәсәйҙә лингвистика (шул иҫәптән дөйөм тел белеме) филология факультеттарында өйрәнелә; Көнбайыш Европала һәм Америкала филологияға боронғо телдәрҙе (классик филология) һәм урта быуат текстарын өйрәнеү инә, ә телдәрҙе, айырыуса тел теорияһын өйрәнеү айырым фән булып һанала

Предмет и задачи филологии, «Филологические записки», 1881 г.

.

Рәсәйҙә филология тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә филология — телтураһындағы фәндең сағыштырмаса йәш тармағы. «Филология» һүҙен М. В. Ломоносов бөтөнләй ҡулланмай, ләкин В. К. Тредиаковский уны былай аңлата: «…полуденного солнца яснее, что вся вообще филология … самою вещию есть токмо что элоквенция», которая «управляет, умножает, утверждает…, повсюду сияет и объединяет все науки и знания, ибо все они токмо чрез элоквенцию говорят»[2].

Телгә ҡағылышлы фәндәр Рәсәйҙә XIX быуат уртаһында ғына филология фәндәре тип йөрөтөлә башлай. Тәүҙә Санкт-Петербург университетындағы факультетҡа тарих-филология факультеты тигән атама бирелә (1850 йылға тиклем ул тарих һәм тел фәндәре факультеты тип йөрөтөлә), һуңыраҡ К. П. Зеленецкий «Введение в общую филологию» (1853) китабын яҙа. Тик был ваҡиғалар аҙ һанлы тикшеренеүселәргә генә ҡағыла, ә филологияны халыҡ араһында популярлаштырыу һәм фән ҡаҙаныштарын таратыу А. А. Хованский редакцияһында сыҡҡан «Филологические записки» журналына бәйле, 1879 йылда Варшавала «Русский филологический вестник» журналы нәшер ителә башлағансы, «Филологические записки» оҙаҡ ваҡыт ошо йүнәлештәге берҙән-бер журнал булып ҡала.

Филология тармаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Классик филология:
  2. Хәҙерге филология
  3. Востоковедение, азиатские исследования и африканистика
  4. Филология Австралии / Океании

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]