Эстәлеккә күсергә

Тел ғилеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лингвистика битенән йүнәлтелде)

Лингвистика (лат. lingua — тел), башҡ. тел белеме — тел ғилеме, телдәрҙе өйрәнеүсе фән.

Лингвистика — кешенең тәбиғи теле һәм уның айырым вәкилдәре булараҡ донъялағы бөтә телдәр тураһындағы фән. Киң мәғәнәлә лингвистика фәнни һәм ғәмәли өлөшкә бүленә. Йыш ҡына лингвистика тигәндә фәнни лингвистика ҡарала. Тамғалар тураһындағы семиотика фәненең бер өлөшө булып тора. Лингвистика менән профессиональ кимәлдә лингвист-ғалимдар шөғөлләнә.

Лингвистика өйрәнгән предмет

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лингвистика ғәмәлдәге (булған һәм киләсәктә буласаҡ) телдәрҙе генә түгел, ғөмүмән кеше телен дә өйрәнә. Лингвист телде туранан-тура күҙәтә алмай; лингвист телде телмәр факттары йәки тел күренештәре, йәғни йәнле телдә һөйләшеүселәрҙең телмәр акттары (тере телдәрҙә) йә тел материалы (үле телдәрҙәге яҙма текстар) аша өйрәнә.

Лингвистика гносеологик аспектта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лингвистика үҙ эсенә телмәр факттарын күҙәтеү, теркәү һәм тасүирлауҙы; был факттарҙы аңлатыу өсөн гипотезалар тәҡдим итеүҙе; телде тасуирлаусы теориялар һәм моделдәр рәүешендә гипотезалар формалаштырыуҙы; гипотезаларҙы эксперименттар аша тикшереү һәм кире ҡағыуҙы, һөйләм тәртибен фаразлауҙы ала. Телмәр факттары эстән (тел факттары аша) йә тыштан (физиологик, психологик, логик йә социаль факттар аша) аңлатыла ала.

Телдең кибернетик моделдәре кеше телмәренә ни тиклем оҡшаш булыуына ҡарап тикшерелә; үле телдәрҙең тергеҙелеү дөрөҫлөгө археологик ҡаҙаныуҙар барышында әленән-әле табылып торған боронғо текстарға таянып тикшерелә.

Лингвистиканың субъекты һәм объекты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гуманитар фәндәрҙең байтаҡ принципиаль сифаттарына эйә дисциплина булараҡ, лингвистика йыш ҡына танып белеү субъектын (йәғни лингвистың психикаһын) танып белеү объектынан (өйрәнелеүсе телдән) айырып ҡарамай, айырыуса лингвист үҙенең туған телен өйрәнгәндә был күренеш бик көслө. Телгә нескә интуицияһын (телгә ҡарата һиҙгерлекте) тел рефлексияһы (телгә һиҙгерлек тураһында уйланыу һәләте) менән берләштерелгән кешеләр йыш ҡына лингвист булып китә. Рефлексияға таянып тел тураһында мәғлүмәт алыу интроспекция тип атала.

Лингвистиканың бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лингвистика киң мәғәнәлә (телде танып белеү һәм был танып белеү һөҙөмтәләрен башҡа кешеләргә тапшырыу) түбәндәге бүлектәргә бүленә:теоретик лингвистика: лингвистик теориялар төҙөүҙе күҙҙә тотҡан фән;

ҡулланма лингвистика: телде өйрәнеүгә бәйле ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, шулай уҡ лингвистик теорияны башҡа өлкәләрҙә ғәмәли ҡулланыуҙа махсуслаша;

  • ғәмәли лингвистика: теоретик лингвистика нигеҙләмәләрен верификациялау һәм ҡулланма лингвистика продукттарының һөҙөмтәлелеген тикшереү маҡсаты менән лингвистик эксперименттар үткәрә торған өлкә;

эмпирик лингвистика: телмәр конструкцияларын һәм текстарҙы анализлау юлы менән материал ала.

Теоретик лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теоретик лингвистика тел ҡанундарын өйрәнә һәм уларҙы теория итеп формалаштыра. Теоретик лингвистика түбәндәгеләргә бүленә:

норматив лингвистика: нисек һөйләргә һәм нисек яҙырға өйрәтә. Барлыҡ донъя телдәренең дә уртаҡлыҡтары бар:

Дөйөм лингвистика: барлыҡ телдәрҙең дөйөм һыҙаттарын, анализлау ысулдарын һәм лингвистик төшөнсәләрҙе өйрәнә.

Айырым лингвистика: туғандаш телдәр төркөмөн йәки айырым телде өйрәнә, шулай уҡ үҙ-ара аралашҡан ике телде өйрәнә. Русистика, японистика тигән айырым бүлексәләргә, туғандаш телдәр өсөн, әйтәйек, славянистика, романистика, тюркология кеүек төркөмдәргә бүленә. Мәҙәни, географик йәки топологик яҡынлыҡ буйынса балканистика, кавказ телдәрен өйрәнеү кеүек бүлексәләр бар.

Ҡулланма лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел белеменең ҡулланма даирәһе борондан уҡ күп төрлөлөгө менән айырылып торған. Шуларҙың иң боронғолары — яҙма (графика), туған телгә һәм башҡа телдәргә өйрәтеү — лексикографика. Артабан тәржемә, дешифровка, орфография, транслитерация, терминологиялар төҙөү кеүек тармаҡтар барлыҡҡа килгән. Дәүләттең тел сәйәсәтендә ҡатнашыу — ҡулланма лингвистиканың төп йүнәлеше.

Ғәмәли лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәли лингвистика, фәнни лингвистиканан айырмалы, балаларҙы туған телгә өйрәтеү, сит телдәрҙе өйрәнеү, тәржемә эше, сит телдәрҙе уҡытыу, әҙәби мөхәррирләү, корректура, логопедия, нәфис һүҙ, терминология, тел сәйәсәте, грамотаға өйрәтеү кеүек эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. Был эшмәкәрлектең күпселеге фәнни лингвистикалағы кеүек һәләт һәм һөнәри әҙерлек талап итә. Был эшмәкәрлектең һәр береһе фәнни лингвистикала сағылыш таба.

Эмпирик лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмпирик лингвистика тел буйынса мәғлүмәттәрҙе түбәндәге өс юл менән ала:

Интроспекция ысулы, уға интроспектив лингвистика нигеҙләнә.

Эксперимент ысулы (лингвистик эксперимент), йәғни йәнле һөйләштәр йөрөтөүселәрҙе күҙәтеү аша, бының менән эксперименталь лингвистика шөғөлләнә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, уға түбәндәгеләр инә:

ялан лингвистикаһы, йәғни лингвист эйә булмаған һөйләштәрҙе йөрөтөүселәрҙе күҙәтеү;

инструменталь лингвистика, йәғни төрлө приборҙар, шул иҫәптән тауыш яҙҙырыу техникаһын ҡулланыу;

нейролингвистика, йәғни туранан-тура кеше мейеһе менән эксперименттар үткәреү.

Филологик ысулдар, йәғни үле яҙма телдәр материалын йыйыу һәм яҙма ҡомартҡыларҙы мәҙәни-тарихи бәйләнештәрҙә өйрәнеүсе филология менән хеҙмәттәшлектә эшләү.

Тасуирлау яҙма телмәрҙе һәм һөйләү телмәрен иғтибар үҙәгенә ала; «дөрөҫ» тел (тел нормалары) менән генә сикләнеүе лә, нормаларҙан тайпылыуы ла ихтимал (ябай һөйләш/просторечие); телдең бөтә төр йәшәү рәүештәренә хас булған законсалыҡтарҙы тасуирлауы ла, телгә ҡарамаған факторҙарға бәйле, тел варианттары араһында һайлау ҡағиҙәләрен үҙ эсенә алыуы ла мөмкин.

Бер тел лингвистикаһы һәм сағыштырма лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер тел лингвистикаһы (иҫкерәк терминологияла — тасуирлау лингвистикаһы) бер телде тасуирлау менән сикләнә, ләкин уның эсендә төрлө тел аҫсистемаларын айырырға һәм улар араһындағы оҡшашлыҡтар һәм айырмалар нисбәтен өйрәнергә мөмкин. Мәҫәлән, диахроник лингвистика тел тарихындағы ваҡыт ҡатламдарын өйрәнә, юғалтыуҙарҙы һәм яңылыҡтарҙы барлай; диалектология уның территориаль варианттарын өйрәнә, айырмаларҙы асыҡлай; стилистика телдең функциональ төрҙәрен өйрәнә, улар араһындағы оҡшашлыҡтарҙы һәм айырмаларҙы аса һәм башҡалар.

Сағыштырма лингвистика телдәрҙе бер-береһе менән сағыштыра. Уға түбәндәгеләр инә:

компаративистика (тар мәғәнәлә), йәки сағыштырма-тарихи тел белеме, ул туғандаш телдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә;

контактология һәм ареал лингвистикаһы (ареалогия), ул күрше телдәрҙең бер-береһенә йоғонтоһон өйрәнә;

йәнәш сағыштырыу лингвистикаһы, ул телдәрҙең оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын өйрәнә (туғанлығына һәм күршелегенә бәйһеҙ рәүештә).

Сағыштырма-тарихи тел белеме телдәрҙең тарихын өйрәнеү һәм уларҙың генеалогик бәйләнештәрен асыҡлау менән шөғөлләнә. Лингвистиканың был бүлеге телдең ниндәй ҙә булһа тарихи дәүерҙәрге, бер быуын тормошондағы хронологик ҡырҡымын йәки телдең быуындан-быуынға нисек үҙгәреүен һүрәтләй ала.

Тышҡы һәм эске лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тышҡы лингвистика (социаль лингвистика, социолингвистика) телдең бөтә социаль варианттарын һәм уларҙың функцияларын; «код»ты (йәғни тел системаһын) һайлау телде йөрөтөүсенең йәмғиәттәге урынына (синфи, профессиональ һайла: арго, жаргон, сленг), ниндәй төбәктә йәшәүенә (территориаль һайлау: диалект) һәм әңгәмәләштәрҙең коммуникатив ситуацияһына (функциональ йәһәттән стилистик һайлау: стиль) бәйлелеген тикшерә.
  • Эске лингвистика (икенсе терминологияла — структур лингвистика) бындай оциаль бәйлелектән азат булып, телде бөтөн бер код итеп ҡарай.

Тел лингвистикаһы һәм телмәр лингвистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел лингвистикаһы телде код рәүешендә, объектив йәшәүсе социаль нығытылған билдәләр һәм уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре системаһы итеп ҡарай. Телмәр лингвистикаһы телмәр эшмәкәрлеген өйрәнә.

Статик һәм динамик лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Статик лингвистика — телдең хәл-торошон, ә динамик лингвистика тел процестарын (телдең ваҡыт барышындағы үҙгәреүен; телгә һәләтлелектең йәшкә бәйле фазаларын: телмәр һәләтенең формалашыуын, телде өйрәнеүҙе, телде онотоуҙы) өйрәнә.

Дөйөм лингвистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лингвистикала уның предметтарының төрлө яҡтарына бәйле бүленеш тә бар. Мәҫәлән,

фонетика һәм графика — тел билдәләренең ишетеп йә күреп «ҡабул ителеүсе» яҡтарын, ә семантика уларҙың «мәғәнәүи» (аңланылыусы һәм тәржемә ителеүсе) яҡтарын өйрәнә.
Лексикология — айырым һүҙҙәрҙең шәхсән үҙенсәлектәрен, ә грамматика айырым тел берәмектәрен ойоштороуҙың, уларҙы ҡулланыу һәм аңлауҙың дөйөм ҡағиҙәләрен өйрәнә.

Грамматика эсендә морфология (һүҙҙең грамматик үҙенсәлектәре тураһындағы фән) һәм синтаксис (һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең грамматик үҙенсәлектәре тураһындағы фән) айырып ҡарала.

Был дисциплиналар бер-береһенән телдең төрлө кимәлдәрендәге берәмектәрҙе өйрәнеүгә йүнәлеш тотоуы менән айырыла:

фонетиканың предметы тип телмәр өндәре, уларҙың билдәләре һәм кластары, фонемалар һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр, шулай уҡ просодика күренештәре — ижек төҙөлөшө, телмәр такты төҙөлөшө һәм унда баҫымдың роле, интонация, йәғни һүҙбәйләнештәрҙе һәм һөйләмдәрҙе тауышҡа һалыу ҡағиҙәләре иҫәпләнә.


Графика яҙма телдең элементар берәмектәре — графема, хәреф, иероглифтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә.

морфология берәмектәре — морфема һәм һүҙ, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре (иң ябай сигнификатив берәмектәрҙән (морфемалар) номинатив берәмектәр (һүҙ формаһы) яһау һәм, киреһенсә, һүҙ формаларын морфемаларға тарҡатыу).

Синтаксис берәмектәре — принято считать структуру таких конструируемых единиц языка, ирекле һүҙбәйләнеш (тәүкоммуникатив ҡоролма берәмеге) һәм ирекле һөйләм (коммуникатив ҡоролма берәмеге), һуңғы ваҡыттарҙа шулай уҡ ҡатмарлы синтаксик бөтөн ҡоролма кеүек телдең ҡоролма структуралары һәм, әлбиттә, текст. Синтаксистың иң кескәй берәмеге — һүҙ формаһы һәм уның синтактикаһы (йәғни уның ярашыусанлыҡ үҙенсәлектәре) — инвентарь номинатив берәмек һәм шул уҡ ваҡытта морфологияның иң ҙур берәмеге лә.

Семантика берәмектәре — бер яҡтан, ябай берәмектәр — мәғәнәләр һәм уларҙың компоненттары, төрлө билдәләре (семалар), икенсе яҡтан, был ябай берәмектәрҙән ҡатмарлы йөкмәткеле берәмектәр — эстәлектәр.

Прагматика берәмектәре — кеше әйткәндәр — теге йәки был шарттарҙа, билдәле бер ысынбарлыҡҡа бәйле, аралашыу барышында ҡатнашыусылар тарафынан ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа өлгәшеү (мәҫәлән, хәбәр итеү) өсөн әйтелгән телмәр акттары, шулай уҡ әйтелеүсе берәмектәрҙе төҙөү һәм аңлауҙың универсаль ҡағиҙәләре.


Статьи
  • Языкознание // Большая российская энциклопедия. Том 35. — М., 2017. — С. 653—656.
  • Иванов Вячеслав Всеволодович|Иванов Вяч. Вс. Языкознание // Лингвистический энциклопедический словарь, с. 618—623.
  • Крылов Сергей Александрович (лингвист)|Крылов С. А. Лингвистика // Энциклопедия «Кругосвет» («Россия on-line»)
  • Мечковская Н. Б. Игровое начало в современной лингвистике 2019 йыл 1 апрель архивланған. // Логический анализ языка. Концептуальные поля игры. — М.: Индрик, 2006, с. 30—41

Тел белеменең дөйөм проблемалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Балли Ш. Общая лингвистика и вопросы французского языка. Пер. с фр. — М.: ИИЛ, 1955. — 416 c.
  • Бодуэн де Куртенэ И. А. Избранные труды по общему языкознанию. — М.: Изд-во АН СССР, 1963. — 384 с. (т. 1), 392 с. (т. 2).
  • Бюлер К. Теория языка. — М.: Прогресс, 1993. — 502 c.
  • Вандриес Ж. Язык. Лингвистическое введение в историю. — М.: Соцэкгиз, 1937. — 410 c.
  • Гак В. Г. Языковые преобразования. — М.: Языки русской культуры, 1998. — 764 с.
  • Гумбольдт В. Избранные труды по языкознанию. — М.: Прогресс, 1984. — 397 с.
  • Желтов И. М. Система языкознания по Гейзе (ученик школ Гегеля и Боппа) 2013 йыл 11 ноябрь архивланған. // Филологические записки. — Воронеж, 1864.
  • Есперсен О. Философия грамматики. Пер. с англ. — М.: ИИЛ, 1958. — 404 с.
  • Звегинцев В. А. Очерки по общему языкознанию. М.: Изд. МГУ, 1962.
  • Звегинцев В. А. Теоретическая и прикладная лингвистика. М.: Просвещение, 1968.
  • Звегинцев В. А. Язык и лингвистическая теория. М.: Изд. МГУ, 1973.
  • Звегинцев В. А. Мысли о лингвистике. М.: Изд. МГУ, 1996.
  • Кацнельсон С. Д. Общее и типологическое языкознание. — М.: Наука, 1986. — 298 с.
  • Крушевский Н. С. Очерк науки о языке (1883) // Крушевский Н. В. Избранные работы по языкознанию. — М.: Наследие, 1998. — Сс. 96—222.
  • Маслов Ю. С. Избранные труды. Аспектология. Общее языкознание. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — 840 с.
  • Пауль Г. Принципы истории языка. Пер. с нем. — М.: ИИЛ, 1960. — 500 с.
  • Поливанов Е. Д. Избранные работы. Труды по восточному и общему языкознанию. — М.: Наука, 1991. — 623 с.
  • Сепир Э. Язык. — М.-Л.: Соцэкгиз, 1934. — 243 с. (Переиздание в: Сепир Э. Избранные труды по языкознанию и культурологии. Пер. с англ. — М.: Прогресс, Универс, 1993. — 655 с.)
  • Сеше А. Программа и методы теоретической лингвистики. Психология языка. Пер. с фр. — М.: УРСС, 2003. — 264 с.
  • Соссюр Ф. Труды по языкознанию. — М.: Прогресс, 1977. — 695 c.
  • Трубецкой Н. С. Избранные труды по филологии. — М.: Прогресс, 1987. — 560 с.
  • Щерба Л. В. Языковая система и речевая деятельность. — Л.: Наука, 1974. — 428 с.
  • Шехтер И. Ю. Живой язык. — М.: Ректор, 2005, ISBN 5-89464-010-5
  • Якобсон Р. О. Избранные работы. — М.: Прогресс, 1985. — 456 с.

Тел белеме тураһында фәнни-популяр китаптар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Успенский Лев Васильевич. Слово о словах
  • Плунгян Владимир Александрович. Почему языки такие разные? М.: Русские словари, 1996. (2-е изд., испр., 2001.) — 303 с.
  • Шехтер Игорь Юрьевич|Шехтер И. Ю. Живой язык. М.: Ректор, 2005. ISBN 5-89464-010-5
  • Фолсом Ф. Книга о языке — М.: Прогресс, 1974. — 159 с.
  • Энциклопедический словарь юного лингвиста. М.: Наука, 2006. — 544 с.
  • Аксенова М. Д. Языкознание. Русский язык — Аванта+. Детская энциклопедия т. 10 — 1999 г.
  • Якобсон Р. Лингвистика и поэтика 2022 йыл 8 апрель архивланған.
  • Панов Михаил Викторович. И всё-таки она хорошая! Книга о русской орфографии,
  • Панов Михаил Викторович. Занимательная орфография.
  • Милославский И. Г. Что такое грамматика?
  • Крысин Л. П. Жизнь слова.
  • Милославский И. Г. Что такое грамматика?
  • Н. М. Шанский. Лингвистические детективы
  • Алла Кторова. Сладостный дар, или Тайна имен и прозвищ. М.: Гамма-Пресс, 2002. — 206 с.
  • Успенский Лев Васильевич. Ты и твоё имя.
  • Успенский, Лев Васильевич. Имя дома твоего.
  • Крейдлин Г. Е., Шмелёв А. Д. Математика помогает лингвистике.


Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика


Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Категория:Тел ғилеме Категория:Гуманитар фәндәр