Аралашыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Телмәр һәм ым, ишара йәки ҡул хәрәкәте менән аралашыу

Аралашыу — кешеләр һәм уларҙың төркөмдәре араһында бәйләнеш урынлаштырыу һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡатмарлы һәм күп планлы процесс. Ул берлектәге эшмәкәрлек ихтыяжынан тыуа һәм иң кәмендә өс төрлө процесты үҙ эсенә ала: бәйләнеш йәки элемтә (мәғлүмәт менән алмашыу); интеракция (үҙ-ара йоғонто яһау, үҙ-ара килешеп эш итеү йәки бәйләнешле хәрәкәт) һәм социаль перцепция (партнёрҙы ҡабул итеү һәм аңлау)[1]. Аралашыуҙан тыш кеше эшмәкәрлеге мөмкин түгел[2]. Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәт күҙлегенән ҡаралған аралашыу процесының психологик үҙенсәлектәрен аралашыу психологияһы өйрәнһә, аралашыуҙы эшмәкәрлек барышында ҡулланыуҙы социология фәне тикшерә[2].

Аралашыу үҫешен күҙаллау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аралашыуҙың филогенетик үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Филогенез — организмдар төркөмөнөң тарихи формалашыуы[3], бындағы осраҡта — кешелек йәмғиәтенең үҫеше.

Кеше аралашыуының Америка психологы, коммуникация һәм кооперация төшөнсәләрен өйрәнеүсе белгес Майкл Томаселло (ингл. Michael Tomasello) эшләгән кооператив өлгөһөнә (моделенә, ҡалыбына) ярашлы, күрһәтеү (урыҫса указательный) һәм тасуирлау (изобразительный, иконический) ишаралары (ымдар һәм ҡул хәрәкәттәре) кешеләр араһындағы аралашыуҙың тәүге формалары булған[4].

Аралашыуҙың онтогенетик үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Онтогенез — организмдың индивидуаль үҫеше, бындағы осраҡта — индивидуумдың (айырым кешенең, шәхестең, заттың) үҫеше.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Общение // Психология общения. Энциклопедический словарь / Под общ. ред. А. А. Бодалёва — М.: Изд-во «Когито-Центр», 2015. — 672 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-89353-411-5.
  2. 2,0 2,1 Леонтьев А. А. Деятельность общения как объект научного исследования // Психология общения — М.: Смысл, 1999. — 365 б. — ISBN 5-89357-054-5.
  3. Филогенез // Краткий психологический словарь / Под общ. ред. А. В. Петровского, — 2-е изд., расшир., испр. и доп. — Ҡалып:Ростов н/Д: Феникс, 1999. — 505 б. — ISBN 5-222-00239-X.
  4. Ахутина Т. В. Вступительная статья // Томаселло М. (инг.)баш. Истоки человеческого общения / Пер. с англ. М. В. Фаликман, Е. В. Печенковой, М. В. Синицыной, Анны А. Кибрик, А. И. Карпухиной — М.: Языки славянских культур, 2011. — Б. 20.

Литература[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Выготский Л. С. Мышление и речь.
  • Жинкин Н. И. Речь как проводник информации.
  • Куницына В. Н., Казаринова Н. В., Погольша В. М. Межличностное общение. Учебник для вузов — СПб.: Питер, 2001. — 544 б. — (Учебник нового века). — 7000 экз. — ISBN 5-8046-0173-3.
  • Леви В. Л. Искусство быть другим — СПб. : издательство Питер, 1993. — 191 с. : ил. — (Искусство быть; кн. 1). — ISBN 5-7190-0006-2.
  • Лунева О. В. Общение // Знание. Понимание. Умение. — 2005. — № 4. — С. 157-159.
  • Смирнов И. Motherfucker, или об экстремальных техниках сближения/дистанцирования в коммуникативном акте // Смирнов И. П. Генезис. Философские очерки по социокультурной начинательности. СПб., 2006. С. 87-108.