Тамға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Тамға — төрки халыҡтарҙың нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән ырыу билдәһе. Ҡарасәй, балҡар, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, осетин, ноғай, татар халыҡтарында киң таралған. Тамға малды, солоҡ ағастарын, ыҙандарҙы һ. б. билдәләгәндә, рәсми документтарға ҡул ҡуйғанда файҙаланылған.

Башҡорттарҙа тамға бер йәки бер нисә һыҙыҡҡа ҡарата симметриялы геометрик һүрәтте сағылдыра. Ырыу бүлексәләренең (аймаҡ, ара, түбә) тамғаһы ырыу тамғаһы уртаҡ элементын һаҡлаған:

үҫәргән ҡәбиләһе тамғаһы — Тамга-плеиени-усерген.JPG

үҫәргән ҡәбиләһенең бишәй ырыуы тамғаһы — Тамга-рода-бишей.JPG

бишәй ырыуының ибанай араһы тамғаһы — Ибанай-араһы-тамғаһы.JPG

ибанай араһының ғаилә тамғаһы — Ибанай араһының ғаилә тамғаһы.JPG

Башҡортостандың көнсығыш-да ҡайһы бер ҡәбилә һәм ырыуҙарҙа бер тамға бөтөн ырыу бүлексәһе йәки ауыл өсөн уртаҡ булған. Көнбайыш Башҡортостанда ғаилә тамғаһы күп төрлөрәк. Уларҙың төп тамғаһын тик шартлы рәүештә генә билдәләргә мөмкин.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Соколов Д. Н. О башкирских тамгах (с приложением таблицы башкирских тамг) //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Т.1З. Оренбург, 1904.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. М., 1974.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
  • * Казахские тамги