Археология
Археология (бор. грек. ἀρχαῖος "боронғо" , -λογία ғилем, фән һүҙҙәренән) – ергә күмелеп һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар (тимер аҡса, ҡоралдар, йорт-ҡаралты, кешенән ҡалған сүп-сар һ.б.) буйынса боронғо халыҡтарҙың тарихын өйрәнеү фәне; һаҡланып ҡалған матди сығанаҡтар нигеҙендә кешелек донъяһы тарихын өйрәнеүсе фән.
Уның тикшеренеү маҡсаттары төрлө осраҡтарҙа төрлөсә – кеше тарихын һәм эволюцияһын өйрәнеүҙән мәҙәниәт үҫеше һәм тарихына хәтлем - билдәләнә.
«Археология» термины беренсе тапҡыр Б.Э.Т. 4 быуатта Платон тарафынан боронғо дәүерҙәргә нисбәтле фәндәрҙе күҙҙә тотып ҡулланыла. Фән булараҡ, археология Рәсәйҙә 18 быуат башында барлыҡҡа килә.
Археологик сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матди сығанаҡтар − артефакттар (лат. artefaktum - яһалған) - етештереү ҡоралдары һәм улар ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән матди байлыҡтар: ҡоролмалар, ҡоралдар, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба, сәнғәт әҫәрҙәре һ.б., ҡыҫҡаһы, кешеләр тарафынан етештерелгән барлыҡ әйберҙәр. Яҙма сығанаҡтарҙан айырмалы булараҡ, артефакттар тарихи ваҡиғалар хаҡында туранан-тура һөйләмәй, шул сәбәпле улар нигеҙендә тупланған тарихи мәғлүмәттәр фәнни реконструкция нәтижәһе булып тора.
Археологик тикшереү ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологияның үҙенә хас тикшереү ысулдары бар. Стратиграфия ысулы арала иң мөһиме һанала - ул бер урында оҙаҡ йәшәү нәтижәһендә барлыҡҡа килгән культура ҡатламдарының урынлашыу тәртибен билдәләү һәм уларҙың хронологик бәйләнешен асыҡлауҙан ғибәрәт. Археологик ҡаҙыу эштәре барышында табылған әйберҙәр түбәндәге билдәләр буйынса клпссификациялана: әйберҙең ҡулланылыу максаты, эшләнеү ваҡыты һәм эшләнгән урыны. Ҡоралдың ниндәй маҡсатта файҙаланылыуын һәм функцияһын билдәләү өсөн эш процессында барлыҡҡа килгән эҙҙәрҙе тикшереү ысулы ҡулланыла, эшләнгән ваҡытын билдәләү типологик ысул ярҙамында башҡарыла. Археологияның уҙ ысулдарынан тыш башҡа фәндәрҙәлә ҡулланылғандарынан да эшкә егәләр: әйбер ҡалдыҡтарындағы радиоактив углерод микъдары буйынса даталарҙы билдәләү, археологик ҡомартҡыларҙа табылған ағастарҙың йыллыҡ балдаҡтары буйынса сағыштырма һәм абсолют даталарҙы асыҡлау, яндырылған балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙәге магнитлылыҡты үлсәп, уларҙың абсолют йәшен билдәләү, ваҡытты асыҡлауҙың геологик ысулдары (мәҫәлән, тасма рәүешендә ятҡан балсыҡ ҡатламдарын тикшереү һ.б.). Боронғо әйберҙәрҙе өрәнеү һәм уларҙы етештереү ысулдарын асыҡлау өсөн спектраль анализ, металлография, техник петрография һ.б. ҡулланыла.
Тикшеренеү өлкәһен 3,4 млн йыл элек Көнсығыш Африкала ҡулланыла башлаған тәүге ҡоралдарҙан башлап, бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғаларғаса ваҡыт арауығы тәшкил итә.
Археология фәне өлөштәре һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән булараҡ, ошондай өлөштәрҙаән тора: тәбиғи шарттарҙы алдан күҙәтеү һәм ҡыҙыҡлы урындарҙы билдәләү; ҡомартҡыларҙы ҡаҙып табыу; һәм йыйылған ҡомартҡылар менән мәғлүмәтте анализлау. Киң мәғәнәлә, археология фән-ара тикшеренеү ысул-юлдарына, әйтеп үткәндә антропология, тарих, мәҙәниәт тарихы, этнология, география, геология, лингвистика, физика, химия, статистика, палеоэкология, палеонтология,палеозоология һәм палеоботаника ысулдарына таяна.
Археология 19 быуатта Европала тарих тармағы булараҡ үҫешә башлай; шунан бирле ул бар донъяла өйрәнелгән фәнгә әүерелә. Хәҙерге көндә уның эсендә өлөш фәндәр (мәҫ. диңгеҙ археологияһы,археоастрономия үҫеште, тикшеренеү өсөн күп һанлы ғилми методтар барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта, археологтар алдында күп проблемалар – псевдоархеология менән эш итеү, ҡаҙылма ҡомартҡыларҙы урлау, һәм кеше тәне ҡалдыҡтарын ҡаҙып алыуға ҡаршылыҡ күрһәтеү – килеп тыуа.
Пётр I нигеҙ һалған Кунсткамерала боронғо әйберҙәр һәм археологик ҡомартҡылар туплана. Археологик ҡомартҡылар тураһында мәғлүмәттәр туплау дәүләт эшенә әүерелә. Археологик ҡомартҡыларҙы тикшереү, археология тарих фәненең бер өлөшө булараҡ танылғас, 18 быуатта ғына ғәмәлгә керә. Пётр I тарафынан Себерҙе өрәнеү өсөн еберелгән Д.Г. Мессершмидт унда беренсе фәнни археологик ҡаҙыу эштәре үткәрә (1722). Санкт-Петербургта Фәннәр академияһына (1724) нигеҙ һалынғас, Академик экспедициялар ойошторола һәм ҡиммәтле археологик материалдар туплана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авдусин Д. А. Археология СССР. — М., 1967.