Балсыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртенсел осор балсығы. (Эстония)

Балсыҡ — ваҡ бөртөклө ултырма тау тоҡомо, ҡоро хәлдә туҙан хәлендә, еүешләгәндә үҙлекле; һыуҙа иҙелеп, яҙылып торған йомшаҡ тау тоҡомо[1]; тәбиғи төҙөлөш материалы; төрҙәре: керамик, кирбескә тотолған, утҡа сыҙамлы[2].

Үлсәмдәре 0,01 мм-ҙан да кесерәк булған киҫәксектәр өҫтөнлек иткән (>50 %) ултырма тоҡом; башлыса, балсыҡлы минералдардан (каолинит, монтмориллонит, гидрослюдалар һ.б.) тора, һыу менән яҡшы иҙмә хасил итә, кипкәндә бирелгән формаһын һаҡлап ҡала, яндырғас таш ҡатылығына керә. Составында 1-2 минерал артыҡ булған балсыҡтар — каолинит, монтмориллонит, палыгорскит, каолинит гидрослюдалы һ.б., 3 һәм 3 -тән артыҡ булған осраҡта полиминерал тип атала. Балсыҡлы минералдарҙан торған, ләкин үҙле булмаған һәм һыуҙа ебемәй торған тоҡомдар аргиллиттар тип атала. Балсыҡ боронғо һәм хәҙерге һыу ятҡылыҡтарында төрлө тау тоҡомдары һәм минералдар ашалыуҙан барлыҡҡа килгән дисперсияле продукттар тупланыу нәтижәһендә хасил була. Диңгеҙ, күл, аллювиаль, морена һ.б. балсыҡтар була. Улар бер-береһенән минераль составы һәм шулай уҡ таҙалығы (балсыҡ булмаған эре бөртөклө ҡушымталарһыҙ) менән айырылып торалар.

Ер шарында балсыҡтар киң таралған: дүртенсел ултырмаларҙан алып кембрий осоро ултырмаларына тиклем (ултырма тоҡомдарынан яртыһы тиерлек) осорай; бороңғораҡ ултырмалар, ҡағиҙә булараҡ, метаморфозланған (үҙгәргән). Балсыҡ сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында киң ҡулланыла. Уның ҡулланылышын минераль составына бәйле булған махсус физик һәм технологик сифаттары билдәләй. Мәҫәлән, каолинлы балсыҡтарның иреү температураһы юғары (1580 °C) булыу сәбәпле, уларҙы утка сыҙам балсыҡтар тип әйтәләр һәм утка сыҙам әйберҙәр эшләүҙә, ә иреү температураһы 1580 нән алып 1350 °C ка тиклем булған балсыҡтарны ауыр иреүсән тип әйтәләр һәм керамика сәнәғәтендә (фаянс, плитә, торба, ҡаплау кирбестәре һ.б.) ҡулланалар. Полиминераль балсыҡтар, ғәҙәттә, 1350 °C тан түбәнерәк температурала ирей һәм еңел иреүсән балсыҡтарға керә, тупаҫ керамика һәм кирбес һуғыуҙа ҡулланыла. Монтмориллонит һәм палыгорскит балсыҡтар сорбция, иондар алмашыу, бәйләү, уҙ хәленә кире ҡайтыу (тиксотроп) сифаттарына эйә, быраулау иҙмәләре, адсорбенттар, металл ҡойоу эштәрендә форма яһауҙа, мал өсөн комбиаҙык эшләп сығарыуҙа һ.б. ҡулланыла.

25100-95 ДСТы буйынса балсыҡ еңел һәм ҡаты була (классификация Һалмаҡ һаны буйынса бирелә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Минеральное сырьё. Глины: Справочник. М., 1997; Геология твёрдых полезных ископаемых Республики Татарстан. Казан, 1999.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]