Классик филология
Классик филология | |
Өлөшләтә тура килә | Ancient Cultures[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | неофилология[d] |
Классик филология — Боронғо Грецияның һәм Боронғо Римдың әҙәби мираҫы тураһындағы фәндәр тупланмаһы. Классик филологияның туранан-тура өйрәнеү объекты — классик телдәр, боронғо грек һәм латин телдәре, шулай уҡ ошо телдәрҙә яҙылған бөтә нәмә: боронғо шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, фәйләсүфтәрҙең, тарихсыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, юристарҙың, ғалимдарҙың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре. Классик филология — филологияның ҡәҙимге дисциплиналарының береһе генә түгел; ул антик ғилем традицияларын иң заманса филологик ысулдар менән бәйләп дауам да иттерә [прояснить].
Гомер һорауын күтәргән күренекле немец филологы Фридрих Август Вольф («Гомерға пролегоменалар», 1795) грек һәм рим текстарын һаҡлап ҡалыу һәм тәфсирләү менән шөғөлләнгән классик филологиянан «боронғолоҡ тураһындағы фәнде» (Altertumswissenschaft) өйрәнеүгә[1] күсеүҙе башлап ебәрә. Ул «Илиада» менән «Одиссей»ға киң ҡоласлы һәм тарих күҙлегенән ҡарауға, был әҫәрҙәрҙе грек һәм рим антиклығы донъяһын өйрәнеү сығанағы итеп күреүгә юл аса.
Рәсәйҙең билдәле классик филологтары араһында — Ф. Ф. Зелинский, С. И. Соболевский, М. М. Покровский, А. И. Доватур, Я. М. Боровский, А. И. Зайцев, В. Н. Ярхо, С. С. Аверинцев, М. Л. Гаспаров, А. В. Лебедев.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Селин Тротман-Валлер . Дата обращения: 17 июль 2014. Архивировано из оригинала 25 июль 2014 года. 2014 йыл 25 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Классическая филология // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Россия/Русская наука/Классическая филология // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Классическая филология на сайте «Rulex.ru».
- [1] // Энциклопедия Кругосвет