Күгәрсен районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күгәрсен районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Мораҡ
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 31 444 кеше (2010)[1]
Майҙан 3400 км²
Почта индексы 4533ХХ
Урынлашыу картаһы
Рәсми сайт admkugarchi.bashkortostan.ru
Урындағы телефон коды 34789
Номер тамғаһы коды 02 һәм 102
Карта
 Күгәрсен районы Викимилектә

Күгәрсен районы (рус. Кугарчинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған.

Үҙәге — Мораҡ ауылы, Өфөнән 271 км һәм иң яҡын тимер юл станцияһы Мәләүездән 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны 2010 йылда 32,3 мең кеше (1970 йыл — 42,4 мең; 1989 йыл — 31,6 мең; 1994 йыл 32,2 мең). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 9,6 кеше, шул иҫәптән ауылдарҙа 7,9 кеше тура килә. Райондағы 119 ауылдың иң ҙурҙары: Мораҡ (1989 йылда 7,2 мең кеше), Йомағужа — 5,4 мең кеше), Мәҡсүт (1,1 мең), Күгәрсен (0,9 мең). Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың төньяҡ, үҙәк һәм көнсығыш өлөштәрен берәм-һәрәм тауҙар һәм һырттар менән Йылайыр яйлаһы (бейеклеге 740 м-ға тиклем), көнбайышта Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттары биләй (590 м-ға тиклем). Климаты йылы, ҡоро.

Гидрографик селтәре: Ағиҙел һәм уның ҡушылдығы Иртөбәк, Оло Эйек һәм уның ҡушылдығы Кесе Эйек, Инәк (Оло Эйек ҡушылдығы), Наҡаҫ йылғалары. Күбеһенсә йыуылған һәм уңдырышлы ҡара һәм ҡара-һоро көлһыуланған тупраҡ.

Йүкә, имән, ҡайын, саған урмандары район территоряһының 40 % биләй. Һунар-промысла хайуандарын һаҡлау өсөн Оло Эйек һәм Кесе Эйек йылғалары бассейнында Эйек дәүләт заказнигы ойошторолған.

Бәндәбикә кәшәнәһе (Мәҡсүт ауылы янында) дәүләт тарафынан һаҡлана.

Ер аҫты байлыҡтарынан газ конденсаты (Саратовка, Бөркөт, Исем, Подгорный ятҡылыҡтары), һоро күмер (Ворошиловка), балсыҡ һәм ҡыҙыл балсыҡ (Новопетровка, Йомағужа), төҙөлөш таштары (Бикбулат, Мораҡ), гипс (Подгорный), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Көньяҡ Мораҡ, Йомағужа), агрономик рудалар — эзбизташ һәм карбонат-гипс гажаһы (Ерекле, Мораҡ, Үрген) бар.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы ерҙәре 174,4 мең гектар майҙанды биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 96,9; көтөүлектәр — 56,6; сабынлыҡтар — 20,8 мең гектар. Район ауылы хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Игенселек, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтереү; малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге малсылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ менән бәйле.

Төбәк әһәмиәтендәге предприятиелар: май заводы, урман пункты, урман хужалығы, нефть ҡыуҙырыу станцияһы (Мораҡ ауылы), ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса кооперативтар эшләй.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район территорияһы аша Өфө—Мораҡ—Йылайыр—Сибай автомобиль юлы үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 79 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; музыка мәктәбе һәм ПУ (Мораҡ ауылы), 32 дөйөм китапхана, 72 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар. Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Шәһит Хоҙайбирҙин музейҙары эшләй.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Мораҙым» һәм «Кугарчинские вести» гәзиттәре баҫыла.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 30 249 [2][3]
1959 29 332 [4][3]
1970 42 501 [5][3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 33 990 [6][3]
1989 31 541 [7][3]
2002 34 203 [8][3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 31 444 [1]
2018 28 277 [9]
2019 27 858 [10]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрбиҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ хужалығының башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артистар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирҙар һәм яҙыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журналистар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  10. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  11. Башкирская энциклопедия — Шубин Георгий Иванович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2018)
  12. Всемирный Курултай башкир. Официальный сайт. Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан 2018 йыл 12 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Титов Вячеслав Михайлович 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  14. Башҡорт энциклопедияһы —Кәримский Әнүр Муса улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2018)
  16. Ими гордится район. Журнал «Ватандаш» 2020 йыл 20 сентябрь архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Суворова Анна Сергеевна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2018)
  18. Муниципальный район Кушарчинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Сагитов Наиль Абдуллович 2020 йыл 31 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
  19. Башҡорт энциклопедияһы — Мәзитов Әмир Миңлевәли улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]