Эстәлеккә күсергә

Кесе Эйек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Эйек
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Оло Эйек
Бассейн майҙаны 640 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 118 km
Карта

Кесе Эйек (Ҡарман) — йылға, Оло Эйек йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) уң ҡушылдығы.

Йылайыр районы Кананикольский ауылы төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр, Күгәрсен райондары биләмәһе буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан аға. Оло Эйек йылғаһына (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя.

Оҙонлоғо 118 км, басс. майҙаны 640 км², дөйөм түбәнәйеүе 340 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апрель—май), 25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 10%‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,2 м³/с.

Бассейн рельефы тәпәш таулы, үҙәндәр һәм йырындар менән йырғыланған; девон һәм карбон тоҡомдарынан (эзбизташ, доломит, алевролит, ҡомташ) тора; карст үҫешкән (Айыулы, Һалҡын соҡор мәмерйәләре һ.б.).

Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан ғибәрәт, йыуылған ҡара тупраҡта болон далалары осрай. Бассейн 85%‑ы урман менән ҡапланған, 7%‑ы һөрөлгән. Урта һәм түбәнге ағымында йылға Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы һәм Эйек заказнигы биләмәһе буйлап аға.

  • Уң — Ҡашҡаир, Ямашлы һ.б.; һул — Күвәз һ.б.

Кесе Эйек халыҡ ижадынла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кесе Эйеккәйҙең буйларында Тәрән ҡаҙылғанда ҡом баҙын.
Яңғыҙ ҡалырымды шунан белдем Төштә яңғыҙ күрҙем ҡыр ҡаҙын.
Кесе әйеккәй буйын һай буйланым Бара торғас, бер уй уйланым.
Ошо ғына уйым, һай , бөткәйнеУлтырып тағына иланым.
Кесе эйекәй буйы балтырған,Ун ике лә быуын ултырған.
Был ғына ла йырҙы йырламаҫ инем Йөрәкәйемә һары ултырған.
Ҡара ғына урманды яҡтырта Ҡара атҡайымдың ҡашҡаһы.
Был донъяларҙа һис кәрәкмәй. Совет власенән башҡаһы.
Шыңғыратып тартып ебәрәйем Һаҡмарҡайҙың моңло ҡурайын.
Ярлылыҡҡа дарыу бармы тиеп Кемдән генә барып һорайым.
Ҡәнәфер ҙә менән баҙыяндың Шоморт ҡара икән орлоғо.
Булма ла ғына малһыҙ: булма йәрһеҙ.Шунда икән донъя хурлығы.
Өҫтәремә кейгән күлдәгемдеңБер буйҡайҙары уҡа булһасы.
Күп теләкәйҙәрем араһындаБер теләгем ҡабул булһасы.
Тыуғанда ла тыуҙым эш менән Иҫкәндә лә үҫтем эш менән
Ҡайҙа ғына барһам , эш эшләйем Рәхәтләнә күңелем эш менән.
  • Солтанморатова Бәҙғолямал Дәүләтша ҡыҙынан(1908 йылғы) студенттар Фазылова Сәлимә Вәли ҡыҙы менән Бикбирҙина Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы яҙып алған.
  1. GEOnet Names Server — 2018.