Эстәлеккә күсергә

Баймырҙин Хәмит Хәйербара улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмит Хәирбара улы Баймырҙин
Тыуған көнө

8 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Бикбулат ауылы

Ил

СССР
Рәсәй флагы

Ғилми даирәһе

педагогика

Альма-матер

Стәрлетамаҡ педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

педагогия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры

Награда һәм премиялары

Баймырҙин Хәмит Хәирбара улы (8 февраль 1955 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2009). Спорт ориентирлашыуы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1984).

50-нән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән бер нисә монография һәм уҡыу әсбабы авторы. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.

Хәмит Хәирбара улы Баймырҙин Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Бикбулат ауылында тыуған. Мораҡтың 2-се урта мәктәбендә уҡый.

1977 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай.

1990—1993 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт педагогия институтының көндөҙгө аспирантураһы аспиранты.

1977—1981 йылдарҙа Күгәрсен районы 1-се Юлдыбай урта мәктәбенең физика һәм математика фәндәренән уҡыта.

1981—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физкультура йортоноң спорт ориентирлашыуы буйынса тренер-уҡытыусыһы булып эшләй.

1988—1990 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика кафедраһы ассистенты, 1993—1996 йлылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы.

1996—1997 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының аспирантура һәм кадрҙар әҙерләү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.

1997—2001 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы доценты, 2001—2006 йылдарҙа БДУ-ның педагогика кафедраһы мөдире, профессор вазифаларын башҡара.

2006 йылдан 2011 йылдың февраленә тиклем — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының ректоры вазифаһын үтәй[1].

2011 йылдың 18 июленән Ишембай нефть колледжы директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Башкирские народные традиции физического воспитания. — Уфа, 1995.
  • Тюркская народная педагогика физического воспитания : Дис. ... д-ра пед. наук : 13.00.01, 13.00.04 Казань, 2001 368 с. РГБ ОД, 71:02-13/61-X