Ишембай нефть колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай нефть колледжы
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсем
Рәсми атамаһы Ишимбайский нефтяной техникум
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт ishnk.ru
Карта
 Ишембай нефть колледжы Викимилектә

Ишембай нефть колледжы (ИНК)Ишембай ҡалаһындағы нефть колледжы, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуға бәйле Башҡортостанда асылған тәүге яғыулыҡ-энергетика йүнәлешендәге һөнәри белем биргән уҡыу йорто[1].

Колледждың тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж башҡорт нефтЬ ятҡылығы асылған 1932 йылда[2] тәүге студенттарын ҡабул итә.

1932 йылдың 16 майында Ишембай нефть ятҡылығын асыу, көн үҙәгенә нефть промыслаларын белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡуя. 1932 йылдың декабрендә Башҡортостанда беренсе нефть техникумын асыу был мәсьәләне хәл итә, нефть техникумы үҙ эшен Стәрлетамаҡта башлап ебәрә, сөнки Ишембай ҡалаһы ул ваҡытта бөтөнләй булмай. Ҡалала база предприятиелары булдырылғас, уҡыу йорто 1942 йылда Ишембай ҡалаһына күсерелә.

Техникумдың беренсе директоры — инженер-электрик А. С. Сквирский. 1966 йылға тиклем техникумдың үҙ бинаһы булмай. 1966 йылда Губкин урамында өс ҡатлы уҡыу корпусы төҙөлә, ә бер йылдан производство корпусы сафҡа индерелә, ул уҡыу корпусы менән тоташтырыла. 1968 йылда дүрт ҡатлы, 300 кешегә иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ бинаһы ҡалҡып сыға.

1974 йылда өс ҡатлы төкәтмә төҙөп ҡуйыла, юғары ҡаттарҙа уҡыу аудиториялары, ә түбәнге ҡатта 200 урынлыҡ яҡты ашхана урынлаша.

Элекке директор И. Г. Пауль һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире З. С. Ҡарамышев инициативаһы буйынса һуғышта һәләк булған студенттар һәм уҡытыусылар иҫтәлегенә техникумда мемориал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1973 йылда Еңеү көнө алдынан меморил асыла. Уның таҡтаташына техникумдың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған элекке студенттары һәм уҡытыусыларының исемдәре уйып яҙыла.

1990 йылда бәләкәй һәм ҙур залы, тиры һәм стадионы булған спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыла. 1993 йылда техникум колледж статусын ала.

Директорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1932—1933 — Сквирский А. С.
  • 1933—1937 — Матвеев И. А.
  • 1937—1944 — Медведев К. И.
  • 1944—1947 — Волкотруб А. И.
  • 1947—1958 — Березин, Александр Васильевич
  • 1958—1960 — Курамшин В. С.
  • 1960—1963 — Чигряй И. С
  • 1963—1968 — Пауль, Иван Георгиевич
  • 1968—1983 — Фёдоров, Иван Гаврилович
  • 1983—1986 — Куковякин, Пётр Александрович
  • 1986—2000 — Стринадко, Вениамин Степанович
  • 2000—2011 — Елепин, Виктор Васильевич
  • 2011 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Баймырҙин Хәмит Хәйревара улы

Һөнәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж түбәндәге һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй[3]:

  • 230103 «Автоматик мәғлүмәтте эшкәртеү һәм идара итеү системалары (сәнәғәттә)»
  • 230401 «Мәғлүмәт Системалары»
  • 080110 «Иҡтисад  һәм бухгалтер иҫәбе (сәнәғәттә)»
  • 080802 «Ғәмәли информатика (иҡтисадта)»
  • 151001 «Машиналар эшләү технологияһы»
  • 140613 «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү (нефть-газ тармағында)»
  • 130504 «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау»
  • 150411 «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу (нефть-газ тармағында)»
  • 130503 «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу»
  • 131018 «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу»
  • 131ЭСК «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу»
  • 131БСК «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау»
  • 131003 «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау»
  • 151031 «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу»
  • 131016 «Газ-нефть үткәргестәрҙе һәм газ-нефть һаҡлағыстарҙы төҙөү һәм файҙаланыу»
  • 080114 «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе»
  • 151901 «Машиналар эшләү технологияһы»
  • 140448 «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү»

Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аляев Иван Павлович — Советтар Союзы Геройы.
  • Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы — Советтар Союзы Геройы.
  • Никулочкин Дмитрий Степанович — РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1965—1976 йылдарҙа Ишембай НПЗ-һында ҡатнаш термик крекинг ҡоролмаһы начальнигы[4]. нефть эшкәртеүҙе модернизациялау һәм эффектлылығын күтәреү буйынса 85-тән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы [5].
  • Секин Владимир Алексеевич — Советтар Союзы Геройы
  • Сургучёв Михаил Леонтьевич — нефть промыслаһы геологияһы өлкәһендә совет ғалимы. 
  • Уткин Юрий Васильевич — СССР һәм Рәсәй ғалимы. РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының беренсе (1993—1995) һәм икенсе (1995—1999) саҡырылыштары депутаты.
  • Шашин Валентин Дмитриевич — СССР дәүләт эшмәкәре, министр нефтяной промышленности СССР-ҙың (1965—1977) нефть сәнәғәте министры.

Ишембай нефть колледжы // Башҡортостан Республикаһының урта махсус уҡыу йорто: справ. – Өфө, 2004. – С. 139–141.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Резяпов, Н. «Нефтянка» начинается с ИНК: 80-летие ИНК / Н. Резяпов // Восход.- 2012.- 11 дек.- С.2.
  • Сныткина, М. Желание учиться зависит от уровня культуры: к 80-летию ИНК / М. Сныткина // Восход.- 2012.- 7 дек.- С.1-2.
  • Абакумов, А. Наш родной нефтяной: к 80-летию ИНК / А. Абакумов // Восход.- 2012.- 10 авг.- С.4.
  • Эйтенейер, Н. Из Майкопа с призами: Всероссийская олимпиада среди специальных профессиональных училищ / Н. Эйтенейер // Восход.- 2012.- 15 июня.- С.8

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ишимбайский нефтяной колледж. Официальный сайт администрации города Ишимбая. Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 17 сентябрь архивланған.
  2. История колледжа. Ишимбайский нефтяной колледж. Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 25 август 2011 года.
  3. Специальности колледжа. Ишимбайский нефтяной колледж. Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
  4. Никулочкин Д. В. Заслуженный рационализатор // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — № 9. — С. 6. — ISSN 2220-8348.
  5. Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 267—268, 407. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.