Эстәлеккә күсергә

Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте
Научное издательство «Башкирская энциклопедия»
Ил

Рәсәй

Нигеҙләнгән

1993

Префикс ISBN

5-88185


Веб-сайт: http://www.bashenc.ru/

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы — Башҡортостан Республикаһы дәүләт автономлы ғилми учреждениеһы. Башҡортостан Фәндәр Академияһының ғилми етәкселегендә эшләй.

1993 йылдың февралендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡорт энциклопедияһы бүлеге (1991—92 йй. төркөм) базаһында Башҡорт энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла.

1995 йылдан алып — «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте.

2012 йылдан алып комплекс хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә.

Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — энциклопедик һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт нәшер итеү.

2013 йылда 95 кеше эшләгән, улар араһында 8 фән кандидаты.

Ғилми редакция советы рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]