Мусин Әмир Шәғәли улы
Мусин Әмир Шәғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июль 1937 |
Тыуған урыны | Түбәнге Һаҙ, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 2017 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мусин Әмир Шәғәли улы (5 июль 1937 йыл — 27 ноябрь 2017 йыл) — нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1963—1984 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир Шәғәли улы Мусин 1937 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған.
Махсус урта белемле, 1957 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай.
1957 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында нефтте беренсел эшкәртеү ҡулайламалары операторы булып эшләй башлай. 1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1960 йылдан КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында 1-се яғыулыҡ етештереү цехы операторы, ә 1963 йылдан — өлкән операторы булып эшләй.
Әмир Мусин туплаған практик тәжрибә ҡоролманы реконструкциялау инициаторы булыу мөмкинлеге бирә, был уның ҡеүәтен 30 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итә, шуның арҡаһында тулайым продукция етештереү йылына 16 миллион һумға арта, АВТ установкаларының ремонт-ара эшләү ваҡытын 1 йыл да 5 айға тиклем арттырыу инициаторы булыу мөмкинлеге бирә, был нормативтан 6 айға юғары. Тик 1976—1980 йылдарҙа ғына был буш тороуҙы 2 айға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә һәм 500 мең һум күләмендә дөйөм экономия бирә.
Әмирт Мусин һәм уның бригадаһының алдынғы тәжрибәһе заводтың һәм производство берекмәһенең бөтә установкаларына киң тарала. Бригада коллективы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса биш йыллыҡ планды (1976—1980) өс йыл һәм һигеҙ ай эсендә, унынсы биш йыллыҡтың дүрт йылы планын ваҡытынан алда — 1979 йылдың 2 декабренә үтәй. Пландан тыш 66,8 мең тонна нефть эшкәртелә, 34 мең һумлыҡ энергия ресурстары, реагенттар һәм яғыулыҡ экономиялана.
Хеҙмәт алдынғыһы бай тәжрибәһен ҙур теләк һәм оҫталыҡ менән эш буйынса иптәштәренә тапшыра. Унынсы биш йыллыҡтың дүрт йылы эсендә ул 14 йәш эшсене оператор һөнәренә өйрәтә.
Нефть химияһы продукцияһын пландан тыш етештереү буйынса социалистик йөкләмәһен үтәүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн, 1980 йылдың 13 июнендә, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Әмир Шәғәли улы Мусинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы»]] исеме бирелә.
1984 йылдан алып 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Өфө нефть эшкәртеү заводында установка етәксеһе, өлкән операторы булып эшләй.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
Мусин Әмир Шәғәли улы Өфө ҡалаһында йәшәй. 2017 йылдың 27 ноябрендә 81-се йәшендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980),
- Ленин ордены (1980),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975),
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мусин Әмир Шәғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2019)
- Ими гордится район // Журнал «Ватандаш» 2016 йыл 4 март архивланған.
- 5 июлдә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 27 ноябрҙә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтселәре
- Алфавит буйынса шәхестәр