Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Лена Абдулбарый ҡыҙы Абдрахманова | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР‑ы Күгәрсен районы Аҙнағол ауылы |
Гражданлығы: | |
Премиялары: | |
Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (10 июнь 1971 йыл) — журналист. 2006 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лена Абдулбарый ҡыҙы Абдрахманова 1971 йылдың 10 июнендә БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Аҙнағол ауылында тыуған.
1995 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 1996 йылдан алып Мәләүез ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
2002 йылдан башлап «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан алып — бүлек мөдире.
«Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» (2010) мәҡәләләр циклы, шулай уҡ социаль тематикаға арналған публицистик хеҙмәттәр авторы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)