Сәйетҡол (Күгәрсен районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәйетҡол
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Яңы Петровка ауыл Советы (Күгәрсен районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Яңы Петровка ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Почта индексы 453342

Сәйетҡол (рус. Саиткулово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 193 кеше булған[2]. Почта индексы — 453342, ОКАТО коды — 80238860005.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 193 89 104 46,1 53,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өҫкө урам (рус. улица Верхняя )
  • Аҫҡы урам (рус. улица Нижняя )[3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәйетҡол ауылы XVIII быуат аҙағында 22 ихатанан тора, уларҙың һәр береһендә 6,1 кеше йәшәй. 64 йылдан һуң 88 йорт хужалығының һәр береһендә 5,2 кеше йәшәй. Ихатала халыҡ һаны кәмей бара ине. 1920 йылда 1 ихатала уртаса 4,8 кеше була.

VII ревизия материалдарына ярашлы, тәүге төпләнеүсенең улы йорт старшинаһы 67 йәшлек Әбделсәләм Сәйетҡолов билдәле. Әбделсәләмдең улы 1790 йылда зауряд-яҫауыл булып хеҙмәт итә. 1859 йылдың X ревизияһында улдарының һәм ейәндәренең исемдәре яҙылған. 1859 йылғы ревизия уның улдарының һәм ейәндәренең исемдәрен теркәгән. Сәйетбатталдың өлкән улы Шаһингәрәйҙең (48 йәш) улдары Хисаметдин, Низаметдин, Шәмсетдин, Ғималетдин булған. Икенсе улы, 44 йәшлек Тимербулат, указлы мулла булып хеҙмәт итә. Уның улы — 11 йәшлек Шәһиғәле. Сәйетбатталдың өсөнсө улы — 40 йәшлек Зәйнәғәбдин. Уның 7 йәшлек улы Мөхәмәтсабир була.

1842 йылда 383 кешегә 1072 бот яҙғы иген сәселә.

1855—1863 йылдарҙа Сәйетҡол ауылында 2-се башҡорт кантоны штаб-фатиры урынлашҡан була. 1858 йылда бында урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Һуңғы ике йылда ошондай уҡ мәктәптәр Ырымбур өйәҙенең Иҫәнғол, Силәбе өйәҙенең Мәтәл ауылдарында барлыҡҡа килә. 1862 йылда Башҡорт ғәскәрендә 27 урыҫ-башҡорт мәктәбе эшләй, унда ябай ғаиләләрҙән 466 бала, бай ғаиләләрҙән 32 кеше уҡый. 1869 йылда Сәйетҡол ауылында башҡорт ҡыҙҙарын рус грамотаһына, йәшелсәселеккә һәм йорт хужалығына уҡытыу буйынса мәктәп асыла. Сәйетҡол а. 1866 йылдан алып ауыл йәмғиәте үҙәге була, уға, бынан тыш, Яҡшембәт, Мораҙым, Муса, Бикеш ауылдары инә.

Күрәһең, 1754 йылда завод хужалары Твердышев менән Мясниковҡа мәғдәнле урындарҙы һатыуҙа ҡатнашҡан абруйлы башкир Сәйетҡол Ҡыҙылбаевтың исемен йөрөтә[4].

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 27 сентябрь 2021, Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр[5]
  • 12 февраль 2019. Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың ғилми мираҫы[6]
  • 4 июль 2019, Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, рухташтар һәм йәндәштәр![7]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында Аҡбуҙат балалар баҡсаһы[8]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 148.
  5. Башҡортостан. [1]
  6. Ватандаш. [2]
  7. Мораҙым. [3]
  8. Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео
  9. Муниципальный район Кугарчинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Мазитов Хасан Барлыбаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
  10. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 4 — 9-сы биттәр
  11. Ейәнсура таңдары 14 ноябрь 2019, Бындай ҡөҙрәтле халыҡ табиптары хәҙер бармы?[4]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]