Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Сирбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Сирбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Халыҡ һаны 0 кеше (2002)[1],
2 кеше (2009)[1],
1 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453345
Карта

Түбәнге Сирбай (рус. Нижнесюрюбаево) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1 кеше була[3]. Почта индексы — 453345, ОКАТО коды — 80238845013.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1842 йыл 324
1920 йыл 26 август 440
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 0
2009 йыл 2
2010 йыл 14 октябрь 1 1 - 100,0 -

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 39 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәҡсүт): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 46 км

Сирбай ауылы Монаш түбәһенә ҡараған. 1816—1834 йылдар араһында Үрге һәм Түбәнгегә бүленә. XVIII быуат аҙағында ауылда 180 кеше йәшәгән 25 ихата була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), Түбәнге Сирбайҙа 58 йорт булған. 300—320 кеше йәшәгән. 1920 йылда 440 кеше була.

Ауылға нигеҙ һалыусының исеме асыҡланмаған. Шулай ҙа уның улдарының исемдәре билдәле. 1816 йылда унда Италмаҫ (1779 йыл), Күлембай, Игебай, Ысыҡбай, Бикбай, Күлғолдо, Бүләкбай Сирбаевтар йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Айғай, Ерекле, Ыҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр.

1842 йылда Түбәнге Сирбай ауылында 324 кешегә 576 бот яҙғы иген сәселгән[4].

Тағы һылтанма буйынса уҡығыҙСирбай ауылдары

  • Юл урамы (рус. улица Дорожная)[5]
  • Түбәнге Сирбай ауылы тарихына бәйле риүәйәт[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]