Эстәлеккә күсергә

Аралбай (Күгәрсен районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аралбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Күгәрсен районы

Координаталар

52°49′45″ с. ш. 56°28′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 238 810 002

ОКТМО коды

80 638 410 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аралбай (Рәсәй)
Аралбай
Аралбай
Аралбай (Күгәрсен районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аралбай

Аралбай (рус. Аралбай) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 109 кеше[1]. Почта индексы — 453322, ОКАТО коды — 80238810002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 204
1920 йыл 26 август 242
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 602
1959 йыл 15 ғинуар 406
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 287
2002 йыл 9 октябрь 105
2010 йыл 14 октябрь 109 58 51 53,2 46,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

XVIII быуатта Аралбай ауылы Һарыш-Ҡыпсаҡ тип аталған улысҡа инә. Ул йорт старшинаһы Аралбай Яманаевтың исемен йөрөтә (1747—1812). Был вазифала уны Ишҡужаның өлкән улы алмаштырған. Икенсе улы яҫауыл булып хеҙмәт итә, өсөнсөһө Ишмырҙа поход сотнигы була. Кеселәре Мөхәмәтшәриф, Хәсән, Мөхәмәтша ябай казактар сифатында хеҙмәт итә. Ауылға 1775 йылда Йәнеш йылғаһы (Иртөбәк йылғаһына ҡоя) һул ярында нигеҙ һалына. 20 йылдан һуң бында 20 йортта йәшәгән 74 ир-егет һәм 66 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. XIX быуат уртаһына был һандар үҙгәрешһеҙ ҡала: 24 ихата була. 1920 йылда 242 кеше 54 йортта йәшәгән.

1842 йылда 106 кешенең һәр береһенә бөтәһе 2,8 бот яҙғы иген сәселгән. 20 йортҡа йылҡы — 360, һыйыр малы — 170, һарыҡ 70 баш тура килгән[2].

  • Революцион урамы (рус. улица Революционная)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)[3]

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]