Ерекле (Күгәрсен районы)
Ерекле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны |
178 кеше (2002)[1], 174 кеше (2009)[1], 186 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453346 |
Ерекле (рус. Зирекля) — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 186 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80238845006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 90 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 296 | ||||
1920 йыл 26 август | 315 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 228 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 196 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 118 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 178 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 186 | 90 | 96 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 55 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәҡсүт): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 53 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәләкәй Абыҙ ауылы бөгөн Ерекле тип атала. Ҡара-Ҡыпсаҡ улусының төп ауылдарының береһе, халыҡ сағыштырмаса күп булған: 1795 йылда бында 40 ихатала 220 ир-ат һәм 191 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта ауылда өс ихатанан торған Бәләкәй Абыҙ утары була. 64 йылдан һуң ауыл 870 кеше йәшәгән 149 йорт хужалығынан тора. Бәләкәй Абыҙ ауылы барлыҡҡа килгән ваҡыт XVII быуатҡа ҡарай. Башҡа тораҡ пункттарға нигеҙ һалыуҙа Ерекле ауылы халҡы ла ҡатнаша. 1850 йылда был ауылдан 36 кеше айырылып, Бөркөт ауылына нигеҙ һалған, ул бөгөн Баш-Бөркөт ауылы булараҡ билдәле. Ул ваҡытта ул 12 йорттан торған.
Бына ошо исемдәргә әүерелгән бер ғаилә ағзаларының исемдәре: Күлынариф Тойғонов, 1779 йылғы; уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәҙиәр. Ғаилә башлығы ағалы-ҡустылы Мөхәмәтшәрип, Рамаҙан, Мөхәмәткәрим, Абдулнасир менән йәшәй.
1842 йылда Ерекле ауылында 723 кешегә 228 сирек, йәғни 1824 бот, яҙғы иген сәселә[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (7.01.1941) — башҡорт тарихсы-ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
Ерекле ауылы топонимдары, антропонимдары, ҡушаматтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанма буйынса уҡығыҙ[7]
Йомаҡаева Илүзә Йомағол ҡыҙы. Мәҡсүт менән Ерекле ауылдары тирәһендәге ер-һыу атамалары[8].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерекле тураһында белешмә[9]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 144. 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Тыуған яҡ: Топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 105—107 се биттәр
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 58 — 59-сы биттәр
- ↑ [1](недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ерекле (Күгәрсен районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |