Дауыт-Ҡайып
Ауыл | |
Дауыт-Ҡайып | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Дауыт-Ҡайып (рус. Даут-Каюпово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[1]. Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 340 | ||||
1920 йыл 26 август | 439 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 305 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 363 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 158 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 187 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 141 | 76 | 65 | 53,9 | 46,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 54 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Теләүембәт): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 80 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт һәм Ҡайып ауылдары бер үк ваҡытта барлыҡҡа килмәгән.
1795 йылдағы V ревизияла 6 ихатаһы һәм 36 кешеһе булған Дауыт ауылы күрһәтелгән, ә икенсеһе — Ҡайып әлегә билдәле булмаған. 1816 йылдағы етенсе ревизияла Дауыттың улдарының исемдәре күрһәтелгән. Олоһо, писарь, 38 йәшлек Ҡылысбай улдары Мөхәмәтйән, Абдрахман, Абдулбаян менән йәшәй. Кесе Йылҡыбайҙың Абдулғәлләм исемле улы була. Шул уҡ ревизия тәүге тапҡыр башҡорттарҙың вәкәләтле аҫаба кешеһе Ҡайып Тайлаҡовтың исеменән Ҡайып ауылы теркәгән. Ул 1789 йылда Туғыҙтимер йылғаһы буйында майор М. И. Бекович-Черкасҡа Туғыҙтимер йылғаһы буйында ер һатыуҙа ҡатнашҡан. Уның 1754 йылда тыуған улдары Йәғәфәр һәм 1758 йылда тыуған Ҡарабай билдәле. Һуңғының улдары Ҡуҙыбай, Динмөхәмәт, Алсынбай булған. Ауылда 8 йорт хужалығы була. VIII (1834) башланған артабанғы ревизияларҙа Дауыт-Ҡайып тигән исем менән бер ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 282 кеше йәшәгән 45 ихата булған. 1920 йылда 99 йорт хужалығының һәр береһенә 4,4 кеше йәшәгән. Был ауылда йәшәүсе Ғабдулхалик Әмир улы Үзбәков 1812 йылдағы Ватан һуғышында һәләк була[4]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт-Ҡайып ауылы. 18.03.2014йылМораҙым. 18 ноябрь 2020. Ут яна, юл һалына[5]
- Мораҙым. 29 сентябрь 2020, Эшһөйәрҙәр затынан улар[6]
- Башҡортостан. 19 ноябрь 2019, Ҡаһарманлыҡ мәңге онотолмаҫ[7]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡшыбаевтар шәжәрәһе. Дауыт — Ҡайып ауылы. 2018 йыл. 11 июль. 2018 г.[8]
- Дауыт-Ҡайып ауылы. Еңеү көнө байрамы. 8 май 2018 йыл[9]
- Алтмыш бишенсе йәшендә билдәле шағир, Рәмил Йәнбәк баҡыйлыҡҡа күсте. 12 ғинуар. 2017 йыл[10]
Ете мөғжизәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарҙы: Намаҙғолова Әҙилә Рөстәм ҡыҙы, 4-се класс. Етәксеһе: Сәлихова Лилиә Һаҙый ҡыҙы[11].
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт-Ҡайып ауылы тирәһендәге гидронимдар (башҡарҙы: Сәғитов Илгиз Ирәндек улы)[12].
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы, Рәмил Йәнбәк (10 август 1952 йыл) — билдәле башҡорт шағиры һәм журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, 1979 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015) исемендәге премиялар лауреаты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 145. 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ [3]
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 76 — 78-се биттәр
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 95 — 110-сы биттәр
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |