Мораҙым (гәзит)
«Мораҙым» | |
Тип |
Күгәрсен районының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы |
---|---|
Веб-сайты | |
Мораҙым — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының ижтимағи сәйәси гәзите. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1931 йылдың 19 октябрендә Күгәрсен районда «Ударсы» тип аталған беренсе район гәзите сығарыла . Шул ваҡтыттан башлап гәзит райондың йәмәғәт тормошонда мөһим урын биләй. Төрлө йылдарҙа гәзит һәм коллектив менән бергә тормоштағы бмк күп үҙгәрештәрҙе кисерә, ижади хеҙмәткәрҙәрҙең бер быуыны ашына. Гәзиттең мөхәррирҙәре, хеҙмәткәрҙәре, исемдәре бер-бер артынан үҙгәрә, әммә баҫманың тәғәйенләнеше үҙгәрешһеҙ ҡала — уҡыусыһына тоғро хеҙмәт.[1]
1933 йылдан «Коммуна байрағы» , 1953 йылдан «Ҡыҙыл байраҡ» , 1958 йылда «Путь Октября» гәзите менән берләшерелгәс («Путь Октября» гәзите 1933 йылдан рус телендә сыға, 1953 йылға тиклем «Знамя коммуны» исеме менән баҫтырыла) «Октябрь юлы» исемле башҡорт теләндә һәм «Путь Октября» исемле рус телендә, 1965 йылдан «Слава труду» һәм «Хеҙмәткә дан» исемдәре менән сыға.[2]
2009 йылдың ғинуарынан алып хәҙергә исеме менән үҙ аллы гәзит булып сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мораҙым (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.