Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәһит Хоҙайбирҙин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәһит Хоҙайбирҙин
Шәһит Хоҙайбирҙин
Флаг
БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК)
1921 — 1922
Алдан килеүсе: Мортазин Муса Лот улы
Дауамсы: Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы
РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Эске эштәр буйынса халыҡ комисcары
 
Тыуған: 9 октябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Ырымбур губернаһы Бесәнсе ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы
Үлгән: 21 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (28 йәш)
Мәскәү, СССР
Ерләнгән: Өфө
Балалары: Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (1923-1998) бейеүсе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Белеме: Хөсәйениә мәҙрәсәһе
 
Наградалары:

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (9 октябрь 1896 йыл21 декабрь 1924 йыл) — Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин1896 йылдың 9 октябрендә Ырымбур губернаһы Бесәнсе ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында) тыуған. 1909 йылда Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһенә уҡырға бара. 1914 йылда мәҙрәсә администрацияһын тәнҡитләгән өсөн уҡыуҙан ҡыуыла.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. Австрия фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһын 144-се уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.

1918 йылда большевиктар партияһына алына, Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла. РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй.

1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Партияның 10-се съезы делегаттары менән Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша һәм ауыр яралана, батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Избранные произведения. Публицистика, воспоминания, рассказы и очерки, стихи. Предисл. Р. У. Кузеев. Уфа, 1958.
  • Избранное. Публицистика, воспоминания, художественные произведения. Предисл. Р. У. Кузеева. Пер. С башкирского М. Гафурова. Уфа, 1968. (рус.)
  • На ветрах революции. Публицистика, воспоминания. Уфа, 1986. (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)