Эстәлеккә күсергә

Ҡуҙыев Рамаҙан Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуҙыев Рамаҙан Усман улы
Тыуған көнө

18 октябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Мәтәл ауылы

Вафат булған көнө

25 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Усман

Әсәһе

Ғәфифә

Тормош иптәше

Хафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙы

Балалары

Луиза

Ҡуҙыев Рамаҙан Усман улы (18 октябрь 1906 йыл — 25 июль 1981 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының икенсе саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты.

Ҡуҙыев Рамаҙан Усман улы 1906 йылдың 18 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Мәтәл ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Атаһы Усман Беренсе донъя һуғышынан яраланып ҡайта һәм 1916 йылда вафат була.

Мәтәл рус-башҡорт мәктәбендә башланғыс белемде ала. 1927 йылда Мәскәүҙә Эшселәр факультетын, 1936 йылда Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетын тамамлай. 1927 йылдан — ВЛКСМ-дың Арғаяш улус комитетының яуаплы сәркәтибе. Ҡуҙыевтың «Мәтәл ауылы» тигән башҡорт телендә тәүге мәҡәләһе «Башҡортостан» гәзитенең 1928 йылдың 4 ғинуарында сыҡҡан 2-се һанында баҫтырыла. 1928—1930 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1930 йылдан КПСС ағзаһы, Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының Район контроль комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

1938 йылдан 1948 йылға тиклем (һуғыш йылдарында өҙөклөк менән) — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Пленумы ағзаһы, 1939 йылдан 1947 йылға тиклем — Өфө ҡала Советы депутаты була. Мәҙәниәт-ағартыу бүлеге мөдире Ҡузыев 1938 йылдың 15 майында хеҙмәтсәндәр исеменән СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы кинематография эштәре буйынса комитетына «Салауат» тарихи кинокартинаһын төшөрөүҙе һорап хат яҙа. ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының 1938 йылдың 10 июлендәге ҡарары менән ул «Салауат» тарихи драмаһын төҙөү буйынса хөкүмәт комиссияһы составына индерелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәйәси советты камиллаштырыу буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙы тамамлай һәм 1941 йылдың авгусынан 1942 йылдың февраленә тиклем Дәүләкән педагогия училищеһы директоры булып эшләй.

1942 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға мобилизациялана. 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Сталинград алышында ҡатнаша. Сталинград, Волхов, 2-се Балтик буйы, 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре составында һуғыша. 3-сө удар армияһы 93-сө уҡсылар корпусы 115-се уҡсылар дивизияһы 576-сы уҡсылар полкының взвод командиры, политработник (агитатор), 3-сө удар армияһының 153-сө армия запас уҡсылар полкының агитаторы булып хеҙмәт итә. 1-се Белоруссия фронты частары составында Берлинға хәтлем барып етә. Майор хәрби званиеһына эйә була. 1945 йылдың ноябрендә демобилизациялана.

Һуғыш тамамланғас, Өфөгә ҡайта һәм 1945—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, 1947—1950 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы була.

1950—1969 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында индустриялаштырыу, коллективлаштырыу, ауыл хужалығы, эшсе синыф процестарын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Һуғышҡа тиклемге осорҙа республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫеш тарихын; Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнә. 50 фәнни хеҙмәт авторы, 6 коллектив монография һәм документтар йыйынтығының авторҙашы.

1981 йылдың 25 июлендә вафат була.

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944),
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945),
  • II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордены,
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» (1942), «Берлинды алған өсөн» (1945), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945), «Варшаваны азат иткән өсөн», «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалдары.
  • «Почет билдәһе» ордены (1949).
  • Культурное строительство в Башкирской АССР в годы четвертой пятилетки (1946—1950 гг.): автореф. дис канд. ист. наук / Р. У. Кузыев. — Уфа, 1958. — 20 с.
  • Багау Нуриманoв: революционер-большевик, герой гражданской войны. 1893—1918 / Р. У. Кузыев. — Уфа: Башкир. книж. изд-во, 1955. — 90 с.
  • Бахтигарей Шафиев: большевик-революционер. 1897—1918. / Р. У. Кузыев. — Уфа: Башкир. книж. изд-во, 1972. — 127 с.
  • Шагит Худайбердин: большевик, герой гражданской войны. 1896—1924. / Р. У. Кузыев. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 95 с.
  • Мэтелле. Метелева — моя родная деревня.
  • Арғаяш районы хакимиәтенең 2001 йылғы ҡарары нигеҙендә Мәтәл ауылы урамдарының береһенә (элекке Совет урамына) Р. У. Кузыев исеме бирелә.
  • 2022 йылда Мәтәл ауылында уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
  • Исянгулов Ш. Н. Вклад Г. Х. Гумерова и Р. У. Кузыева в историческую науку Башкортостана // Россия и Восток: взаимодействие стран и народов: труды Х Всерос. съезда востоковедов, посвященного 125-летию со дня рождения выдающегося востоковеда Ахмет-Заки Валиди Тогана. Книга 1. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2015. — С. 263—266.
  • Кузыев Рамазан Усманович // Уфимский федеральный исследовательский центр РАН. Ученые БФАН СССР — УФИЦ РАН / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Информреклама, 2021. — 196 с. — C.87.