Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы
Ғайса Хөсәйенов | ||||
Исеме: |
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||
Тыуған урыны: | ||||
Гражданлығы: | ||||
Йүнәлеше: |
яҙыусы | |||
Жанр: |
проза | |||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||||
Премиялары: | ||||
Наградалары: |
| |||
Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (10 апрель 1928 йыл) — әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.
1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.
1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды.
Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Батырҙар ҡиссаһы»
- «Сәйәхәт дәфтәре»
- «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев»
- «Ҡанлы илле биш», «Тормош»
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тормош
- Рудасы Исмәғил Тасим улы
- Ҡанлы илле биш һ. б.
Тормошо, ғилми эшмәкәрлеге һәм ижады тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Г. Хусаинов. Библиографический справочник. Уфа, 1986 г.
- Харисов А. И. Советчик и друг башкирской литературы. — «Молодая литература возрожденного народа». Москва, «Советская Россия», 1958 г., с. 89-100.
- Рахимкулов М. Г. Монография о Сайфе Кудаше. — «Литертура и жизнь» журналы, 1959 г., 25 декабря.
- Зиннәтуллина Х. Сәйфи Ҡудаш ижады. — «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1960 й., № 5.
- Зарипов Н. Т. Монография о творчестве Сайфи Кудаша. — «Вопросы литературы» журналы, 1960 г., № 11.
- Галимов М. Первая ласточка. Альманах «Литературная Башкирия», выпуск, № 16.
- Ғәбсәләмов З. Халыҡ шағиры тураһында китап. — «Ағиҙел» журналы, 1961 й., № 11.
- Хакимов А. Х. Из истории молодой литературы. (О книге «Даут Юлтый»). — «Вопросы литературы» журналы, 1963 г., № 12.
- Хәкимов Ә.Х. Яҙыусы хаҡында ғилми китап. — «Ағиҙел» журналы, 1963 й., № 9.
- Сафуанов С.Ғ. Халыҡ шағирының образы. — «Ағиҙел» журналы, 1966 й., № 1.
- Бикбаев Р. Т. Башҡорт совет поэзияһы тураһында ҙур хеҙмәт. — «Ағиҙел» журналы, 1969 й., № 6.
- Амиров Р. К. Дневник путешествий. — «Литературное обозрение» журналы, 1977 г., № 2.
- Ғәйнуллин М. Ф. Гүзәллек иленә сәйәхәт. — «Ағиҙел» журналы, 1978 й., № 4.
- Байымов Р. Н. Ғалимдың ижад үрҙәре. — «Ағиҙел» журналы, 1978 й., № 4.
- Байымов Р. Н. Тамырлы ижад. — «Ватандаш» журналы, 1998 й., № 4, 83-86-сы биттәр.
- Байымов Р. Н. Яҙыусы, шәхес һәм заман. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 10 апрель.
- Амиров Р. К. Оперативность. Глубина. Целеустремленность. — Чтобы шагнуть в завтра. Уфа, 1982 г., с. 240—255.
- Ҡунафин Ғ.С. Олуғ ғалим һәм әҙип. — «Ватандаш», 2003 й.,№ 3, 45-56-сы биттәр.
- Нәҙерғолов М. Х. Ижад офоҡтары киң. — «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2008 й., № 4, 11-12-се биттәр.
- Нәҙерғолов М. Х. Әҙәбиәтебеҙ уҙаманы. — «Йәшлек» гәзите, 2003 й., 10 апрель.
- Шаһиев Р. Башҡорт ғилемиәтенең пәйғәмбәре. — «Башҡортостан» гәзите, 2009 й., 18 март.
- Юнысова Ф. Очерк жанрында тарихи хикәйәләр. — «Ватандаш», 2006 й., № 7, 96-105-се биттәр.
- Әбүзәров С. Н. Мин тыуғанмын икән. — «Йәшлек» гәзите, 2000 й.,20 июль.
- Солтангәрәев Р.Ғ. Тәүге мөхәррир. — «Йәшлек» гәзите, 2000 й., 20 июль.
- Нурғәлин З.Ә. Дәүерҙең лайыҡлы улы. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 10 апрель.
- Нурғәлин З. Ә. Үҙ быуатына тиң ғүмер. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 10 апрель.
- Иҫәнғолова С. Әҙәбиәт һағында. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 10 апрель.
- Гәрәева Г. Н. Ғалим, әҙип. — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 10 апрель.
- Килмөхәмәтов Т.Ә. Ғалим, ойоштороусы, яҙыусы. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1998 й., № 4, 36-37-се биттәр.
- Килмөхәмәтов Т.Ә. Ғилемлелек һәм сәсәнлек тылсымы. — «Ағиҙел» журналы, 1996 й., № 6, 169-174-се биттәр.
- Богданов Ф. В. Ижад елкәндәре — тарих даръяһында. — «Ватандаш» журналы, 1999 й., № 6, 56-62-се биттәр.
- Хәбиров Ә.Х. Тормош һабаҡтары һәм әҙәбиәт. — Йәнле шишмәләр. Өфө, «Китап», 1996 й., 7-22-се биттәр.
- Ғарипова Г. Һүҙендә — ҡеүәт, телендә — хикмәт. — «Ағиҙел», 2002 й., № 8, 125-129-сы биттәр.
- Күзбәков Ф. Академик Ғайса Хөсәйенов менән башҡорт әҙәбиәте ғилеме хаҡында әңгәмә. -«Ағиҙел», 2013, № 4
- Хөсәйенова Г. Ғ.Б.Хөсәйенов һәм башҡорт фольклористикаһы. -«Ағиҙел», 2013, № 4
- Юнысова Ф. Фән азаматы ил азаматтары тураһында. -«Ағиҙел», 2013, № 4
- Абдрафиҡова Г. Поэтик оҫталыҡ, таһыллыҡ өлгөһө. -«Ағиҙел», 2013, № 4
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
- ↑ Хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гиният Кунафин. Учёный-энциклопедист нашего времени // Ватандаш. (рус.)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 10 апрелдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары
- Башҡорт фольклорсылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- «Ватандаш» журналы баш мөхәррирҙәре
- Башҡорт әҙәбиәте белгестәре
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия (Ҡырмыҫҡалы районы) лауреаттары
- Шәхестәр:ТТӘИ
- Тарихи романдар авторҙары