Абдуллин Азат Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Абдуллин битенән йүнәлтелде)
Азат Хаммат улы Абдуллин
Тыуған көнө:

26 июнь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы

Вафат булған көнө:

11 ноябрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (92 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

драматург, яҙыусы

Жанр:

проза, драма, публицистика

Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены

Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931 йыл11 ноябрь 2023 йыл) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1975 йылдан — КПСС ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙип 2023 йылдың 11 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат булды[1].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас. XX быуаттың 70‑се йылдарында йәмғиәттең социаль‑әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе «Ун өсөнсө председатель» (1979) драмаһы үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа). Был әҫәр дәүләт һәм власть органдары чиновниктарына оҡшамай. Уны заманында КПСС Үҙәк Комитеты секретары Суслов Михаил Андреевич үҙе тыя. «Ун өсөнсө председатель» пьесаһының дауамы — «Һуңғы уҙаман» (1986; яңы редакцияһы «Һағыш йылғаһы») драмаһы. Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) пьесаһы мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән итә (2004 й. Роман Виктюк театрында ҡуйыла).

Азат Абдуллин С. И. Чекмарёв тураһындағы «Онотма мине, ҡояш» (1963) документаль повесын һәм драмаһын ижад итә. Әҙиптең әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. «Аҡтан-аҡ һөт» (1976), «Ҡыҙыл ысыҡ» (1979) документаль повестары, публицистик очерктар һәм мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1984)
  • С. Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983)

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө: Китап, 2016[2].
  • Һайланма әҫәрҙәр: пьесалар, проза, публицистика. — Өфө, Китап, 2006
  • Йөрәккә сәнселгән аңлауҙар: пьесалар, повестар, публицистика. — Өфө, 1993
  • Красная роса: повести. — М., «Современник», 1979. — 225 стр.
  • Не забывай меня, солнце!: Пьеса. — М., «Искусство», 1973. — 47 стр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асгат Мирзагитов Даётся один раз // Театральная жизнь. 1982. № 20;
  • Целищева Н. Нетленая правда памяти // Учительская газета. 1982, 28 февраля.
  • Стародубцев В. Снова — Сагадеев // Театр. 1986. № 4.
  • Саитов С. Возвращение Сагадеева // Ленинец. 1989, 11 апреля.
  • Миҙхәт Ғәйнуллин Яҙыусы зирәклеге // Совет Башҡортостаны. 1988, 25 февраль.
  • Рафаэль Аҙнағолов Ҡабатланмаҫ балҡыш төрҙәре // Ағиҙел. 2001. № 6.
  • Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы Азат Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль уңышлы үтте [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар