Бүләков Флорид Миңнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флорид Бүләков битенән йүнәлтелде)
Флорид Бүләков
Тыуған көнө:

23 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мишкә районы Оло Шаҙы ауылы

Вафат булған көнө:

18 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

драматург

Ижад йылдары:

19842015

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Атылған өйөр»
(трагедия, 1984)

Премиялары:
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 2004
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Бүләков Флорид Миңнулла улы (23 февраль 1948 йыл — 18 ғинуар 2015 йыл) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флорид Миңнулла улы Бүләков 1948 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969—1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайында «Эрвел» бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй[2]. Шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала[2]. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург «Дружба» Мишкә район гәзитендә һәм «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләй[2].

Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был „һикереүҙәр“ (һауа торошоноң) миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле яҙыусыға һәм драматургҡа инфаркт булды.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә[2]. Драматург бер-нисә тиҫтәнән ашыу пьеса ижад итә, улар араһында тәүге драма әҫәре «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Ҡанатланып ос, һин Толпарым!», «Талаҡ-талаҡ», «Әбеҙәргә ни етмәй?», «Бибинур, ах, Бибинур!», «Шайморатов-генерал», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Таштуғай», «Камикадзе», «Онотолған доға», «Мөхәббәт ҡарағы» һәм башҡалар бар[3].

  • Әҙиптең пьесалары Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың һәм Литваның 150-нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә барғаны билдәле[3].
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Ригала башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы була. Латвияның «Дайлес» театры уның «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» тигән пьесаһы буйынса «Изге эш» исемле спектакль әҙерләгән. Мөхәббәт хаҡындағы был трагикомедия — авторҙың тәүге драма әҫәрҙәренең береһе. Уны сәхнәләштергән режиссёр Паулс Тимротс пьесаны латыш теленә үҙе тәржемә иткән[4].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы 1-се лицей 2017 йылдың 26 ғинуарынан Флорид Бүләков исемен йөрөтә[5].
  • Лицей стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Флорид Бүләков Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булды. ИА Башинформ (27 февраль 2013). Дата обращения: 31 ғинуар 2015.1 =
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ушел из жизни народный писатель Башкортостана Флорид Буляков. ИА Башинформ (18 ғинуар 2015). Дата обращения: 31 ғинуар 2015.1 =
  3. 3,0 3,1 Ауыр юғалтыу. Башҡорт дәүләт академия драма театры (Ғинуар 2015). Дата обращения: 31 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Ригала башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы була — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 октябрь
  5. 5,0 5,1 Төбәктә мәктәпкә халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың исеме бирелә. , 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]