Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мишкә районы |
Флаг[d] |
 |  |
 |
Нигеҙләү датаһы |
20 август 1930 |
Дәүләт |
Рәсәй |
Административ үҙәк |
Мишкә |
Административ-территориаль берәмек |
Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны |
22 601 кеше (1 ғинуар 2019)[1] |
Административ рәүештә бүленә |
Аҡбулат ауыл советы, Баймырҙа ауыл советы, Оло Сухояз ауыл советы, Оло Шаҙы ауыл Советы, Ирсай ауыл советы, Ҡайраҡ ауыл советы, Камай ауыл советы, Мәүлит ауыл советы, Мишкә ауыл советы, Иҫке Арзамат ауыл советы, Тымбай ауыл Советы, Урьяҙы ауыл советы һәм Сурай ауыл советы |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5:00[d] һәм YEKT |
Сиктәш |
Борай районы, Ҡариҙел районы, Балтас районы, Бөрө районы һәм Благовещен районы |
Майҙаны |
1689,11 км² |
Почта индексы |
4523ХХ |
Рәсми сайт |
mishkan.ru |
 |
Урындағы телефон коды |
34749 |
|
Мишкә районы Викимилектә |
Мишкә районы (рус. Мишкинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Мишкә ауылы. Район 1930 йылдың 20 авгусында төҙөлгән. Районда 26253 кеше йәшәй.
- Абукаев-Эмгак (Абукаев Вячеслав Александрович; 5.01.1959—29.05.2008), яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә итеүсе. Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999. Мари комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ Яныш Ялкайн исемендәге премия (1998) һәм Марий Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге Дәүләт премияһы (2007) лауреаты. Туҡтар ауылынан[2].
- Андрианов Андрей Андрианович (24.04.1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989) артисы. Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Иҫке Ҡолсобай ауылынан[3].
- Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (13.02.1959), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Мишкә агросәнәғәт колледжы директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003—2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2019).Мишкә районының почётлы гражданы исемен йөрөтә. Тигермән ауылынан.
- Белов Михаил Ипатович (7.11.1924—24.02.2015), совет хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры. Алексеевка ауылынан.
- Флорид Бүләков (23.02.1948—18.01.2015), драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).Оло Шаҙы ауылынан.
- Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14.03.1951), хор дирижёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Мишкә районының Почетлы гражданины (2020). Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан.
- Казаков Степан Александрович (25.03.1914—7.12.1964), 1938 йылда Хәсән күле һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Артиллерия полкының разведка начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943). Яңы Троицкий ауылынан.
- Костарев Антон Дмитриевич (18.09.1928—15.08.1985), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрө районы «Урал» колхозының тракторсыһы, бригадиры һәм механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Кесе Нәкәрәк ауылынан.
- Легостаев Виктор Григорьевич (10.09.1948), журналистика ветераны, Бөрө районы «Победа» гәзитенең элекке баш мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Мишкә ауылынан.
- Михайлов Кирилл Андреевич (2.04.1983), саңғысы-биатлонсы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары (2006, 2010, 2014) чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2008), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Ҡайраҡ ауылынан[4].
- Мурзашев Сергей Михайлович (29.09.1967) — физик культура уҡытыусыһы, хәрби-ғәмәли күпбәйге (военно-прикладное многоборье) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сурай ауылынан[5].
- Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан[6].
- Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (27.07.1938—6.12.2016), акушер-гинеколог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы. Ҡыҙыл Юл ауылынан[7].
- Шамратов Ефим Шамратович (02.03.1933), хужалыҡ эшмәкәре, 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), райондың почётлы гражданы. Сурай ауылынан[8].
- Әғләмов Нәғим Харислам улы (15.08.1932—24.12.2008), төҙөүсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973). Оло Шаҙы ауылынан.[9].
- Александров Андрей Александрович (02.03.1936— ), педагог. Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы. Хеҙмәт ветераны. II дәрәжә «Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн» миҙалы (2001) һәм В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):