Иштебай ауыл Советы (Мишкә районы)
Иштебай ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мишкә районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Иштебай ауыл Советы – Мишкә районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы – 452359. ОКАТО коды – 80243827000. «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 16 декабрендәге Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1].
4. 1992 йылда Оло Шаҙы ауыл Советының 4 ауылынан ойошторола. 2008 йылда кире Оло Шаҙы ауыл Советына ҡайтарыла.
Ауыл Советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иштебай ауылы - административ үҙәк, ауыл Ҡарасим, Юбайкүл ауылдары (ҡушымта 39е); (Башҡортостан Республикаһының 16.07.2008 22-з һанлы Законы)
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мишкә районында Иштебай ауыл Советын ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 17 декабрендәге 6-2/513 һанлы указы хәбәр итә:
1. Мишкә районы Иштебай ауылында административ үҙәк менән Иштебай ауыл Советын ойошторорға. 2. Оло Шаҙы ауыл Советы составынан Иштебай, Ҡарасим, Юбайкүл ауылдарын сығарып, Иштебай ауыл Советы составына индерергә.
3. Иштебай ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:35) Мишкә районы буйынса:
а) Оло Шаҙы ауылында административ үҙәге менән, "Оло Шаҙы" атамаһын һаҡлап, Оло Шаҙы һәм Иштебай ауыл Советтарын берләштерергә.
Иштебай ауыл Советының Иштебай, Ҡарасим, Юбайкүл ауылдарын Оло Шаҙы ауыл Советы составына индерергә.
Оло Шаҙы ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Иштебай ауыл Советын алып ташларға;
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Балтас районы, Оло Шаҙы ауыл Советы, Ирсай ауыл Советы, Мәүлит ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з „О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан“