Михайлов Кирилл Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михайлов Кирилл Андреевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы  Рәсәй
Тыуған көнө 2 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Ҡайраҡ (ауыл), Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Парилимпия уйындары - 2006[d], Ҡышҡы Паралимпия уйындары - 2010[d] һәм Ҡышҡы Парилимпия уйындары - 2014[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Дуҫлыҡ ордены

Михайлов Кирилл Андреевич (2 апрель 1983 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы һәм саңғысыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2006, 2010, 2014 йылдарҙағы Ҡышҡы паралимпия уйындары призеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кирилл Михайлов Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡайраҡ ауылында тыуған. Спорт менән 1993 йылда шөғөлләнә башлай. Мишкә районы Балалар-үҫмер спорт мәктәбенең (ДЮСШ) тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. Н. Байметов).

  • 2005 йылдан — саңғы ярыштары буйынса Рәсәй спорт мастеры, Рәсәй йыйылма паралимпия командаһы ағзаһы.
  • 2006 йылдан — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
  • 2005 йылдан Башҡортостан юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы[1], артабан — Ғүмәрова Надежда Григорьевна).

Ведомство ҡарамағы: Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте (ВОИ). Рәсәй йыйылма командаларының Федераль дәүләт учреждениеһы «Спорт әҙерлеге үҙәге» ндә спортсы-инструктор.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 Алтын —Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2006 — 20 километрлыҡ саңғы ярыштары;
  • 3 Бронза — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2006 — 10 километрлыҡ саңғы ярыштары;
  • 1 Алтын — Рәсәй чемпионаты — 2009 (5 км);
  • 2 Көмөш — Донъя чемпионаты — 2009;
  • 1 Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 3 километрлыҡ биатлон индивидуаль эҙәрлекләү ярышы;
  • 1 Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 20 километрлыҡ саңғы ярыштары;
  • 2 Көмөш — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 10 километрлыҡ саңғы ярыштары;
  • 1 Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2010 — 3 * 5 километрлыҡ эстафета;
  • 1 Алтын — Ҡышҡы паралимпия уйындары — 2014 — 1 километрлыҡ саңғы ярыштары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ике улы бар — Даниил һәм Корнил[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]