Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 10 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (67 йәш)
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены

Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы (10 февраль 1952 йыл) — совет саңғысыһы, биатлон һәм саңғы спорты буйынса тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир Әбүбәкер улы Ғүмәров 1952 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Туҡтар ауылында тыуған. Саңғы ярыштары буйынса юниорҙар араһында СССР-ҙың ике тапҡыр чемпионы (1972, 1973). 1981 йылда Алма-Ата дәүләт физик культураһы институтын тамамлай. СССР-ҙың саңғы ярыштары буйынса спорт мастеры (1984)[1]. 1997 йылда ғаиләһе менән Бәләбәй ҡалаһына күсә.

1999 йылда Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең йыйылма командаһының һәм Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры итеп тәғәйенләнә[2]. Бәләбәй районының спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы ярыштары буйынса тренер-уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан Рәсәй йыйылма командаларының саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Спорт әҙерлеге үҙәгенең Рәсәй парилимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры итеп тәғәйенләнә.

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында иң юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр:

  • Александр Давидович — 2014 йылғы Паралимпия уйындарының ике тапҡыр бронза призеры,
  • Кирилл Михайлов — паралимпия уйындарының биш тапҡыр чемпионы (2006, 2010, 2014)[3],
  • Ирек Зарипов — 2010 йылғы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы[4],
  • Ирек Маннанов — Паралимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы (1998, 2002)[5],
  • Ғарифуллин Рөстәм — Паралимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы, 2006 йыл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» маҡтаулы исеме.
  • Башҡортостан республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2006)[6].
  • Почёт Ордены (2010)[7].
  • « Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2010).
  • Дуҫлыҡ Ордены (2014)[8].
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены[9].
  • Бәләбәй районының почетлы гражданы (2014)[10][11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Уфе состоялось награждение победителей конкурса «Человек года» по версии газеты «Республика Башкортостан»
  2. СОЧИНСКАЯ ПАРАЛИМПИАДА-2014 До заветного рубежа — 100 дней
  3. Болеем за наших паралимпийцев!
  4. Президентская благодарность тренеру
  5. Если палки ломаешь — значит, здоров
  6. Указ Президента РБ от 24.04.2006 N УП-157 «О награждении орденом Дружбы народов Гумерова А. А. и Фаизова Р. Ш.»
  7. Указ Президента Российской Федерации от 26.03.2010 г. № 379 О награждении государственными наградами Российской Федерации
  8. Указ Президента Российской Федерации от 22.03.2014 г. № 167 О награждении государственными наградами Российской Федерации
  9. Указ Президента РБ от 14.05.2014 № УП-114 «О награждении государственными наградами Республики Башкортостан»
  10. Решение Совета муниципального района Белебеевский район Республики Башкортостан от 29 мая 2014 года № 259
  11. ПОЧЕТНЫЕ ГРАЖДАНЕ