Зарипов Ирек Айрат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ирек Зарипов
рус. Ирек Айратович Зарипов
Irek Zaripov.jpg
спортсмен
Эшмәкәрлек төрө:

биатлонист

Тыуған көнө:

27 март 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (39 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Атаһы:

Зарипов Айрат Ғәбделхамат улы

Әсәһе:

Зарипова Вәсилә Мостафа ҡыҙы

Балалары:

Айнур

Награда һәм премиялары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Зарипов Ирек Айрат улы (27 март 1983 йыл) — саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Йәмәғәт эшмәкәре. Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Башҡортостан Республикаһының 5—6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирек Айрат улы Зарипов 1983 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе — Айрат Ғабделхамат улы һәм Вәсилә Мостафа ҡыҙы Зариповтар, кирбес заводы эшселәре. Мәктәптә Ирек саңғы һәм баскетбол менән мауыға, футбол уйнай, бокс һәм көрәш менән шөғөлләнә. 2000 йылда 17 йәшендә аварияға эләгә: ике аяғын да киҫәләр. Инвалидлыҡҡа ҡарамаҫтан, һөнәри лицей һәм Башҡорт иҡтисад-юридик колледжын тамамлай[1] . 2011 йылда Стәрлетамаҡ физик культура институтын (Урал дәүләт физик культура университеты филиалы)) тамамлай. Стәрлетамаҡ «Иҙел» спорт комплексында шөғөлләнә (беренсе тренеры — Ф. Н. Ғөбәйҙуллин). Үҙен төрлө спорт төрҙәрендә: еңел һәм ауыр атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы буйынса һынап ҡарай. 2004 йылда еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына индерелә. Рәсәй чемпионатында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса өлкән тренер Ирина Громова менән таныша һәм уның тәҡдиме буйынса Башҡортостандың билдәле тренеры Салауат Ғүмәровта саңғы спорты менән шөғөлләнә башлай[1]. 2005 йылда Ирек Зарипов Башҡортостан Республикаһының юғары спорт мастерлығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — С. Р. Ғүмәров). Шул уҡ йылда Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составына индерелә. Туринда 2006 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнаша, унда 7,5 км биатлон буйынса 4-се урынды яулай. Еңел атлетика буйынса 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпемпионы (12 тапҡыр, 2006—2008). 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында 4 алтын миҙал ала: биатлонда 2,4 км (эҙәрлекләү) һәм 12,5 км алыҫлыҡта һәм саңғыла 15 км һәм 10 км алыҫлыҡта саңғыла; саңғыла 1 километрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулай[2]. 2010 йылдың июнендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Стәрлетамаҡ делегаты булып ҡатнаша[3]

Халыҡ телендә «Башҡорт Маресьевы» тигән исем алған, уның спорт буйынса иптәштәренә рәсми рәүештә лә «заман Маресьевтары» тигән шундай бүләктәр тапшырыла[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2010 йылдан — Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты.
  • Урал физик культура академияһы ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының 5—6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023).
« Ванкуверҙан һуң минең тормошомда күп нәмә үҙгәрҙе. Элек мин бары тик спорт менән генә янып йәшәһәм, оло еңеүҙәремдән һуң йәмәғәт эшенә сумдым, йәғни тормошомда тағы ла яңы бер бит астым. Олимпиаданан һуң дауаханаларға, балалар һәм инвалидтар йорттарына күп йөрөнөм һәм әле лә был эшемде ҙур ихласлыҡ менән дауам итәм.

Ниндәйҙер етем йәки ғәрип балаға үҙ хыялына табан аҙым эшләр өсөн тик бер генә ыңғай һүҙ, икенсеһенә бары тик йылы ҡараш, ә өсөнсөһөнә донъя чемпионының ихлас ҡул ҡыҫыуы ла етеүе мөмкин. Үҙемдең эшмәкәрлегем менән берәүҙең генә булһа ла тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртә алһам, кемгәлер ауыр мәлдә йәшәр көс һәм ныҡлыҡ бирә алырҙай эштәр эшләһәм, үҙемде бәхетле тоям. Йәмәғәт эше менән булыу миңә оҡшаЙ. Был хәҙер минең йәшәйешемдең бер өлөшө. Билдәлелек яулау кешегә бер ни тиклем вазифа ла йөкмәтә. Ошондай статус йөрөтөүең һиңә ниндәйҙер хоҡуҡтар ғына бирмәй, ә иңеңә ҡайһы бер йөкләмәләр ҙә һала һәм уларҙы гармонияла "йәшәтеү" өсөн дә күп кенә көс һалырға тура килә.
Ирек Зарипов "Спорт һәм сәйәсәт менән шөғөлләнеү."
[5]

»

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән. Улы — Айнур (2008), ҡыҙы — Диана (2010).

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1Gold medal icon.svg Алтын —2009 йылда Рәсәй чемпионаты — 1-се урын (5 км)
  • 2Silver medal icon.svg Көмөш —2009 йылда донъя чемпионаты — 2-се урын
  • 1Gold medal icon.svg Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары— 1-се урын (биатлон, 2, 4 км)
  • 1Gold medal icon.svg Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се урын (саңғы уҙышы,15 км.)
  • 1Gold medal icon.svg Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се урын (биатлон, 12,5 км.)
  • 1Gold medal icon.svg Алтын — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 1-се место (саңғы уҙышы, 10 км.)
  • 2Silver medal icon.svg Көмөш — 2010 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 2-се урын (саңғы уҙышы, 1 км.)
  • 2Silver medal icon.svg Көмөш — 2014 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындары — 2-се место (саңғы уҙышы, 15 км.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Медведев Ирек Зариповҡа IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшыра
  • IV дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн (2010 йылдың 26 мартында спорт һәм физик күлтураны үҫтереүҙәге өлөшө һәм X Паралимпиадаһында (Ванкувер, Канада) күрһәткән юғары ҡүаҙаныштары өсөн[6];
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010)[7][8].;
  • «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (2010)[9];
  • Башкортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2006 йылдың 24 апреле)[10][11];
  • «Инва-спорт» номинацияһында Елена Мухина премияһы лауреаты (2011);
  • 1‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәтәре өсөн» ордены миҙалы (2014);
  • Салауат Юлаев ордены (2014).

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Барый Ноғоманов. «Счастье в твоих руках/Бәхетең һинең ҡулдарҙа; повесть». — Өфө: «Китап», 2013 й.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 «Советская молодёжь» 16-21 апрель, 2010 г. 6-я стр. Кумиры / Ирек Зарипов
  2. Башҡорт энциклопедияһы / Зарипов Ирек Айрат улы
  3. Вахит Рахматович Абдрахимов, глава администрации городского округа город Стерлитамак о делегации Стерлитамака на всемирном курултае башкир
  4. Вручена премия Мухиной
  5. Киске Өфө. № 39, 2001 й.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 26 марта 2010 года № 373
  7. Ирек Зарипов, Мария Иовлева, Роман Петушков, Николай Полухин и Михалина Лысова стали заслуженными мастерами спорта
  8. Приказ о присвоении почетного спортивного звания "Заслуженный мастер спорта России". 27 июнь 2010 тикшерелгән. 2012 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
  9. Президент Башкортостана Муртаза Рахимов наградил Ирека Зарипова и Кирилла Михайлова
  10. М. Г. Рахимов подписал указы о награждении спортсменов-олимпийцев
  11. Указ Президента Республики Башкортостан от 24 апреля 2006 года № УП-160 «О награждении Почётной грамотой Республики Башкортостан работников физической культуры Республики Башкортостан»(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]