Эстәлеккә күсергә

Зарипов Ирек Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зарипов Ирек Фәсхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 сентябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө ветеринар, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы парламент ағзаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Зарипов Ирек Айрат улы менән бутамаҫҡа. Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (рус. Зарипов Ирек Фәсхетдинович; 18 ғинуар 1956 йыл — 3 сентябрь 2018 йыл[1]) — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. Милләте — башҡорт.

Ирек Фәсхетдин улы Зарипов 1956 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районындағы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған.

Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Һөнәре — ветеринария табибы.

Хеҙмәт юлын 1973 «Бөрйән» совхозының эшсеһе сифатында башлай, унда 1974 йылда Совет Армияһы сафына алынғансы эшләй.

1974—1976 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, 1976—1977 йылдарҙа «Бөрйән» совхозында водитель булып эшләй.

1977—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында уҡып сыға.

1983—1986 йылдарҙа «Бөрйән» совхозының өлкән ветеринар табибы, баш ветеринар табибы булып эшләй.

1986—1987 йылдарҙа — КПСС-тың Бөрйән район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы.

1987—1989 йылдарҙа — Бөрйән районы идараһы рәйесе.

1989—1993 — Бөрйән районы аграр етештереү берекмәһе рәйесе, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

1993—2005 — Бөрйән районы ҡулланыусылар йәмғиәте башлығы.

2006—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән район Советы башҡарма комитеты рәйесе — Бөрйән районы хакимиәте башлығы.

2011—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар менән эшләү идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй[3].

2018 йылдың 3 сентябрендә вафат булған. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнгән[4]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда Зарипов Ирек Фәсхетдин улы Мәләүез ҡалаһы буйынса 18-се Йылға буйы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ағзаһы булған. Был саҡырылыш 1999 йылға тиклем эшләгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
  • Бөрйән районының почетлы гражданы[6].
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.