Милләт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милләт
 Милләт Викимилектә

Милләт — кешенең ниндәйҙер билдәле бер милләткә йәки айырым милли дәүләткә ҡарауы[1][2].

Милләт төшөнсәһе күп осраҡта айырым кеше һәм дәүләт араһында хоҡуҡи мөнәсәбәттәр сифатында билдәләнә; кешеләрҙең билдәле гражданлыҡҡа эйә булыуы. Милләт кешегә дәүләт тарафынан дәүләт юрисдикцияһын һәм яҡлауын бирә. Хоҡуҡтар һәм бурыстар һәр дәүләттә айырым билдәләнә. Элекке совет илдәрендә милләт төшөнсәһе күпселек осраҡта тәүге билдәләмәһенән башҡасараҡ төшөнсәгә эйә — кешенең билдәле бер этник берлеккә ҡарауын белдерә.

Йола һәм халыҡ-ара конвенция буйынса, һәр дәүләт кем уның гражданы булыуын билдәләргә хоҡуҡлы. Бындай билдәләмәләр гражданлыҡ тураһындағы ҡануниәттең бер өлөшө булып тора. Ҡайһы бер осраҡта гражданлыҡты билдәләү асыҡ халыҡ-ара хоҡуҡтар менән, мәҫәлән, апатрид тураһында килешеү һәм Гражданлыҡ тураһында Европа конвенцияһы менән көйләнә.

Милләттәр һүҙе ҡайһы берҙә мәҙәни-этник төркөмдө — бер үк этник оҡшашлыҡҡа, телгә, мәҙәниәткә, шәжәрәгә, тарихҡа һәм башҡаларға эйә булған кешеләр төркөмөн билдәләү өсөн ҡулланыла. Милләтең был билдәләмәһе сәйәси сиктәр йәки паспортҡа эйә булыу менән билдләнмәй һәм үҙ эсенә илдәрҙә айырым бойондороҡһоҙ милли дәүләте булмаған кешеләрҙе ала (мәҫәлән, арамейҙар, шотландтар, валлийҙар, инглиздәр, басктар, каталондар, курдтар, белудждар, бәшнәктәр, кашмирҙар, фәләстанлылар, инуиттар, копттар маориҙар, сикхтар, секейҙар һәм зулустар).

Шулай уҡ айырым кешеләр дәүләткә ниндәйҙер власть биргән автономиялы статусҡа эйә граждандар төркөмө тип атала ала.

СССР Юғары Советының Милләттәр Советы атамаһында милләттәр төшөнсәһе палатаға үҙ вәкилдәрен һайлаған милли территориаль берәмектәр (союздаш республикалар, автономиялы республикалар, автономиялы өлкәләр, автономиялы округы) мәғәнәһендә, йәғни заманса Европала ҡулланылған мәғәнәһенә яҡын.

Юридик яҡтан нығытылған милләт иммиграция ваҡытында бик йыш тейешле гражданлыҡ алыу өҫтөнлөгө бирә: немец — Германияла, йәһүдтәр — Израилдә, финдар — Финляндияла, поляктар — Польшала һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Vonk, Olivier (March 19, 2012). Dual Nationality in the European Union: A Study on Changing Norms in Public and Private International Law and in the Municipal Laws of Four EU Member States. Martinus Nijhoff Publishers. pp. 19-20. ISBN 978-90-04-22720-0.
  2. См. например А. Я. Сухарев, В. Е. Крутских, А.Я. Сухарева. Национальность // Большой юридический словарь. — М.: Инфра-М. — 2003., 2000.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Национальность(недоступная ссылка) — Российская социологическая энциклопедия под общей редакцией академика РАН Г. В. Осипова, 1998
  • Дугин А. Г. Этносоциология — курс лекций на социологическом факультете МГУ