Курдтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Курдтар
Үҙ атамаһы

Kurd

Һаны һәм йәшәгән урыны

Төркиә Төркиә:
   13—18 млн. кеше[1][2][3]
Ираҡ Ираҡ::
  6,5 млн. кеше[3][4]
Иран Иран:
   3.35—8 млн. кешегә яҡын[3][5][6][7]
Сүриә Сүриә:
  1,7—2,2 млн. кешегә яҡын[8]
Германия Германия:
  800 мең кеше[9][10]
Афғанстан Афғанстан
 200 мең кеше[9]
Әзербайжан Әзербайжан
  150 мең кеше[9]
Ливан Ливан:
80 мең кеше[9]
Рәсәй Рәсәй:
  63,8 мең кеше[11]
Грузия Грузия:
  12 мең кеше[9]
Әрмәнстан Әрмәнстан:
  32 мең кеше[9]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:
  38,3 мең кеше[12](недоступная ссылка) Проверено 13 декабрь 2016.
Бөйөк Британия Бөйөк Британия:
  37 470 кеше[9]
Израиль Израиль:
   от 11[13] 32 мең кешегә яҡын[14]
Төрөкмәнстан Төрөкмәнстан:
  6 тыс. чел.[9]

Тел

курд телдәре

Дин

күпселеге ислам динен тота 7 быуаттан (сөнниселек, шулай уҡ шиғисылыҡ һәм алевизм),
езидизм (езидтарҙа), христианлыҡ һәм иудаизм (у Курдистан йәһүдтәре (лахлухтар))

Раса тибы

европеоид раса

Халыҡ

иран халыҡтары

Этник төркөм

езидтар, заза

Килеп сығышы

Мидийлылар

Курдтар(курд. کورد Kurd) — Яҡын Көнсығышта, башлыса Төркиәнең көнсығыш өлөшөндә (Төньяҡ Курдистан), көнбайыш Иранда (Көнсығыш Курдистан), төньяҡ Ираҡта (Көньяҡ Курдистан) һәм төньяҡ Сүриәлә (Көнбайыш Курдистан) йәшәүсе этник төркөм. Курд теленең бик күп диалекттары иран телдәренең төньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. Курдтарҙың күпселеге ислам динен, әҙселеге — езидизм, христианлыҡ һәм иудаизм динен тота.

Этногенезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курдтарҙың килеп сығышы хәҙерге ваҡытта бәхәсле булып тора. Курдтарҙың сығышы тураһында төрлө фараздар әйтелә: атап әйткәндә, курдтарҙың скиф-мидий һәм Маррҙың яфет (картвелдар, әрмәндәр, халдтар, курдтар) гипотезалары. Хәҙерге курдтарҙың Төньяҡ Месопотамияла һәм Иран платоһында йәшәгән куртийҙарҙан килеп сыҡҡанлығын боронғо антик сығанаҡтар ҙа раҫлай (бор. грек Κύρτιοι, латин. Cyrtii)[15]. Атап әйткәндә, борон-борондан Фарсыстанда йәшәгән Куртийҙар ҡәбиләһе хаҡында хәбәр ителә. Куртийҙар Фарсыстан һәм Мидий Атропатенаһының[16] таулы өлкәләре тоташҡан урында, шулай уҡ Әрмән ҡалҡыулығында һәм Курдистанда, Каспий буйы өлкәләрендә һәм Иран Әзербайжанында[17]йәшәгән һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән юлбаҫар ҡәбилә була[18]. Боронғо фарсы монархияһы осоронда курдтар, моғайын, Әрмәнстан провинцияһы составына ингәндер.

Курдтарҙың исемдәре (kwrt) телгә алына урта фарсы сығанаҡтарында (Карнамак-һәм Ардашер-һәм Папакан)[19] телгә алына, ләкин, тикшеренеүселәр билдәләүенсә, ултыраҡ йәшәгән иран халҡы таулыларҙың тирмәләрендә Иран платоһының[20] көнбайышында йәшәгән күскенселәрҙе атап йөрөткән иртә урта быуатта иң элек социаль-иҡтисади термин була, һәм был ҡылыҡһырламаларға тап килгән теләһә ҡайһы иран телле ҡәбиләгә ҡарата ҡулланыла. Фәҡәт шуның өсөн дә Яңы осорға саҡлы «курд» атамаһы Загроста, Үрге Месопотамияла һәм Әрмән ҡалҡыулыҡтарында таралып ултырған һәм төрлө телдәрҙә/диалекттарҙа: курманджалар, зазактар, сорандар, лак, келхури, горандар, авромани телдәрендә һөйләшкән халыҡтарҙы иран халыҡтарына берләштергән.

Төп «курд» телдәре/диалекттары тип хәҙерге заманда ҡорманжи, сорани һәм көньяҡ курд телдәре/диалекттары төркөмөн (лактар, келхури, фейли) атайҙар. Тикшеренеүҙәренә ярашлы, Д. Н. Маккензи, бөтөн төньяҡ-көнсығыш иран телдәре араһынан белуж һәм курд телдәренең көньяҡ-көнбайыш телдәренә (фарсы һәм уға ҡәрҙәш телдәргә)[21] ҙур яҡынлығын билдәләй. Был теория буйынса, был яҡынлыҡ үҙәк Иранда (Мидия) фарсы-курд-белуж берҙәмлеген сағылдырған, шул ваҡытта пракурдтар башта Луристандың Исфаһандан[22] көнбайышта урынлашҡан таулы ерҙәрендә йәшәгән. Загрос тауҙарында йәшәп ятҡан көньяҡ курд теле һәм лур-бахтиар диалекттары араһындағы күсеү һөйләштәре курд һәм фарсы телдәре араһындағы «күпер» тип һаналыуы мөмкин[23].

Киреһенсә, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш төркөмсәгә ҡараған һәм шуға ярашлы урта Загроста һәм Тигр һәм Евфрат сығанаҡтарында таралыш тапҡан гурани һәм зазаки кеүек «курд» телдәренең сығышы төп курд диалекттары менән бәйләнмәгән. Был телдәр каспий буйы регионынан сыҡҡан һәм уларҙың таралышы Иран тәпәш яҫы таулығының плато көнбайышына дейлемиттарҙың күсенеүе миграцияһы менән бәйле, һәм дейлемиттар артабан курдтар менән тығыҙ бәйләнешкә ингән. Шуның өсөн гурани һәм зазаки йоғонтоһо төньяҡ (ҡорманжи) һәм үҙәк курд (сорани) телдәрендә күренә[23].

Этник структураһы һәм телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джаф атамалы курд ҡәбиләһе юлбашсыһы. 1914 йыл самаһы.

Курдтар — күп һанлы һәм йыш ҡына үҙҙәренең эпонимдары[24]менән аталған төрлө ырыуҙар тупланмаһы берлеге. Традицион курд йәмғиәтендәге ижтимағи социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡәбилә сығышы хәҙерге көндә лә бик мөһим[15].

Фарсы телле XVI быуат курд тарихсыһы Шәрәф-хан Бидлиси курдтар дүрт халыҡҡа бүленә: ҡорманжи, лурҙар, келхури һәм гурани. Шулар араһынан көньяҡ-көнбайыш иран диалектында һөйләшкән лурҙарҙы әлеге ваҡытта ғәҙәттә курдтар составына индермәйҙәр. Келхури (лактар һәм фейлиҙар менән бергә) гурани менән ҡушылған һәм көньяҡта лурҙар менән тоташҡан ныҡ айырымланған дифференцированный көньяҡ курд берлеген тәшкил итә. Көньяҡ курдтар Керманшах һәм Илам иран остандарында, шулай уҡ Ираҡтың көнсығыш райондарында йәшәй.

Ҡорманжи — ҡалған күпселектең төп ҡәбилә өҫтө үҙатамаһы — заза курдтары ла ингән үҙәк һәм төньяҡ курдтар. Асылда ул иҫке мәғәнәләге «курд» терминына оҡшаған һәм тау ҡыуғын малсылығына нигеҙләнгән билдәле бер ижтимағи-иҡтисади ҡоролош йөрөтөүсеһен аңлата[15]. Шуға ҡарамаҫтан ғилми әҙәбиәттә «ҡорманжи» термины менән ғәҙәттә фәҡәт төньяҡ курдтарын атайҙар, «үҙәк» курдтары артынан сиктәш өлкә биләмәләре менән ираҡ Сөләймәненә һәм Иран Курдистанына (курд. Kurdmancî Xwarû «көньяҡ ҡорманжи») фарсы атамаһы сорани нығынған.

Лингвистик яҡтан ҡарағанда, хәҙер «курд» тип аталған телдәр/диалекттарҙы түбәндәге төркөмдәргә бүлергә мөмкин:

  • Курд телдәре:
    • ҡорманжи
    • сорани (көньяҡ ҡорманжи)
    • көньяҡ курд теле (келхури, фейли, лактар)
  • Дейлемит телдәре:
    • гурани һәм авромани
    • зазаки

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көндәлек ҡулланышта ла, фәнни әҙәбиәттә лә йыш ҡына «курд теле» һәм уның диалекттары тураһында һүҙ барһа ла, иң яҡын курд телдәре — ҡорманжи һәм сорани һөйләшеүселәр араһында ла аңлашыу ныҡ ҡатмарлаша. Курдтарҙың күпселеге билингвтар һәм үҙҙәре йәшәгән дәүләттең төп телен: төрөк, ғәрәп, фарсы һәм башҡа телдәрҙе белә.

Курдтар һәм заза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заза — күскенсе ҡәбиләләр вариҫтары; баштараҡ хәҙерге Ирандың төньяғында, Каспий диңгеҙе ярында йәшәгән, шунан, ХVI быуаттан башлап, Әрмән ҡалҡыулығы биләмәләренә күскән. ХХ быуат башындағы геноцид осоронда зазалар күп әрмәндәрҙе ҡотҡарып алып ҡалған. Шулай, мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, 1876—1921 йй. әрмәндәр ҡыйралышы, геноциды барышында, 150 меңдән ашыу әрмәнде, башлыса тол ҡатын-ҡыҙҙы һәм етем балаларҙы зазалар ғаиләләре йәшертеп алып ҡалған.

Яҡын Көнсығыш халыҡтарының генетик алыҫлығы нигеҙендә этник төркөмдәр араһындағы киңлектә үҙ-ара мөнәсәбәттәр

Минорский фекере буйынса, зазаны башҡа курдтарҙың дөйөм рәтенән айырыу дөрөҫ түгел[25].


Генетик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генетик анализ яҡын көнсығыш регионының төньяҡ өлөшөндө уртаҡ ата-бабаһы булғанын күрһәтеп, әзербайжан, әрмән, грузин , йәһүд халыҡтары менән тығыҙ бәйләнгән[26].

Ираҡ Курдистананында яҡынса Y-хромосомалы J2 гаплогруппаһы 28,5 % етә, I һәм R1b гаплогруппаһы — 17 %, R1a һәм J1 гаплогруппалары — 11,5 % , E гаплогруппаһы — 7,5 %, G гаплогруппаһы — 4 %, T гаплогруппаһы — 3 % тәшкил итә[27]. Төрөк Курдистанында яҡынса: I гаплогруппаһы — 20 %, R1a — 16 %, E — 11,5 %, J2 — 10,5 %, J1 — 9,5 %, R1b — 6 %, T һәм Q — 5 %, L — 4,5 %, G — 2,5 %, башҡалары — 9 % тәшкил итә[27].

Таралып ултырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта курдтар 40 миллион кешенән дә кәм түгел. Курдтарҙың күпселеге Курдистан тәбәгендә йәшәй. 2,5 миллионға яҡын курд Европа һәм Америка илдәренә таралған, һәм улар ҡеүәтле һәм ойошҡан общиналар төҙөгән.

Төркиәлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәнең көньяҡ-көнсығыш һәм көнсығышында Ван күле һәм Диярбаҡыр ҡалаһы районындағы территорияларҙы курдтарҙың ойошоп йәшәгән иң ҙур урыны. Шулай уҡ айырым курд биләмәләре барлыҡ Анатолия буйынса таралған, ҙур курд диаспоралары илдең көнбайышындағы ҙур ҡалаларҙа тупланған. Эксперт баһалары халыҡтың 20-23 % тураһында һөйләй[3], һәм был 16-20 млн тәшкил итеүе мөмкин. Был иҫәпкә Төркиәнең төп курд халҡы һәм заза халҡы (зазаки телендә һөйләшкән) — 1,5 миллион тирәһе кеше, шулай уҡ, төрки теллегә әйләнгән байтаҡ төрөк курд ҡәбиләләре — 5,9 миллион тирәһе кеше[28]). инә. Төркиәлә Төрөк Курдистананында, традиция булараҡ, юғары кимәлдә наҙанлыҡ күҙәтелә.

Иранда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иран курдтарының Иран провинциялары буйынса таралып ултырыуы һәм, Иран Ислам Республикаһы мәҙәниәт министрлығы 2010 йылда туған тел тураһында йыйған мәғлүмәтенә нигеҙләнеп төҙөлгән, курдтарҙың ошо провинцияларҙа йәшәгән башҡа халыҡ менән процент нисбәте.

Иранда курдтар Илам һәм Керманшаһ (көньяҡ курдтар: келхури, фейли, лактар, гурани, авромани), Курдистан (сорани) һәм Көнбайыш Әзербайжан (сорани һәм ҡорманжи) остандарында, шулай уҡ уларға сиктәш Хамадан һәм Зенжан остандары райондарында йәшәй. Шулай уҡ курд торлаҡтары Ирандың башҡа бөтә остандарында ла таралған. Курдтарҙың (башлыса ҡорманжиҙарҙың) компакт ултырған бик ҙур районы XVII быуатта Аббас I шаһ яугир курд ҡәбиләләрен Хөрәсәнде төркмәндәрҙән һәм Хиуа ханлығынан һаҡлау маҡсатында ултыртҡан Төньяҡ Хөрәсәндә урынлашҡан. Иранда барлығы 5,5 миллионға яҡын курд иҫәпләнә[29].

Монархия Иранында барған интеграцион процестар һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр Иран Курдистанындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр характерында сағыла. Шаһ режимын ҡолатҡанға саҡлы илдә йәшәүсе милләттәрҙең бер ни тиклем яҡынайыуын иран милләтселеге сәйәсәте гарантиялаған. Ул капиталистик ҡоролошҡа хас йәмғиәт мөнәсәбәттәренең традицион формаларын емереүгә, ижтимағи структура һәм хужалыҡ формалашыуына йүнәлтелгән, дөйөм иран мәҙәниәте формаларын таратыуға, фарсы телен тормоштоң бөтә өлкәләренә индереүгә һ . б. йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта илдең фарсы булмаған халыҡтарының милли-мәҙәни ихтыяждарына әһәмиәт бирелмәгән. Иран курдтарының ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади ҡәнәғәтләнмәгәнлеге, уларҙың милли-дәүләт статусын ҡыҫыу һәм башҡа сәбәптәр власть структураларына, өҫтөнлөклө этнос вәкилдәренә (фарсы телле ирандарға) ҡарата дәғүәләр тыуыуына сәбәп этномәҙәни интеграцион процестар менән бәйләнеш һөҙөмтәһе ул. Шул уҡ ваҡытта хәрби һәм репрессив институттарҙы файҙаланыу дөйөм алғанда шаһ режимына милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә билдәле бер баланс һаҡларға мөмкинлек биргән[30].

Ираҡта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ Ираҡта өс курд субэтносы (көрьяҡтан төньяҡҡа): гураниҙан көньяҡ курдтар, сорани (Киркук һәм Сөләймән районында) һәм илдең көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә ҡорманжи (Мосул районында) йәшәй. Ираҡ курдтарының этник территорияһының тик бер өлөшө генә баш ҡалаһы Эрбиль булған Ираҡ Курдистаны автоном берәмегенә индерелгән. Ираҡта барлығы 5,6 млн курд йәшәй[31].

Ҡурдтар, Ҡултыҡтағы ике илдең бер-береһе менән көрәше, Иран-Ираҡ һуғышы, арҡаһында сыҡҡан ығы-зығы менән файҙаланып, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, тик төп курд төркөмдәре араһында көсөргәнешлек кенә ҡырҡыулашҡан[32].

Сүриәлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ Сүриәлә 3,8—4 млн курд[33], башлыса ҡорманжи йәшәй. Сүриәнең курд әҙселеге халыҡтың яҡынса 15 % тәшкил итә. Сүриә курдтары Ҡамышлы, Кобани, Амудэ, Деррика, Африн, Хемко ҡалаларында ойошоп компактно йәшәй.

Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курдтарҙы депортациялау. Әзербайжан курдтары.

Микешин Михаил Осипович. Һулдан уңға: ике утҡа табыныусы курд (езид), кабарды, чечен һәм Ван буйынан мосолман курд. 1876 йылғы һүрәт.

Грузия, шулай уҡ Гяндж, Ҡарабах һәм Шәкин ханлыҡтары Рәсәй империяһы составына ингәндән һуң (1801 йылдан), курдтарҙың бер өлөшө рәсәй подданныйлығын алған. Шулай уҡ урыҫ-фарсы һуғыштарынан һуң (1804—1813, 1826—1828 йылдар) айырым ғаиләләр һәм ырыу-ҡәбилә төркөмдәре рәсәй Кавказ аръяғында ҡалалар. Был кешеләр Гөлөстан (1813 йыл) һәм Туркманчай (1828 йыл) килешеү шарттарына ярашлы, рәсәй подданныйлығына ингән ауылдарҙа йәшәгән, йә иран һәм төрөк властары ҡыҫымынан Әзербайжанға (өлөшләтә — Әрмәнстанға) ҡасып һәм яҡшы көтөүлектәр эҙләп күсеп килгән халыҡ булған.

XIX быуатта аҙағына Кавказ аръяғына, иген уңмау һәм аслыҡ сәбәпле, Төркиәнән һәм Ирандан бик күп курдтар күсеп килгән.

1937 йылда Әрмәнстан һәм Әзербайжан курдтары, ә 1944 йылда — Грузия курдтары Ҡаҙағстанға һәм Урта Азияға көсләп күсерелгән депортацияланған. 1989-90 йылдарҙа курдтар Урта Азиянан, Ҡаҙағстандан, Кавказ аръяғынан Рәсәйгә (Краснодар һәм Ставрополь крайҙарының, Ростов өлкәһенең, Адыгеяның айырым райондарына) күсеп килгән.

Курдтар элекке СССР илдәрендә: Әзербайжанда[34], Әрмәнстанда[35], Грузияла[36], Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстанда курдтар йәшәй.

2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Рәсәйҙә асылда 23,2 мең курд йәшәгәне күренә. Айырым иҫәпкә алынған езидтар — 40,6 мең булған.

Субъект федерации 2010 йылда курдтар һаны, кеше. ([11])
Краснодар крайы 5 899
Адыгей Республикаһы 4 528
Һарытау өлкәһе 2 851
Ставрополь крайы 1 790
Орел өлкәһе 1 358
курдтарҙың һаны 1000-дән артыҡ кеше тәшкил иткән субъекттар күрһәтелгән


Адыгеяла курдтар XX быуаттың 80-се — 90-сы йылдарында Ҡарабах конфликтынан ҡасып килгән ҡасаҡ курдтар һәм Кавказ аръяғының башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Урта Азиянан килгән курдтар Красногвардейский районының Еленовское, Преображенское һәм Садовое ауылдарында ойошоп йәшәйҙәр[37].

Дине[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курдтарҙың күпселеге — башлыса шәфи мәҙһәбе менән барған мосолман-сөнниселәр. Яҡынса 5-7 % курдтар шиғисылар ислам диненә ҡарай. Шиғисы ағымдарының береһе — алевизм — Төркиә курдтары иң тәүҙә заза халҡы ышанған дин. Исламдың икенсе шиғисы йүнәлеше Ахл-е Хакк («хәҡиҡәт кешеләре») үҙәген гурани һәм көньяҡ курдтар тәшкил итә. Иң үҙенсәлекле курд телле конфессиональ төркөмдәрҙең береһе булып езидтар һанала, улар ғәрәп шәйех Ади Мосафир (XII быуат) тәғлимәтенән килеп сыҡҡан синкретик дингә инана.

Курдтар шулай уҡ христиан динендә тора. Башлыса улар католиктар һәм автокефаль сиркәү: халдейҙар, ассирийҙар, сиро-яковиттар]] вәкилдәре. Улар барыһы ла арамей телдәрендә һөйләшәләр. Христиан курдтар шулай уҡ Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә, Европала һәм Америкала йәшәй, Төньяҡ һәм Көнбайыш Курдистанда уларҙың общиналары бар.

Бер нисә мең курд бахаизм[38] динен тота.

Курд милли хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәлә, Иранда һәм Ираҡта курд райондарының географик торошо ошо илдәрҙең үҙәк хөкүмәттәренә ҡаршы тороусы курд сәйәси ойошмаларының «йәшәү һәләтен» һәм көсөн билдәләүсе мөһим фактор булып тора. Географик фактор булараҡ, курдтарҙың таралып ултырыу проблемаһы власть өсөн оло ярыш барған һәм төбәк-ара конфликттар зонаһында нисек итеп этник хәрәкәткә кире йоғонто яһауын күрһәтә демонстрирует. Яҡын киләсәктә курд проблемаһының хәл ителеүен фаразлап булмай, ләкин был дәүләттәрҙең ысын федераль системалары сиктәрендә күпмелер дәрәжәлә курд автономияһы булыуы мөмкин[39].

Төрөк-курд конфликты

Бисмиль курды

Төрөк киң мәғлүмәт сараларында курд телен файҙаланыу тыйылған. Һуңғы йөҙйыллыҡта инглиз, рәсәй һәм һәм франция ғалимдары курд алфавитын төҙөгән. Әммә донъя йәмәғәтселеге фекере баҫымы, илдең яйлап демократлашыуы һәм Курд эшселәр партияһының әүҙемлеге кәмеүе менән бәйле, Төркиә аҙымлап поэтапно курд телен ҡулланыу өлкәһендәге тыйыуҙы әкренләп йомшартҡан. 2009 йылдың ғинуарынан Төркиә курд телендә тәүлек әйләнәһенә даими телетапшырыуҙар алып бара[40].

Хәҙерге ваҡытта курд мәсьәләһе Төркиәнең артабанғы евроинтеграцияһында мөһим сығанаҡ мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Европа күпселек курдтарҙың төбәкләштерелеүен һәм автономлаштырылыуын, шулай уҡ уларҙың хоҡуҡтарының, европа стандарттарына ярашлы, үтәлешен талап итә[41].

Тарих күрһәтеүенсә, курд проблемалары, ҡағиҙә булараҡ, үҙенең традицияларына, мәҙәни һәм ҡәбилә автономияһына ныҡ бәйләнгән был халыҡты шуларҙан мәхрүм итергә тырышыуҙан барлыҡҡа килгән. Икенсе яҡтан, автономия барлыҡҡа килһә лә, уның ғәмәли әһәмиәткә эйә булыуында шик барлыҡҡа килә[42].

Салауат Ғәлләмов фаразлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙенең "Башҡорд һинд-герман философияһы нигеҙҙәре" тигән 4-томлығында ғалим Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов күп һанлы тарихи факттар һәм мәҙәниәт өлкәһендәге оҡшашлыҡтарға таянып, Урал башҡордтары менән Месопотамия курдтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуын дәлилләне[43]. "Урал батыр" эпосын[44] анализлап һәм башҡорд халыҡ байрамдарын борон Уралда йәшәүселәрҙең - Куру ведий арийҙарының, иран Аландарының, артабан дорий Эллиндарының ҡорбан килтереү йолалары менән сағыштырып, хәҙерге заман башкорд эстетикаһының һинд-герман тамырҙарын билдәләне. Башҡорт, ҡорд, инглиз, шумер телдәрен сағыштырып өйрәнде[45] [46]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Konda Poll
  2. CIA World Factbook: 18% Kurds out of 81,6 million total population (2014 est.) — 14,7 млн.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Beverley Milton-Edwards, «Contemporary politics in the Middle East» Polity, 2006. pg 231: "They form a population in all four states, making 23 percent in Turkey, 23 percent in Iraq, 10 percent in Iran and 8 percent in Syria (Mcdowell, 2003, p 3-4)
  4. Estimate based on 15 % to 20 % of 26,783,383: World Factbook
  5. Volume 2. Dabbagh – Kuwait University. — Iran, page 1111–1112. // Encyclopedia of Modern Middle East & North Africa. Second Edition. Volume 1 — 4. Editor in Chief: Philip Mattar. Associate Editors: Charles E. Butterworth, Neil Caplan, Michael R. Fischbach, Eric Hooglund, Laurie King–Irani, John Ruedy. Farmington Hills: Gale, 2004, 2936 pages. ISBN 9780028657691
  6. The World Factbook - Iran. 21 апрель 2008 тикшерелгән.
  7. UNPO — Iranian Kurdistan
  8. Syria
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 The Kurdish Diaspora
  10. The Kurdish Diaspora
  11. 11,0 11,1 2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Халыҡтың милли составы һәм тәбәктәр буйынса рәсми йомғаҡтың киңәйтелгән исемлеге.: см.
  12. Перепись-2009  (ҡаҙ.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 апрель 2015.
  13. Kurdish culture and society: an … — Google Books
  14. Чернин В. Этническая карта Израиля: история, проблемы и перспективы развития.
  15. 15,0 15,1 15,2 G. Asatrian, Prolegomena to the Study of the Kurds, Iran and the Caucasus, Vol.13, pp.1-58, 2009
  16. Schmitt, Rüdiger CYRTIANS. Center for Iranian Studies, Encyclopædia Iranica. New York: Columbia University. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 ноябрь 2007. 9 май 2009 тикшерелгән.
  17. История Ирана / М.С.Иванов — М.: МГУ, 1977. — Б. 46.
  18. Strabo 11.13.3
  19. A. Safrastian, Kurds and Kurdistan, The Harvill Press, 1948, p.16 and p.31
  20. McDowall, David. 2000.
  21. D. N. MacKenzie, "The Origins of Kurdish, " Transactions of the Philological Society, 1961b, pp. 68-86.
  22. Professor Garnik Asatrian (Yerevan University) (2009).
  23. 23,0 23,1 Ludwig Paul. KURDISH LANGUAGE i. HISTORY OF THE KURDISH LANGUAGE
  24. Перечень некоторых курдских племён по регионам см. на iranica.com: Pierre Oberling. KURDISH TRIBES]
  25. В. Минорский Курды — Петроград, 1915. — Б. 4-5.
  26. khazaria, Kurdish Genetics: Abstracts and Summaries Kurdish Genetics: Abstracts and Summaries. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 30 август 2012 тикшерелгән.
    « Genetic analysis has shown that the Kurdish people are closely related to the Azeri, Armenian, Georgian, and Jewish peoples, descending from some common ancestors in the northern Near East region. »
  27. 27,0 27,1 Distribution of European Y-chromosome DNA (Y-DNA) haplogroups by country in percentage
  28. [Joshua Project — Ethnic People Groups of Turkey
  29. Joshua Project — Ethnic People Groups of Iran
  30. Жигалина О. И. «Иранский Курдистан: от конфликта к диалогу». Сборник «Ближний Восток и современность». Выпуск 15. М., ИИИиБВ, 2002. Стр. 352.
  31. Joshua Project — Ethnic People Groups of Iraq
  32. Entessar N. The Kurds in Post-Revolutionary Iran and Iraq // Third World Quarterly, Vol. 6, No. 4 (Oct., 1984), p. 931
  33. Joshua Project — Ethnic People Groups of Syria
  34. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan
  35. Figures of Yerevan city / Armenian Statistical Service of Republic of Armenia
  36. INTERNET AG — Frankfurt — Germany — Server + Hosting, Firewall, Loadbalancer, VPN, Domains, Leased Lines, SDSL , Managed Services, Rechenzentrum, data center
  37. Российская газета: «Каждый десятый курд, поселившийся в Красногвардейском районе, не имеет гражданства» 29 февраля 2008 г.
  38. kurdistanica Religion in Kurdistan
  39. Entessar N. The Kurdish Mosaic of Discord // Third World Quarterly, Vol. 11, No. 4, Ethnicity in World Politics (Oct., 1989), p. 98.
  40. Türkisches Staatsfernsehen sendet auf kurdisch (нем.)(нем.)
  41. Совет Европы подверг критике Турцию за не подписание хартии языков нацменьшинств
  42. Elphinston W. G.The Kurdish Question // International Affairs (Royal Institute of International Affairs 1944-), Vol. 22, No.1 (Jan., 1946), p. 103
  43. Галлямов С. А. Основы башкордской индогерманской философии. Уфа: Китап, 2007 ISBN 5-295-03698-7
  44. http://bashkurd.narod/ru/zaratushtra.html
  45. Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского, английского, шумерского языков.Bashkurd/narod/ru
  46. Гипотеза об индоиранском происхождении башкир получила новое подтверждение Уфа, 12 октября, "Башинформ", Марина Шумилова. Башкирские ученые-исследователи Салават Галлямов и генеральный директор Национального музея РБ Гали Валиуллин при содействии краеведа Луизы Фархшатовой нашли уникальный источник - географическую карту 1896 года, на которой обозначена область Башкорд - Башкерд. Эта область располагается на юге древнейшего государства Иран - на берегу Персидского залива. Здесь проживает двухмиллионный индоарийский народ Башкорд, разговаривающий на восточноиранском языке Башкарди. - Это открытие уфимских ученых все расставляет по местам в таком сложном вопросе, как этногенез башкирского народа, - сказал корреспонденту агентства "Башинформ" генеральный директор Национального музея РБ Гали Валиуллин. - В свое время историк-филолог Салават Галлямов открыл точное соответствие шумерского эпоса о Гильгамеше эпосу Урал-батыр и определил тем самым, что возраст башкирского народного сказания составляет четыре тысячи лет. Долгое время ученые не могли объяснить этот феномен. Позже Салават Галлямов, опираясь на исследования члена-корреспондента Академии наук СССР, доктора филологических наук Николая Дмитриева, указавшего на наличие иранской фонетики в современном языке башкир Южного Урала, выдвинул гипотезу об индоиранском происхождении башкирского народа, вопреки господствовавшей в отечественной науке теории о тюрко-алтайском этногенезе башкир. С открытием самого индоиранского народа Башкорд - Башкерд, фонетика языка которого точно соответствует фонетике языка башкир Южного Урала, теория об иранском происхождении башкир получила явное превосходство в исторической науке, считает Салават Галлямов. По словам Гали Валиуллина, в скором времени будет организована научная экспедиция из Башкортостана в иранский Башкорд. http://www.allufa.ru/news/society/164/ (Сайт телекомпании «Вся Уфа») ИА "Башинформ" Сенсация в научном мире! 19 октября 2006 / Общество «Сенсация в научном мире. Исследователи из Национального музея республики нашли новый Башкортостан! Они утверждают, что это — одна из провинций Ирана, которая называется Башкорд. Открытие может перевернуть все представление о происхождении башкир. Если раньше утверждалось, что у башкир — тюркские корни, то теперь доказывается гипотеза арийского происхождения. Долгое время считалось, что у башкир — тюрко-алтайские корни, а значит родственные им народы — татары, монголы и узбеки. Сейчас ученые Национального музея проверяют новую версию: башкирский народ — истинный ариец. У него индоиранское происхождение — такое же, как у афганцев, индийцев и немцев. Научный сотрудник отдела истории края Национального музея РБ Салават Галлямов говорит, что в свое время интересовался языком башкарди. Учение Дмитриев и Руденко тоже придерживались теории иранского происхождения башкордов. Салават Галлямов искал сходства башкирского языка среди иранских диалектов. Подтверждение этой гипотезе нашлось случайно: перебирая старые книги, историк наткнулся на географическую карту Персии (нынешняя территория Ирана), составленную в конце 19 века, на которой и обозначена область Башкорд — возможная историческая родина башкир. Причем это — не единственное доказательство. Ученые говорят и о точном соответствии шумерского и башкирского эпосов. Также долгое время не могли понять, откуда на национальном костюме женщины-башкирки взялись морские кораллы и ракушки. Директор Национального музея РБ Гали Валиуллин показывает национальный женский костюм, который украшен ракушками каури. Каури — это морская ракушка, которая добывалась только в Персидском заливе и использовалась как украшение. http://en.wikipedia.org/wiki/Bashkardi http://www.allufa.ru/news/society/164/ (Сайт телекомпании «Вся Уфа»)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эпосу «Урал-батыр» — 4 тысячи лет Уфа, ж-л «Шонкар», 1996.
  • Великий Хау Бен. Уфа, Госкомнауки РБ, 1997[9]
  • Башкорды от Гильгамеша до Заратуштры. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, ISBN 5-295-03513-1 : 10001998[10]
  • Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского и английского языков. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, 1999[11]
  • Кордско-Башкордско-Англо-Русский словарь. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, 2000[12]
  • Основы Башкордской Индо-Германской философии, 2001—2003. В 4-х томах: Онтология, Гносеология, Этика и * * * * Эстетика Древних Башкир (Башкортов).
  • Башкордский язык и санскрит. М., СПб, 2003. 308 с.
  • Башкордская философия. В 4 томах. Уфа: Китап, 2005. ISBN 5-295-03698-7
  • Древние арии и вечный Курдистан. (Серия «Тайны древних цивилизаций») - М.: Вече. 2007 г., Твердый переплет, 555 стр. ISBN 978-9533-1407-7 Тираж: 3000 экз.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.allufa.ru/news/society/164/ (Сайт телекомпании «Вся Уфа»)