Орёл өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Орёл өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Орёл | ||||
71-се | |||||
- Барлығы |
24 652 км² | ||||
- Барлығы |
759 721[1] (2016) 30.82 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
102,5[2] млрд. һум (2010) 116,5 мең һум | ||||
Үҙәк | |||||
Үҙәк | |||||
Губернатор |
Потомский Вадим Владимирович | ||||
57 | |||||
RU-ORL | |||||
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3] | |||||
Бүләктәре: |
![]() |
Орёл өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округ составына инә. Административ үҙәге — Орёл ҡалаһы.
Өлкә төньяҡтан — Тула, көнсығышта — Липецк, көньяҡта — Курс, көнбайышта — Брянск һәм төньяҡ-көнбайышта — Калуга өлкәләре менән сиктәш.
Орёл өлкәһе 1937 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкәнең халыҡы 759 721 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 30.82 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 66.79 % (2015).
- Милли составы
Иҫәп алыу йылдары | 1989[4] | 2002[5] | 2010[6] |
---|---|---|---|
Милләтен күрһәткәндәр | 889056 (100 %) | ▼ 854210 (100 %) | ▼ 769467 (100 %) |
Урыҫтар | 861901 (96,9 %) | ▼ 820024 (96,0 %) | ▼ 739019 (96,1 %) |
Украиндар | 11512 (1,3 %) | ▼ 11212 (1,3 %) | ▼ 7917 (1,0 %) |
Башҡа милләттәр | 15643 (1,8 %) | ▲ 22974 (2,7 %) | ▼ 22531 (2,9 %) |
Орёл өлкәһендә 2002 йылда — 149 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[7].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лякишев Николай Павлович (5.10.1929—18.11.2006), ғалим-металлург. 1987—2004 йылдарҙа А. А. Байков исемендәге Металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеме институты директоры. СССР Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979). Ленин премияһы (1976), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1970), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2002), Демидов премияһы (2005) лауреаты. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры[8].
Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Орёл өлкәһендә 267 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
- 3 ҡала округы
- 24 муниципаль район
- 17 ҡала һәм 223 ауыл биләмәһе.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (билдәһеҙ) (xls). Росстат.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2014 йылдың 22 март көнөндә архивланған.
- ↑ Перепись населения 2002. Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Лякишев Николай Павлович 2019 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Орёл өлкәһе Викимилектә |
---|---|
![]() |
Орёл өлкәһе Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Орёл өлкәһе Викигид |
- Администрация Орловской области 2008 йылдың 22 август көнөндә архивланған.
- Орловская область в справочнике-каталоге «Вся Россия» 2012 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.