Лякишев Николай Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лякишев Николай Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 ноябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө металлург
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны ЦНИИчермет имени И. П. Бардина[d]
Институт металлургии и материаловедения имени А. А. Байкова РАН[d]
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d]
Ғилми исеме профессор[d], академик АН СССР[d], РФА академигы[d] һәм Украинаның Милли фәндәр академияһы
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы Ленин премияһы Демидов премияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Лякишев Николай Павлович (5 октябрь 1929 йыл — 18 ноябрь 2006 йыл, Мәскәү)[1] — ғалим-металлург; техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979); Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Ленин премияһы (1976) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Павлович Лякишев 1929 йылдың 5 октябрендә Покровка ауылында (хәҙер — Орёл өлкәһе) тыуған[2]).

1954 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын тамамлай[1]. 1954—1987 йылдарҙа И. П. Бардин исемендәге Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (1975—1987 — директор)[1][3].

1987—2004 йылдарҙа — директор, артабанғы йылдарҙа — А. А. Байков исемендәге металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү институтының ғилми етәксеһе[1][3]. Наноматериалдар һәм нанотехнологиялар буйынса Мәскәүҙә РФА Ғилми советын етәкләй.

Рәсәй металлургтарының Халыҡ-ара союзы вице-президенты; «Заводская лаборатория», «Физикохимия обработки материалов» журналдарының баш мөхәррире[4]

2006 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнә, ике балаһы бар[6]. .

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боголюбов Владимир Александрович етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[7]; 1975 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; профессор (1979)[1].

Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре[2]:

  • физик химия,
  • металлургия процестары теорияһы һәм ҡорос һәм иретмәләренең яңы технологиялары.

Күп компонентлы системаларҙан оксидтарҙы тергеҙеү һәм селектив окислау теорияһы эшләй, ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге компоненттарнҙың юғары температуралы үҙ-ара бәйләнеше химияһы; углеводород тергеҙеү һәм металлокерамика процесстары термодинамикаһы һәм кинетикаһы[2].

Төп ҡаҙаныштары[2][3]:

  • Төньяҡ магистраль газ үткәргестәре өсөн иҡтисади-легацияланған һалҡынға сыҙамлы ҡорос серияһын һәм уларҙы етештереүҙең технологик процестарын булдыра;
  • металлургияла тимерҙе туранан-тура алыу процесын индерә (домнаһыҙ);
  • 20-30 % һығылмалылығын кәметмәйенсә углеродлы ҡорос ныҡлығын арттырыу технологияларын тәҡдим итә

Уның эштәре нигеҙендә ванадий етештереүҙең яңы технологияларын булдырыла[2]

Ағза-корреспондент (29.12.1981), СССР Фәндәр академияһының (23.12.1987) органик булмаған материалдар технологияһы һәм физикохимия бүлегебуйынса академик[8]. 1991 йылдан — РФА академигы, академик-секретарь урынбаҫары — химия бүлеге һәм материалдар тураһында фәндәр бүлеге фәндәр секцияһы етәксеһе[2]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991, техник фәндәре бүлексәһендә тора)[9]. Ҡытай Инженер Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, Украинаның Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[3].

30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм 11 доктор әҙерләгән[7]. 450-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 6 монография, 100-ҙән ашыу уйлап табыу авторы[1][4].

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лякишев Н. П. (соавт.) Борсодержащие стали и сплавы. М.: Металлургия, 1986
  • Лякишев Н. П., ред. Диаграммы состояния двойных металлических систем. В 3 тт.
  • Лякишев Н. П., Тулин Н. А., Плинер Ю. Л. Легирующие сплавы и стали с ниобием. М.: Металлургия, 1981
  • Лякишев Н. П., Гасик М. И. Металлургия хрома. М.: 1999—581 с. ил. 26 см
  • Лякишев Н. П., Колпаков С. В., Банных О. А. Энциклопедический словарь по металлургии в двух томах. М., 2000. 412 стр.+ 408 стр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1970),
  • Ленин ордены (1981)
  • СССР дәүләт премияһы (1970)
  • Ленин премияһы (1976)
  • РФ хөкүмәте премияһы (2002)
  • Украина Министрҙар кабинетының Почёт грамотаһы (1 октябрь 2004 йыл) — Рәсәй һәм Украина ғалимдарының иҗади берҙәмлеген нығытыу эшенә һәм металлургия етештереүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе өсөн[10]
  • Демидов премияһы (2005)
  • Рәсәй Фәндәр академияһының И. П. Бардин исемендәге алтын миҙалы
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Д. К. Чернов исемендәге алтын миҙалы (2004) — «Создание сталей для нефте- и газопроводных труб большого диаметра и технология их производства» эше өсөн.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Башкирская энциклопедия, 2013
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Академия наук Республики Башкортостан
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Умер академик Лякишев Николай Павлович. РАН (21 ноябрь 2006). Дата обращения: 22 июль 2017.
  4. 4,0 4,1 4,2 Лауреат Демидовской премии Лякишев Николай Павлович. УрО РАН. Дата обращения: 22 июль 2017. 2017 йыл 25 июль архивланған.
  5. Лякишев Николай Павлович (1929—2006). Московские могилы. Дата обращения: 22 июль 2017.
  6. Лякишев Николай Павлович. Биография.ру. Дата обращения: 22 июль 2017.
  7. 7,0 7,1 Ламажаа Ч. Академик Н. П. Лякишев: «Я с детства имел дело с металлом» (рус.) // Наука Урала. — 2006. — № 4.
  8. Лякишев Николай Павлович. Архивы Российской академии наук. Дата обращения: 22 июль 2017.
  9. Академия наук Республики Башкортостан
  10. Постановление Кабинета Министров Украины от 1 октября 2004 года № 1295 «О награждении Лякишева Н. П. Почётной грамотой Кабинета Министров Украины»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]