Украинаның Милли фәндәр академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украинаның Милли фәндәр академияһы
Нигеҙләү датаһы 1918
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Національна академія наук України, Академія наук України, Академія наук Української РСР, Академія наук Української СРР, Українська академія наук, Всеукраїнська академія наук һәм Українська академія наук
Ҡыҫҡаса атамаһы НАН України, НАНУ, УАН, ВУАН, УАН, АН УСРР, АН УРСР, АН України, АНУ һәм NAS[1]
Дәүләт  Украина[2]
Административ-территориаль берәмек Киев
Ойошма ағзаһы Комитет по космическим исследованиям (КОСПАР)[d][3], Международный научный совет[d][1], InterAcademy Partnership[d][4], International Union of Academies[d][5] һәм All European Academies[d][6]
Бойһонған ойошма (филиал) Институт физиологии имени А. А. Богомольца НАН Украины[d], Институт теоретической физики имени Н. Н. Боголюбова НАН Украины[d], Институт молекулярной биологии и генетики НАН Украины[d], Институт ботаники имени Н. Г. Холодного НАН Украины[d], Институт биоколлоидной химии имени Ф. Д. Овчаренко НАН Украины[d], Институт эндокринологии и обмена веществ имени В. П. Комиссаренко НАМН Украины[d], Институт геронтологии НАМН Украины[d], Институт биохимии имени А. В. Палладина НАН Украины[d], Институт биологии южных морей имени А. О. Ковалевского НАН Украины[d], Институт электросварки имени Е. О. Патона НАН Украины[d], Физико-технический институт низких температур имени Б. И. Веркина НАН Украины[d], Институт прикладной математики и механики НАН Украины[d], Институт биоорганической химии и нефтехимии НАН Украины[d], Институт проблем математических машин и систем НАН Украины[d], Институт физики НАН Украины[d], Институт проблем материаловедения имени И. Н. Францевича НАН Украины[d], Рәсәй Фәндәр академияһының Диңгеҙ гидрофизик институты, Национальный научный центр медицинских и биотехнических исследований[d], Украинский гидрометеорологический институт[d], Институт программных систем НАН Украины[d], Институт неврологии, психиатрии и наркологии НАМН Украины[d], Институт экспериментальной патологии, онкологии и радиобиологии имени Р. Е. Кавецкого НАН Украины[d], Институт монокристаллов НАН Украины[d], Институт зоологии им. И. И. Шмальгаузена НАН Украины[d], Институт металлофизики имени Г. В. Курдюмова НАН Украины[d], Радиоастрономический институт Национальной академии наук Украины[d], Институт сверхтвёрдых материалов имени В. Н. Бакуля НАН Украины[d], Главная астрономическая обсерватория Национальной академии наук Украины[d], Институт микробиологии и вирусологии имени Д. К. Заболотного[d], Киевский университет права НАН Украины[d], Институт ядерных исследований НАН Украины[d], Институт математики НАН Украины[d], Институт коллоидной химии и химии воды имени А. В. Думанского НАН Украины[d], Институт органической химии НАН Украины[d], Институт химии поверхности имени А. А. Чуйко НАН Украины[d], Институт сцинтиляционных материалов НАН Украины[d], Институт клеточной биологии и генетической инженерии НАН Украины[d], Институт магнетизма НАН Украины и Министерства образования и науки Украины[d], Институт физики полупроводников[d], Институт прикладных проблем механики и математики имени Я. С. Подстригача НАН Украины[d], Институт проблем моделирования в энергетике им. Г.Е. Пухова[d], Научный центр аэрокосмических исследований Института геологических наук НАН Украины[d], Институт космических исследований НАН Украины и ГКА Украины[d], Институт кибернетики имени В. М. Глушкова[d], Институт физической химии имени Л. В. Писаржевского[d], Институт прикладной физики НАН Украины[d], Донецкий физико-технический институт им. А. А. Галкина НАН Украины[d], Институт механики имени С. П. Тимошенко НАН Украины[d], Institute for Condensed Matter Physics of NAS of Ukraine[d], Институт технической теплофизики НАН Украины[d], Институт чёрной металлургии НАН Украины[d], Институт проблем криобиологии и криомедицины[d], Институт проблем машиностроения имени А. М. Подгорного НАН Украины[d], Institute for Information Recording[d], Physics and Technology Institute of Metals and Alloys[d], Karpenko Physico-Mechanical Institute[d], Институт археологии НАН Украины[d], Международный центр астрономических и медико-экологических исследований[d], Институт гидробиологии НАН Украины[d], National Scientific Center "Institute of Experimental and Clinical Veterinary Medicine"[d], Украинский научно-исследовательский институт горного лесоводства[d], Донецкий научный центр НАН Украины[d], Институт физики горных процессов НАН Украины[d], Institute for Economics and Forecasting[d] һәм Кибернетический центр[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Киев, Украина
Ҡулланылған тел украин теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Бюджет 7 143 676 100 ₴[7]
Мираҫ статусы памятник архитектурного наследия[d]
Рәсми сайт nas.gov.ua/en/Pages/defa…
Категория членов Категория:Украинаның Милли фәндәр академияһы ғәмәли ағзалары
Карта
 Украинаның Милли фәндәр академияһы Викимилектә

Украинаның Милли фәндәр академияһы (укр. Національна академія наук України, ҡыҫҡаса УМФА) — Украинаның юғары дәүләт фәнни ойошмаһы. 2002 йылдың 5 апрелендә Академияның дөйөм йыйылышы тарафынан раҫланған Устав һәм Украина хоҡуҡиәте нигеҙендә эшмәкәрлек итә. Тәбиғи, ижтимағи һәм техник фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.

Гетман П. П. Скоропадский (Украина державаһы) хөкүмәте тарафынан 1918 йылдың 27 ноябрендә нигеҙләнгән. В. И. Вернадский Украина фәндәр академияһының нигеҙләүсе ағзаһы һәм тәүге президенты булған[8]. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Украина геройы, Ленин премияһы лауреаты, академик Борис Евгеньевич Патон 1962 йылдан академияның президенты булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. И. Вернадский — Украина фәндәр академияһының беренсе президенты

1918 йылдың 27 ноябрендә Украина фәндәр академияһының ойоштороу йыйылышы булған. Уның тәүге президенты итеп геолог һәм геохимик Владимир Иванович Вернадский, ә сәркәтибе итеп шәрҡиәтсе Агафангел Ефимович Крымский һайланған. Уның тәүге академиктары араһында артабанғы ғалимдар булған: тарихсылар Д. И. Багалей һәм О. И. Левицкий, иҡтисадсы М. И. Туган-Барановский, филолог Н. И. Петров, биолог Н. Ф. Кащенко, механик С. П. Тимошенко һәм башҡалар. Ойошторолоуынан алып фәнни эшмәкәрлектә ғәмәли математика (Г. В. Пфейффер етәкселегендә), математик физика (Н. М. Крылов етәкселегендә), тәжрибәле зоология (И. И. Шмальгаузен) өлкәләрәндә үҫеш күҙәтелгән.

1921 йылда Совет власы урынлаштырыуы менән академия Бөтә украин фәндәр академияһы тип үҙгәртелгән, уның составына быға тиклем айырым эшләгән «Украин Фәнни Товариществоһы» һәм Киев Археографик комиссияһы, ә 1922 йылда — Киево-Печера лавраһы типографияһы ингән. Башта ул өс фәнни бүлектән торған: тарихи-филологик, физик-математик һәм социаль фәндәр, улар составына 3 институт, 15 комиссия һәм милли китапхана кергән.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—1943 йылдарҙа Украина ССР-ы Фәндәр академияһы Президиумы һәм институттарының күпселеге Өфөлә эвакуацияла була. Академияның ғалимдары Башҡортостанда фәндең үҫешенә ҙур өлөш индергән.

1930-сы йылдарҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында академияның иң ҙур ҡаҙаныштары араһында артабанғылар булған: гелий ядроларына литий ядроларын үҙгәртеүҙең яһалма реакцияһы, зарядланған берәмектәрҙең тиҙләткесе, дециметр диапазонлы өс координаталы радиолокаторҙы төҙөү; оборона сәнәғәтендә танкылар корпустарын, артиллерия системаларын һәм авиабомбаларҙың флюс аҫтында иретеп йәбештереү юғары эффектив технологияһы индерелгән; ғалим-биологтар һәм медиктар тарафынан яңы дарыу препараттары һәм яраланғандарҙы дауалау ысулдары уйлап сығарылған[9].

1950 йылда Украин ССР-ы Фәндәр академияһының Электротехника институтында профессор С. А. Лебедев лабораторияһында Европала тәүге универсаль иҫәпләү машинаһы эшләнгән. 1960 йылда ошо уҡ лабораторияла эшләнгән «Киев» электрон иҫәпләү машинаһы ярҙамында Дбна ҡалаһындағы ядро тикшеренеүҙәре институтында донъяла тәүге тапҡыр технологик процесстар менән дистанцион идара итеү буйынса тәжрибәләр уҙғарылған.

1968 йылға ҡарай академия составында 116 ғәмәли ағзалар һәм 163 ағза-корреспондент булған; 9 тармаҡ бүлектәре һәм 47 фәнни-тикшеренеү институттары эшләгән; 24 фәнни журнал баҫылған[10]. 1969 йылда академия Ленин ордены менән бүләкләнгән.

2017 йылдың 18 майында Украина президенты 2018 йылда Украинаның Милли фәндәр академияһының 100-йыллыҡ юбилейын байрам итеү тураһында указды ҡабул иткән[11].

2014 йылдың башына ҡарай Украинаның Милли фәндәр академияһы составына 174 интитут кергән, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 40 мең кеше тәшкил иткән[12] (1991 йылда — яҡынса 89 мең хеҙмәткәр[13]).

Атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академияның рәсми атамалары бер нисә тапҡыр алмашынған:

  • 1918 — Украин фәндәр акдемияһы (УФА) (укр. Українська академія наук)
  • 1921 — Бөтә украин фәндәр академияһы (БУФА) (укр. Всеукраїнська академія наук)
  • 1936 — Украин ССР-ы Фәндәр академияһы (УССР ФА) (укр. Академія наук УРСР)
  • 1991 — Украина Фәндәр академияһы (Украина ФА) (укр. Академія наук України)
  • 1994 — Украинаның Милли фәндәр академияһы (УМФА) (укр. Національна академія наук України)

Хәҙерге Академия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинаның Милли фәндәр академияһы Президиумы
Владимирская урамы, Киев

Украина бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң академия тормошонда ике негатив тенденциялар барлыҡҡа килгән: даими рәүештә хеҙмәткәрҙәрең ҡыҫҡартылыуы һәм кадрҙарҙың ҡартайыуы. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 43211 кеше, шул иҫәптән 19818 ғилми хеҙмәткәр иҫәпләнгән. Ғилми хеҙмәткәрҙең уртаса йәше — 50,2 (фән кандидаттары — 51,4 йәш, фән докторҙары — 62,2 йәш)[14]. Биш йылдан һуң, 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 40211 кеше, шул иҫәптән 19292 ғилми хеҙмәткәр эшләгән. Персоналдың уртаса йәше биш йыл эсендә үҙгәрмәгән тиерлек: ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн уртаса 51,8 йәш (фән кандидаттары — 50,9 йәш, фән докторҙары — 63,7 йәш)[12].

2014 йылда Донбасса һуғыш башланғас танылмаған Донецк һәм Липецк халыҡ республикалары территорияһында бер нисә ғилми институттар фактик рәүештә Украинаның Милли фәндәр академияһына буйһонмай ҡалған[15]. 2016 йылға ҡарай Донбасстың барлыҡ институттары Украина территорияһында яңынан теркәлгән һәм уларҙың күпселеге Киевҡа күскән[15]. Әммә Украинаның Милли фәндәр академияһынның Донецк һәм Липецк халыҡ республикалары территорияһындағы элекке институттары ғалимдарының күбеһе күсмәй ҡалған. Мәҫәлән Донецк физик-техник институтының 400 хеҙмәткәренән 2016 йылға ҡарай тик 65 Донецк халыҡ республикаһынан киткәндәр[15].

2016 йылға ҡарай академия хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе 6 меңдән ашыу кешегә ҡыҫҡарған. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарай академияла 37447 кеше (шул иҫәптән 18346 ғилми хеҙмәткәр) иҫәпләнгән[16], ә 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһы тик 31129 хеҙмәткәр (шул иҫәптән 15919 ғилми хеҙмәткәр) эшләгән[17]. 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 29870 хеҙмәткәр (шул иҫәптән 15529 ғилми хеҙмәткәр) иҫәпләнгән[18].

Етәкселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президенты — Патон Борис Евгеньевич

Беренсе вице-президенттары

  • Горбулин Владимир Павлович
  • Наумовец Антон Григорьевич

Вице-президенттары

  • Кошечко Вячеслав Григорьевич
  • Пирожков Сергей Иванович
  • Загородний Анатолий Глебович

Баш фәнни сәркәтибе — Богданов Вячеслав Леонидович

Академик-сәркәтиптәр:

  • Самойленко Анатолий Михайлович — Математика
  • Андон Филипп Илларионович — Информатика
  • Булат Анатолий Фёдорович — Механика
  • Локтев Вадим Михайлович — Физика
  • Пономаренко Александр Михайлович — Ер тураһында фән
  • Лобанов Леонид Михайлович — Материалдарҙы өйрәнеү
  • Кириленко Александр Васильевич — Энергетика
  • Шульга Николай Фёдорович — Ядро физикаһы
  • Картель Николай Тимофеевич — Химия
  • Комиссаренко Сергей Васильевич — Физиология
  • Моргун Владимир Васильевич — Генетика
  • Либанова Элла Марленовна — Иҡтисад
  • Смолий Валерий Андреевич — Тарих
  • Жулинский Николай Григорьевич — Филология

Төбәк фәнни үҙәктәре башлыҡтары:

  • Андронати Сергей Андреевич — Көньяҡ
  • Булат Анатолий Фёдорович — Днепр буйы
  • Назарчук Зиновий Теодорович — Көнбайыш
  • Семиноженко Владимир Петрович — Көньяҡ-көнсығыш

Президиум ағзалары:

  • Геец Валерий Михайлович
  • Губерский Леонид Васильевич
  • Згуровский Михаил Захарович
  • Кремень Василий Григорьевич
  • Походенко Виталий Дмитриевич
  • Таций Василий Яковлевич
  • Толочко Пётр Петрович
  • Яцков Ярослав Степанович

Президиум ағзалары вазифаһын башҡарыусылар:

  • Гадзало Ярослав Михайлович — Аграр академияһы
  • Довгий Станислав Алексеевич — Информатика
  • Цымбалюк Виталий Иванович — Медицина академияһы
  • Чебикин Андрей Владимирович

Президиум кәңәшселәре:

  • Баряхтар Виктор Григорьевич
  • Гончарук Владислав Владимирович
  • Дзюба Иван Михайлович
  • Неклюдов Иван Матвеевич
  • Онищенко Алексей Семёнович
  • Сергеенко Александр Васильевич
  • Скляренко Виталий Григорьевич
  • Созинов Алексей Алексеевич
  • Стогний Борис Сергеевич
  • Шевченко Владимир Павлович
  • Шестопалов Вячеслав Михайлович
  • Шидловский Анатолий Корнеевич
  • Юхновский Игорь Рафаилович
  • Мельничук Дмитрий Алексеевич

Украинаның Милли фәндәр академияһының етәкселеге йәш буйынса бик оло. 2016 йылдың аҙағына ҡарай 52 академиктан торған президиум ағзаһының уртаса йәше — 74,5[19].

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Физик-техник һәм математик фәндәре секцияһы
    • Секция бюроһы
    • Математика бүлеге
    • Информатика бүлеге
    • Механика бүлеге
    • Физика һәм астрономия бүлеге
    • Ер тураһында фән бүлеге
    • Материалдарҙы өйрәнеүҙең физик-техник мәсьәләләре бүлеге
    • Энергетиканың физик-техник мәсьәләләре бүлеге
    • Ядро физикаһы һәм энергетика бүлеге
  • Химик һәм биологик фәндәре секцияһы
    • Секция бюроһы
    • Химия бүлеге
    • Биохимия, физиология һәм молекуляр биология бүлеге
    • Дөйөм биология бүлеге
  • Ижтимағи һәм гуманитар фәндәре секцияһы
    • Секция бюроһы
    • Иҡтисад бүлеге
    • Тарих, фәлсәфә һәм хоҡуҡ бүлеге
  • Әҙәбиәт, тел һәм сәнғәтте өйрәнеү бүлеге
  • Украинаның Милли фәндәр академияһы Президиумы ҡарамағындағы учреждениелар
    • Нәшриәттәр
    • Китап магазиндары
    • Журналдар
    • Ғилми учреждениелар
    • Башҡа ойошмалар
  • Украинаның Милли фәндәр академияһы тарафынан тәьмин ителгән советтар (4 Совет)
  • Украинаның Милли фәндәр академияһы Президиумы ҡарамағындағы советтар, комитеттар һәм комиссиялар (барлығы 51)
  • Украинаның Милли фәндәр академияһы һәм Украинаның Мәғариф һәм фән министрлығының ғилми үҙәктәре
  • Фәнни ҡоролмаларҙы коллектив файҙаланыу үҙәктәре
  • Украинаның Милли фәндәр академияһы эштәре идаралығы ҡарамағындағы ойошмалар
  • Ижтимағи ойошмалар

Институттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Д. К. Заболотный исемендәге микробиология һәм вирусология институты
  • Төп астрономик обсерваторияһы
  • Археология институты
  • Биоорганик химия һәм нефтехимия институты
  • А. В. Палладин исемендәге биохимия институты
  • Н. Г. Холодный исемендәге ботаника институты
  • А. Е. Крымский исемендәге шәрҡиәт институты
  • География институты
  • Геология фәндәре институты
  • В. М. Корецкий исемендәге дәүләт һәм хоҡуҡ институты
  • И. И. Шмальгаузен исемендәге зоология институты
  • Тарих институты
  • В. М. Глушков исемендәге кибернетика институты
  • Т. Г. Шевченко исемендәге әҙәбиәт институты
  • Математика институты
  • Г. В. Курдюмов исемендәге металлофизика институты
  • С. П. Тимошенко исемендәге механика институты
  • Диңгеҙ биологияһы институты
  • Дөйөм энергетика институты
  • И. Ф. Курас исемендәге сәйәси һәм этномилли тикшеренеүҙәр институты
  • Ғәмәли математика һәм механика институты
  • Ғәмәли физика институты
  • Математик машиналар һәм системалар мәсьәләре институты
  • Материалдарҙы өйрәнеү мәсьәләләре институты
  • Атом электростанциялары хәүефһеҙлеге мәсьәләләре институты
  • А. Я. Усиков исемендәге радиофизика һәм электроника институты
  • Үтә ҡаты материалдар институты
  • Сорбция һәм эндоэкология институты
  • Н. Н. Боголюбов исемендәге теоретик физика институты
  • Техник механика институты
  • Транспорт системалары һәм технологиялар институты
  • Украин теле институты
  • М. С. Грушевский исемендәге украин археографияһы һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү институты
  • Физика институты
  • В. Е. Лашкарёв исемендәге ярымүткәргестәр физикаһы институты
  • Үҫемлектәр физиологияһы һәм генетикаһы институты
  • Л. В. Писаржевский исемендәге физик химияһы институты
  • Григорий Сковорода исемендәге фәлсәфә институты
  • Юғары молекуляр берләшмәләре химияһы институты
  • Ҡара металлургия институты
  • Е. О. Патон исемендәге электр иретепе йәбештереү институты
  • Энциклопедик тикшеренеүҙәр институты
  • А. А. Потебня исемендәге тел белеме институты
  • Йыһан тикшеренеүҙәр институтының Львов үҙәге
  • Диңгеҙ гидрофизик институты
  • В. И. Вернадский исемендәге Украинаның милли китапханаһы
  • Радиоастрономия институты
  • Украин тел-мәғлүмәти фонды
  • Украин тау геологияһы, геомеханика һәм маркшейдер эшенең фәнни-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты
  • А. В. Богатский исемендәге физик-химик институты
Ботаника баҡсаһы

1918 йылдың көҙөндә уҡ академияла Киевта ботаника баҡсаһын булдырыу буйынса фекер алышыуҙар була. Ботаник В. И. Липский (1922—1928 йылдарҙа Бөтә украин фәндәр академияһы президенты) тарафынан фәнни нигеҙе, структураһы, эшмәкәрлек йүнәлеше, төҙөлөштөң деталь планы эшләнгән. Ләкин тик 1935 йылда УССР Фәндәр академияһының Ботаника институты директоры академик А. В. Фомин тарафынан йәнә ботаника баҡсаһын ойоштороу тураһында һорау күтәрелгәс, ул сиселгән һәм уны нигеҙләү башлана. Киев ҡала советы баҡсаға Зверинец тарихы урынында 117 гектар майҙанлы ер участогы бүлеп биргән. 1964 йылда ботаника баҡсаһы коллекциялары һәм экспозициялары ирекле инеү өсөн асылған. 1967 йылда ботаника баҡсаһы фәнни-тикшеренеү институты рәсми статусын алған.

Халыҡ-ара фәнни бәйләнештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса хәҙерге ваҡытта Украинаның Милли фәндәр академияһы бихисап милли академиялар, фәнни үҙәктәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә, шул иҫәптән: Немец фәнни-тикшеренеү йәмғиәте (DFG), Франция Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (CNRS), Италияның Милли тикшеренеүҙәр бюроһы (CMR), Төркиәнең тикшеренеүҙәр буйынса милли советы (TÜBITAK), Ядро тикшеренеүҙәренең берләшкән институты, Ядро тикшеренеүҙәрҙең Европа үҙәге (CERN), шулай уҡ ЮНЕСКО, МАГАТЭ, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын. 1993 йылда Украинаның Милли фәндәр академияһы инициативаһы буйынса Фәндәр академияһының халыҡ-ара ассоциацияһы ойошторолған, бында Әзербайжан, Белоруссия, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Украинаның үҙенең фәнни академиялары керә[20].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://council.science/members/online-directory/
  2. Directory of Open Access Journals — 2003.
  3. https://cosparhq.cnes.fr/about/members/national-scientific-institutions/
  4. https://www.interacademies.org/network/member-academies
  5. https://web.archive.org/web/20240125131018/http://www.unionacademique.org/en/members
  6. https://allea.org/members
  7. https://zakon.rada.gov.ua/laws/file/text/110/f530966n246.xlsx
  8. Основные даты жизни и деятельности академика В. И. Вернадского // Владимир Иванович Вернадский. М.: Наука 1992. С. 7. (Материалы к библиографии учёных; Вып. 44)
  9. Сайт академии (укр.). Дата обращения: 19 февраль 2009. Архивировано из оригинала 17 март 2009 года. 2009 йыл 17 март архивланған.
  10. Академия наук Украинской ССР // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  11. Указ Президента Украины №-136/2017 от 18.05.2017
  12. 12,0 12,1 {title}. Дата обращения: 22 май 2015. Архивировано из оригинала 17 ноябрь 2015 года.
  13. Могут ли украинские учёные быть богатыми? / Статьи / Finance.ua 2014 йыл 7 апрель архивланған.
  14. {title}. Дата обращения: 22 май 2015. Архивировано из оригинала 31 июль 2014 года.
  15. 15,0 15,1 15,2 Глава профсоюза НАНУ: «Украинская наука держится на голом энтузиазме»
  16. ДОВІДКА про Національну академію наук України (станом на 01.01.2016 р.)
  17. ДОВІДКА про Національну академію наук України (станом на 01.01.2017 р.)
  18. Довідка про Національну академію наук України (станом на 01.01.2018 р.)
  19. Средний возраст членов президиума Национальной академии наук Украины — 75 лет — СМИ Больше читайте тут: http://gordonua.com/news/society/sredniy-vozrast-chlenov-prezidiuma-nacionalnoy-akademii-nauk-ukrainy-75-let-173551.html
  20. Международная ассоциация академий наук

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Международный совет по науке