Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Фәндәр академияһының Диңгеҙ гидрофизик институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морской гидрофизический институт РАН (бывший Морской гидрофизический институт НАНУ)
(МГИ)
Нигеҙләнгән

1948

Директор

С. К. Коновалов

Урынлашыуы

Севастополь

Юридический адрес

299011. Севастополь, Капитанская ,2

Сайт

http://mhi-ras.ru

Диңгеҙ гидрофизик институты — ғилми институт.

1948 йылда СССР Фәндәр академияһының Ҡара диңгеҙ гидрофизик станцияһы һәм Диңгеҙ гидрофизик лабораторияһы базалары нигеҙендэ Рәсәф Фәндәр академияһының Диңгеҙ гидрофизик институты булдырыла. 1961 йылдың август айында Диңгеҙ гидрофизик институты УССР Фәндәр академияһының системаһына тапшырыла һәм 1963 йылда ул Севастополь ҡалаһына күсерелә. Диңгеҙ гидроофизик институты диңгеҙәрҙе тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Шулай уҡ был институт космос аппараттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Диңгеҙ гидрофизик институтында океанограф платформалар төҙөлә. 1991-2014 йылдарҙа Диңгеҙ гидрофизик институты Украинаның Милли фәндәр академияһы составына, һуңынан Рәсәй Федерацияһына Ҡырым ҡушылығандан һуң Севастополь властары ҡарамағына күсә. 2015 йылда был Диңгеҙ гидрофизик институтын Көньяҡ диңгеҙ биология институты менән берләштереү планлаштырылған була, әммә һуңынан был процесты туҡтатып торорға булалар, ә артабан ике институтты ла Рәсәй Фәндәр академияһы составына индерәләр.

  • Шулейкин, Василий Владимирович
  • Кулешов, Станислав Вячеславович