Эстәлеккә күсергә

Ҡара диңгеҙ

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара диңгеҙ
Координаты: пропущена долгота
Майҙаны422 000 км²
Күләме547 000 км³
Яр буйы оҙонлоғо3400 км
Иң ҙур тәрәнлек2210 м
Уртаса тәрәнлек1240 м
Һыу йыйыу майҙаныболее 2 млн км²
Ҡара диңгеҙҙә ҡояш байыу. Ҡырым, Ласпи бухтаһы
Ҡара диңгеҙҙә ҡояш байыу. Ҡырым, Ласпи бухтаһы
 Ҡара диңгеҙ Викимилектә
Ҡара диңгеҙ

Ҡара диңгеҙ (рус. Черное море, укр. Чорне море, рум. Marea Neagră, төр. Karadeniz, груз. შავი ზღვა, абх. Амшын/Амшын Еиқәа, бор. грек. Εὔξενος Πόντος, грек. Μαύρη Θάλασσα, лат. Pontоs Euxinus)-- Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ. Босфор боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе, артабан Дарданелдар боғаҙы аша Эгей һәм Урта диңгеҙ менән тоташа; Керчь боғаҙы аша — Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгә Ҡырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ аша Европа менән Кесе Азия сиге үтә.

Ҡара диңгеҙ Рәсәй, Украина, Румыния, Болгария, Төркиә, Абхазия һәм Грузия илдәренең ярҙарын йыуа.

Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа 580 км-ға һуҙылған.

Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң ҙуры — Украиналағы Джарылгач утрауы, майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел.

Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар: Дунай, Днепр, Днестр һәм бәләкәйерәктәре — Мзымта, Псоу, Бзыбь, Риони, Кодори, Эшли-Ирмак, Сакарья, Көньяк Буг йылғалары.

Диңгеҙ порттары булған ҡалалар:

Диңгеҙҙең иң элекке атамаларының береһе - боронғо грузинсанан Спериса диңгеҙе (груз. ზღვა სპერისა [згва спериса]), ул боронғо Колхидала Спери тигән төбәктә йәшәгән халыҡ исеменән алынған. Боронғо грек атамаһы иһә — Понтос Аксенос (бор. грек. Πόντος Ἄξενος, «Ҡырыҫ ддиңгеҙ»), «Скиф диңгеҙе» тигән атама ла осрай[1]. Страбон «География»һында (7.3.6) атама диңгеҙҙең навигация өсөн ауыр булыуы, шулай уҡ ярҙарында ҡырағай, яуыз холоҡло ҡәбиләләр йәшәүенә бәйлелер тип фараз итә.

Шулай ҙа гректар урындағы скиф-сармат телендәге *axšaina — «ҡараһыу күк», «ҡарағусҡыл» һәм грек телендәге «ҡырыҫ» һүҙҙәренә лә таянып атағандарҙыр[2]. Һуңғараҡ,грек колонистары үҙҙәре уңышҡа өлгәшкәс, диңгеҙҙе Понтос Эвксиоконос (грек. Πόντος Εὔξενος, «Ҡунаҡсыл диңгеҙ») тип исем бирә.

Тора бара, X—XIV быуаттарҙа, боронғо рус, ғәрәп һәм көнбайыш сығанаҡтарында инде «Урыҫ диңгеҙе» (рус. Русское море) тигән атама күренә башлай[3]

Хәҙерге замандағы «Ҡара диңгеҙ» (рус. Чёрное море) атамаһы бында Урта Азиянан килеп сыҡҡан күсмән төркиҙәрҙең «Кара Дениз» тигән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[4] [5]. Ул күп кенә телдәрҙә сағылыш тапҡан: абх. Амшын Еиқәа, адыг. Хы шӏуцӏэ, ҡаб.-черк. Хы фӏыцӏэ, грек. Μαύρη θάλασσα, болг. Черно море, укр. Чорне море, груз. შავი ზღვა, рум. Marea Neagră, ҡырымтат. Qara deñiz, төр. Karadeniz (төрөктәр Урта диңгеҙҙе Akdeniz «Аҡ диңгеҙ» тип атай), ингл. Black Sea һәм башҡалар[6][1] Атаманың шундай вариантта килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә:

  • Бер фараз Азияның ҡайһы бер илдәрендә яҡтарҙы «төҫтәр» менән билдәләүгә бәйле: «ҡара» төньяҡты билдәләүсе һүҙ, шуға күрә Ҡара диңгеҙ — төньяҡ диңгеҙе.
  • Икенсе бер гипотеза буйынса, металл әйберҙәрҙең 150 метрҙан тәрәнерәккә оҙайлы ваҡытҡа төшөргәндә (мәҫәлән, якорь) ҡарайыуы менән бәйле[7]


Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фитопланктон сәскә ата, июль, 2012
Камбала-глосса
Батумиҙағы бухтала дельфин

Диңгеҙҙең үҫемлектәр донъяһы 270 төр күп күҙәнәкле йәшел, көрән, ҡыҙыл һыу төбө ылымыҡтарынан тора. Фитопланктон составында — алты йөҙҙән кәм түгел төр[8].

Ҡара диңгеҙ фаунаһы Урта диңгеҙгә ҡарағанда һиҙелерлек ярлы, атап әйткәндә, бында юҡ диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, |лилия диңгеҙ ләләһе, губка, каракатица, кальмар, мәрйендәр юҡ[9].

Ҡара диңгеҙҙә 2500 төр хайуан тереклек итә(уларҙың 500 төрө бер күҙәнәкле, 200 төрө умыртҡалылар — балыҡтар һәм һөтимәрҙәр, 500 төр ҡыҫала кеүектәр, 200 төр моллюскылар, башҡалары — төрлө умыртҡаһыҙҙар), сағыштырыу өсөн, Урта диңгеҙҙә — 9000 тирәһе төр. Диңгеҙҙең хайуандар донъяһының сағыштырмаса ярлы булыуында бер нисә сәбәп бар. Төп сәбәптәр араһында [9]:

  • һыуҙың тоҙлолоғо түбән булыуы;
  • 150  метрҙан тәрәнерәк урындарҙа даими рәүештә көкөртлө водород сығып тора. 

Ҡара диңгеҙҙә ағыулы балыҡтар ҙа бар — диңгеҙ аждаһаһы, скорпена, диңгеҙ бесәйе кеше өсөн хәүеф тыуҙыра. Диңгеҙ төлкөһө ағыулы түгел, мәгәр ҡойроғонда сәнскәктәре менән яралай ала[10]

Ҡара диңгеҙ климаты уның континенталь торошо, башлыса континентальн климат мөхитендә урынлашҡан булыуы менән бәйле[11]. Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры һәм Ҡырымдың көньяҡ яры тауҙар менән уратылыу арҡаһында төньяҡ һалҡын елдәрҙән ҡурсыулы һәм йомшаҡ Урта диңгеҙ климатына эйә, ә Туапсенан көньяҡ-көнсығыштараҡ  — дымлы субтропик климат хөкөм һөрә.

Ҡара диңгеҙҙең һауа торошона Атлантик океан да йоғонто яһай[12]. Йәй көнө диңгеҙ өҫтөндә Азор антициклоны һауа торошона тәьҫир итә. Шуға күрә диңгеҙҙең күпселек өлөшөндә ҡышын һауа йылы, дымлы, ә йәйгеһен эҫе, ҡоро[13].

Ҡара диңгеҙ һыуы, ҡағиҙә булараҡ, туңмай. Әммә оҙайлы һалҡын ҡыштарҙа ярҙарында сыйҙым барлыҡҡа килгеләй, әммә был бер нисә тиҫтә йылға бер була. Һыу температураһы уртаса +7…+8 °C-тан артыҡ төшмәй [14].. 2011—2012 йылдар арауығында һыу өҫтө температураһы 6 °C-тан түбәнерәк төшә.

Горизонттар буйынса һыуҙың уртаса температураһы, °C
( координаттары 43°30′ с. ш. 32°30′ в. д.HGЯO булған нөктәләр өсөн; 1890—2005 йылдар күрһәткестәре)[15]:
Горизонт м Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
0 7,7 7,2 6,8 9,2 14,1 19,8 22,8 23,8 20,8 18,7 11,7 9,5
10 7,7 7,1 6,8 9,0 12,8 18,5 21,8 23,6 20,7 18,6 11,8 9,6
20 7,7 7,0 6,7 8,4 10,2 11,9 12,2 13,6 19,2 17,9 11,6 9,6
30 7,7 7,0 6,6 7,7 7,9 7,8 8,5 9,0 9,1 12,0 10,4 9,2
50 7,6 7,4 7,3 7,6 7,4 7,3 7,4 7,6 7,2 8,0 7,6 7,8
100 8,3 8,4 8,4 8,4 8,3 8,3 8,4 8,3 8,3 8,2 8,3 8,3
200 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7 8,7
500 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9 8,9
1000 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 8,9 8,9 8,9 9,0 8,9 8,9 9,0
1500 9,0 9,0 9,1 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0 9,0
Геленджик яры
Болгариялағы ҡомлоҡ
Анапалағы ҡомлоҡ, Рәсәй

Ҡара диңгеҙ сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тәбиғәте билдәле урыҫ рәссамы, маринист Иван Айвазовский өсөн илһам сығанағы булған . Штормдар һәм тымыҡ һыу, пляждар, ҡаялар, аулаҡ бухталар рәссамдың күп эштәре өсөн натура булып хеҙмәт итә[16]. Феодосияла И. К. Айвазовский исемендәге милли картиналар галерияһы бар.

Элекке СССР-ҙың күп һанлы кинематографистары ҡояшлы климаты өсөн Ҡара диңгеҙ яры буйын һайлай. Одесса, Ялта киностудиялары, шулай уҡ совет осоро тарихына инеп ҡалған киностудиялар төшөргән фильмдар ошонда ижад ителгән [17][18][19][20][18][21].

Ҡара диңгеҙ тематикаһы әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙә лә сағылыш таба: миҫалға Валентин Катаев;Михаил Булгаков; Константин Паустовский; Юрий Кузнецов; Леонид Утёсов; Юлий Ким; Георг Отс ижадын килтерергә мөмкин.

  1. 1,0 1,1 Виноградов, 1958, с. 5
  2. Black sea — Encyclopædia Iranica. Rüdiger Schmitt
  3. Бухарин М. Д. Возникновение понятия «Чёрное море» в средневековых географических традициях. www.academia.edu. Дата обращения: 17 декабрь 2019. // Monumentum Gregorianum. Сборник научных статей памяти академика Г. М. Бонгард-Левина. М., 2013. С. 479.
  4. http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрь архивланған. Чёрное море
  5. ::: Чёрное море ::: blacksea-education.ru. Дата обращения: 28 август 2017. 2017 йыл 17 август архивланған.
  6. http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрь архивланған. Чёрное море
  7. http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йыл 23 декабрь архивланған. Чёрное море
  8. Чёрное море ::: Фитопланктон. blacksea-education.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йыл 17 октябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 География, история, свойства экосистемы Чёрного моря. blacksea-education.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йыл 17 октябрь архивланған.
  10. Опасные животные Черного моря 2012 йыл 10 июнь архивланған.
  11. Ежегодник состояния морей России по гидрохимическим показателям. 2008 год. Чёрное море (недоступная ссылка — история). // oceanography.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012. Архивировано 1 март 2012 года. 2013 йыл 3 июль архивланған.
  12. Новороссийская бора и байкальская сарма. // meteoweb.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012.
  13. Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  14. Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  15. ЕСИМО (недоступная ссылка — история). Архивировано 22 август 2011 года. 2017 йыл 28 ноябрь архивланған.
  16. Картинная галерея Айвазовского. Биография художника (недоступная ссылка — история). // aivazovsky.euro.ru. Дата обращения: 29 май 2012. 2012 йыл 21 февраль архивланған.
  17. Незалежное кино W → O → S. // w-o-s.ru. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  18. 18,0 18,1 «Голливуд» на берегу Чёрного моря (киноискусство Одессы) (недоступная ссылка — история). // kruk.odessa.ua. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  19. Историческая справка об Одесской киностудии (недоступная ссылка — история). // odessafilm.com.ua. Дата обращения: август 2012. 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.
  20. Легенда Крыма (недоступная ссылка — история). // Рабочая газета, № 127 от 20 июля 2011 г.. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  21. Ялтинская киностудия. // poluostrov-krym.com. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.