Ким Юлий Черсанович
Ким Юлий Черсанович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Израиль |
Псевдоним | Ю. Михайлов(1969—1985) |
Тыуған көнө | 23 декабрь 1936[2][3][4] (87 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, композитор, йырҙар авторы, автор-исполнитель, поэт-песенник, гитарасы |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Жанр | авторская песня[d] һәм театр пьесаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ким Юлий Черсанович Викимилектә |
Ю́лий Черса́нович Ким (псевдонимы — Ю. Михайлов; 1936 йылдың 23 декабрендә Мәскәүҙә тыуған) — совет, Рәсәй һәм израиль шағиры, драматургы. Бард, СССР диссиденттар хәрәкәтендә ҡатнашҡан, әҙәбиәт һәм музыка премиялары лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәржемәсе ғаиләһендә тыуған. Корей теленән тәржемәсе Ким Чер Сан (1904—1938) һәм урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Всесвятская Нина Валентиновна (1907—1974) ғаиләһендә тыуған. Уның ҡарт олатаһы Василий Павлович Всесвятский Угодский-Заводский сиркәүенең настоятеле була һәм шәхсән Георгий Жуковты[5]суҡындырған. 1938 йылда Юлийҙың атаһы атыла, әсәһе лагерҙарға (1943 йылға тиклем), 1945 йылға тиклем һөргөнгә оҙатыла. 1938—1945 йылдарҙа Юлий Кимде әсәһе яғынан туғандары ҡарай. 1945—1951 йылдарҙа әсәһе һәм апаһы менән Малоярославец ҡалаһында, һуңынан Төркмәнстанда (Ташауз) йәшәйҙәр, 1954 йылда Мәскәүгә киләләр.
Мәскәү дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай (1959), 1963 йылға тиклем йүнәлтмә буйынса Камчатка (Карагин районы Ильпырский ҡасабаһы) эшләй[6]. Шул йылдарҙа уҡ уҡыусылары менән Ким мюзиклдың бөтә элементтарын үҙ эсенә алған интермедия һәм вокаль сәхнәләрҙән торған композициялы автор йырҙарын яҙа һәм сәхнәләштерә башлай.
1962 йылда Мәскәүгә әйләнеп ҡайта һәм 1964 йылға тиклем 135-се мәктәптә эшләй, һуңынан ярты йылға тағы Ильпырский мәктәбенә китә. 1965 йылдан алып 1968 йылға тиклем М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты янындағы 18-се интернат-мәктәптә әҙәбиәт, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен уҡыта, әммә КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты талабы буйынса ул мәктәптән китергә мәжбүр була. Шул ваҡыттан ирекле ижадсы тормошон алып бара. Хоҡуҡ яҡлау хәрәкәтендә ҡатнашыуы Кимдың эштән китеүенә сәбәп була.
Дәүләт органдарының Кимға дәғүәләре СССР-ҙа сталинизмды реставрациялауға ҡаршы ғаризаларға ҡул ҡуйыуы, цензураға буйһонмаған «Ағымдағы ваҡиғалар хроникаһы» хоҡуҡ һаҡлау бюллетенен мөхәррирләүе, шулай уҡ Александр Галич һәм Владимир Высоцкий йырҙары менән бер рәттән таралған көн ҡаҙағына тап килгән темаларға сатирик йырҙары менән бәйле була. Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты хеҙмәткәрҙәре Кимға концерт эшмәкәрлегенән тыйылырға тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта КГБ уның театр һәм концерт эшмәкәрлегенә ҡамасауламаясағын белдерә. Ким псевдоним алырға тейеш була (1985 йылға тиклем ул титрҙарҙа «Ю. Михайлов» тип билдәләнгән). Шулай итеп, театр һәм кино өсөн музыка һәм йыр яҙыу уның төп һөнәри шөғөлө булып китә. Ким 1976 йылда концерт эшмәкәрлеген яңынан тергеҙә.
Педагогия институты (1956 йылдан) студенты булған сағынан уҡ Ким үҙенең шиғырҙарына йырҙар яҙа һәм гитарала уйнап уларҙы башҡара башлай. Мәскәүҙә 1960 йылда уның беренсе концерттары ҡуйыла һәм йәш автор иң популяр Рәсәй бардтары даирәһенә инә.
1963 йылда ул беренсе профессиональ заказын үтәй — «Ньютон урамы, 1-се йорт» («Ленфильм», реж. Т. Ю. Вульфович) фильмы өсөн йыр яҙа, артабан Мосфильмдан, Горький исемендәге, Довженко исемендәге киностудияларҙан заказдар килә. Уның «Бумбараш», «Обыкновенное чудо», «Про Красную шапочку» (композиторҙар В. Дашкевич, Г. Гладков, А. Рыбниковменән бергә) фильмдарындағы эше киң билдәле; уның фильмотекаһында — илленән ашыу атама.
1968 йылда тәүге театр эше — Калинин Йәш тамашасы театры өсөн ете йыр («Одной любовью меньше» спектакле, режиссер Р. Г. Виктюк) -беренсе театр эше. 1969 йылда ике эш: Шекспирҙың «Был һеҙгә нисек оҡшай» («Как вам это понравится») комедияһы өсөн ун ете йыр номеры (Мәскәүҙә Малая Броннала театры, режиссёры П. Н. Фоменко) һәм «Недоросль» спектакле өсөн егерме ике йыр номеры (Ю. П. Киселёв исемендәге Саратов йәш тамашасы театры, режиссёры Л. Д. Эйдлин).
1974 йылда Ю. Ким Мәскәү драматургтарының профком ағзаһы булып китә, ә 1975 йылда Совет армияһы театрына үҙенең тәүге пьесаһын — "Иван-солдат"ты тәҡдим итә. Ул утыҙҙан ашыу драма әҫәрҙәре яҙған, уларҙың күбеһе Рәсәйҙең төрлө театрҙарында сәхнәләштерелгән.
1966 йылда репрессияланған командарм И. Э. Якирҙың ейәнсәре Ирина Петровна Якирға 1948—1999) өйләнә. Иринаның атаһы, билдәле хоҡуҡ яҡлаусы һәм диссидент Пётр Ионович Якир ун дүрт йәшендә ҡулға алына һәм утыҙ ике йәшендә генә иреккә сыға.
1967-1969 йылдарҙа Ким властарға адресланған кеше хоҡуҡтарын күҙәтеү талабы менән бик күп коллектив хаттарға ҡул ҡуя. Ҡайныһы П. Якир һәм И. Я. Габай менән бергә, ул СССР-ҙа башҡаса фекерләүселәрҙе эҙәрләү тураһындағы «Фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә» (1968 йылдың ғинуары) мөрәжәғәтенең авторҙашы була. Дәүләт именлеге комитетының оператив сводкаларында «гитарист» тигән кодлы исем аҫтында үтә. [7]. Кимдың тематикаһы буйынса «диссидент» сюжеттарына бәйле бер нисә йыры ла ошо осорға ҡарай: судтар, тентеүҙәр, күҙәтеү һәм башҡалар[8].
1968 йылдың мартында Ким Александр Галич, Владимир Бережков һәм башҡа бардтар менән бергә «Под интегралом» клубы ойошторған Автор йыры фестивалендә ҡатнаша тигән хаталы раҫлауҙар осрай[9][10][11]. Әммә был ваҡытҡа Мәскәү Политехник музейында концерты (концерт та булмай) планлаштырылғаныҡтан, бард фестивалдә ҡатнаша алмай, шулай ҙа Фестивалгә сәләмләү телеграммаһы ебәрә[12],.
Кимдың күп йырҙарына музыканы үҙе яҙған, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе Геннадий Гладков, Владимир Дашкевич, Алексей Рыбников кеүек композиторҙар менән авторҙашлыҡта ижад ителгән[13].
1970-1971 йылдарҙа «Ағымдағы ваҡиғалар йылъяҙмаһы»н («Хроника текущих событий») әҙерләү эшендә ҡатнаша (уның ҡайһы бер сығарылыштарын тулыһынса тиерлек уның тарафынан мөхәррирләнә), һуңынан әүҙем хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенән ситләшә.
1974 йылда Юлий Ким үҙенең пьесаларын яҙа башлай.
1985 йылда, үҙгәртеп ҡороу башланғас, үҙенең «Нух һәм уның улдары» «Ной и его сыновья» пьесаһы буйынса спектаклдә төп ролде башҡара, псевдонимынан баш тарта һәм үҙенең исеме аҫтында ижад итә башлай, кинофильмдарҙың титрҙарында ла исеме баҫыла. 1987 йылда («Мелодия» грампластинка яҙҙырыу фирмаһында бер йыл алдан яҙылған) уның йырҙары тәүге пластинкаһы - ул саҡта билдәлелек алып өлгөрмәгән Михаил Константинович Щербаков аккомпанементы менән «Балыҡ-кит» («Рыба-кит») сыға.
«Московские кухни» (1991) йыр пьесаһы-композицияһы Ким ижадындағы диссидентлыҡ темаһының үҙенсәлекле бер этабы булды.
Юлий Кимдың дискографияһында йөҙҙән ашыу диск, йыр яҙмалары менән аудио- һәм видеокассеталар иҫәпләнә. Уның йырҙары бөтә автор йырҙары антологияларына, шулай уҡ хәҙерге рус шиғриәтенең байтаҡ шиғри антологияларына ингән, улар иҫәбендә «Строфы века» (төҙөүсеһе Евгений Евтушенко, 1994) бар.
Кинематографсылар союзы (1987), Яҙыусылар союзы (1991), Рус ПЕН-клуб (1997) ағзаһы. Биш йөҙгә яҡын йыр (күптәре кинофильмдарҙа һәм спектаклдәрҙә яңғырай), өс тиҫтәгә яҡын пьеса һәм тиҫтәләгән китап авторы.
«Алтын Остап» премияһы лауреаты (1998). Булат Окуджава исемендәге Рәсәй дәүләт премия лауреаты (2000). 2015 йылда рус шиғриәтен дәртләндереү ойошмаһының жюри ҡарары менән Кимға «Шағир» милли премияһы бирелде.
2002 йылда Ким «Нотр-Дам де Пари» мюзиклын рус теленә тәржемә итә, шулай уҡ ошо данлыҡлы спектаклдең русса версияһы һәм бик күп йырҙар авторы ла. Һуңыраҡ Мәскәүҙә Оперетта театры сәхнәһендә либреттолары авторы Ким булған «Монте-Кристо», «Граф Орлов», «Анна Каренина» мюзиклдары ҡуйылды.
1998 йылдан алып алмашлап Иерусалимда һәм Мәскәүҙә йәшәй. «Ирусалимский журнал» редколлегияһы ағзаһы, «Иерусалимский альбом»[1] проекты ҡатнашыусыһы һәм ойоштороусыларҙың береһе.
2008 йылдың 7 мартында Ким башҡа бардтар менән бергә «Под интегралом» клубын тергеҙеүгә һәм 1968 йылғы фестивалдең ҡырҡ йыллығына арналға «Снова „Под интегралом“ — 40 лет спустя» автор йыры фестивалендә ҡатнаша.
2008 йылда Юлий Ким «Культура» телеканалында «Линия жизни» («Ғүмер һыҙаты») программаһы геройы була.
2010 йылда П. И. Чайковский музыкаһына Гарри Бардиндың «Гадкий утёнок» (тулы метражлы йәнһүрәте музыкаһына шиғырҙар (Ханс Кристиан Андерсен) яҙа.
2020 йылғы үҙизоляция ваҡытында Юлий Черсанович «Тамза» автор йыры клубы трансляцияһы сиктәрендә сәғәт ярымлыҡ концерт бирҙе. Шул уҡ осорҙа Израилдә үҙенең йорт концерттары серияһы уҙҙы, унда бард йырланы ғына түгел, шәхси тормошонан ваҡиғалар хаҡында ла һөйләне.
2021 йылдың декабрендә шағир «Эхо Москвы» радиоһында эфирға сыҡҡан «Дифирамб» тапшырыуының ҡунағы булды, ай аҙағында иһә уның 85 йыллығы уңайынан «Төрлө үләндән гөлләмә» тип аталған бардтың юбилей кисәһе уҙҙы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙ туғаны — Алина Ким
- Туғанының улы — Марат Ким, кинорежиссёр
- Ҡатыны — Якир Ирина Петровна (1948—1999).
- Ҡыҙы — Наталия (1973 йылда тыуған), мөхәррир, журналист.
- Өс ейәне.
- Ҡыҙы — Наталия (1973 йылда тыуған), мөхәррир, журналист.
- Ҡатыны — Лидия Михайловна Луговая (1947 йылда тыуған).
Йәмәғәт позицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 һәм 2003 йылдарҙа Рәсәй властарын Чечнялағы һуғышты туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр алып барыу процесына күсергә саҡырған мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре араһында була.
2001 йылда НТВ телеканалын яҡлап хатҡа ҡул ҡуя[14]. «Яблоко» партияһына ярҙам итә[15].
2014 йылдың сентябрендә «Бишенсе колонна маршы» сатирик йырын ижад итә, уның авторы Украиналағы һуғышты ғәйепләй[16].
И всплыло в одночасье забытое давно
Немыслимое счастье быть с властью заодно.
Бери, начальник, шире, врежь Киеву под дых —
Чтоб видели чужие, как наши бьют своих![17]
Һуңыраҡ шул уҡ тематика буйынса икенсе йырын яҙа:
Я с Украиной не воюю,
я отношений с ней не рвал,
как я ей пел, так и пою я,
так i співаю, як співав…[18]
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1989 — Я клоун (Дания)
- Волшебный сон. — М.: Советский писатель, 1990.
- Летучий ковёр. — М.: Киноцентр, 1990.
- Творческий вечер. — М.: Книжная палата, 1990.
- 1998 — На собственный мотив
- 1999 — Собрание пёстрых глав. В 2 тт.
- 1999 — Мозаика жизни. — М.: Эксмо.
- 2000 — Путешествие к маяку. (Израиль)
- 2003 — Моя матушка Россия
- 2004 — Однажды Михайлов. — М.: Время.
- Своим путём. (Израиль)
- Не покидай меня, весна. — Екатеринбург: У-Фактория, 2004.
- 2006 — Букет из разнотравья. — М.: Зебра.
- 2006 — После дождичка в четверг
- 2007 — О нашей маме Нине Всесвятской, учительнице
- 2013 — Светло, синё, разнообразно. Стихи и песни.
- 2016 — И я там был
Драматургияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1968 — Одной любовью меньше (Калининский ТЮЗ, вокальные номера)
- 1968 — Как вам это понравится (Драм. театр на М. Бронной, вокальные номера)
- 1969 — Недоросль (Саратовский ТЮЗ, вокальные номера)
- 1971 — Бумбараш (Рижский ТЮЗ, инсценировка)
- 1972 — Дума о Британке (Театр им. Маяковского, инсценировка)
- 1972 — Чинчрака (Ц.Дет.театр, вокальные номера)
- 1973 — Тиль (Ленком, вокальные номера)
- 1974 — Май не упусти (Ц.Дет.театр, вокальные номера)
- 1975 — Альпийская баллада (ЦДТ, тексты песен)
- 1975 — Странствия Били Пилигрима (ЦТСА, инсценировка)
- 1976 — Комическая фантазия (ЦТСА, тексты песен)
- 1976 — Пеппи Длинный Чулок (Театр Сатиры, инсценировка)
- 1977 — Фламандская легенда (Поющие гитары, либретто)
- 1978 — Мизантроп (Театр Комедии, тексты песен)
- 1979 — Когда мы отдыхали (Театр Миниатюр, тексты песен)
- 1979 — Иван-царевич (Театр Маяковского, пьеса)
- 1981 — Остановите музыку (Кемеровский театр кукол, песни)
- 1983 — Барменша из дискотеки (БДТ, тексты песен)
- 1983 — Принцесса и эхо (Театр Образцова, тексты песен)
- 1983 — Старший сын (Театр Станисл.и Немир-Данченко, либретто)
- 1983 — Суд над судьями (Театр Моссовета, тексты песен)
- 1985 — Ной и его сыновья (Др.т-р им Станиславского, пьеса)
- 1986 — Не покидай меня, весна (Театр «3-е направление», вокальные номера)
- 1987 — Волшебный сон (Театр Маяковского, пьеса)
- 1987 — Клоп (Театр «3-е направление», фолк-опера, либретто)
- 1988 — Московские кухни (Театр «3-е направление, пьеса)
- 1989 — Любовь до гроба (Театр „3-е направление“, вокальные номера)
- 1991 — Сказка Арденского леса» (Театр Комедии, пьеса)
- 1991 — Кто Царевну поцелует (ТЮЗ, пьеса)
- 1991 — Сватовство по-московски (Театр Бенефис, либретто)
- 1991 — Где орех Кракатук (Театр «Бенефис», пьеса)
- 1991 — Голый Король (Театр «Бенефис», либретто)
- 1991 — Обыкновенное чудо (Антреприза, либретто)
- 1991 — Однажды в Одессе (Антреприза, либретто)
- 1991 — Зойкина квартира (Красноярск, Муз театр либретто)
- 1991 — 12 стульев (Минск, Драмтеатр, либретто)
- 1991 — Хоакин Мурьета (Театр Рыбникова, либретто)
- 1991 — Фанфан Тюльпан (Театр «У Никитских ворот», пьеса)
- 1991 — Юбилейная речь (Театр «3-е направление», опера)
- 1991 — Самая лёгкая лодка в мире (РАМТ, инсценировка)
- 1991 — Самолёт Вани Чонкина (Норильск, Театр им. Маяковского, инсценировка)
- 1991 — Безразмерное Ким-танго (Театр «Эрмитаж», музыкальная композиция)
- 1991 — Капнист: туда и обратно (Театр «Эрмитаж», пьеса)
- 1991 — Амуры в снегу (Театр им. Маяковского, либретто)
- 1991 — Приключения Красной Шапочки (Театр им Маяковского, пьеса)
- 1991 — Русалочка или радуга над морем (Уч. театр ГИТИС, либретто)
- 2009 — Сказки Арденнского леса (Мастерская Петра Фоменко, автор песен)
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кимдың йырҙары 50 фильмда яңғыраны:
- 1963 — Улица Ньютона, дом 1 (автор текста песен, актёр)
- 1969 — У озера
- 1971 — Бумбараш
- 1972 — Точка, точка, запятая…
- 1974 — Засекреченный город
- 1974 — Рассказы о Кешке и его друзьях
- 1974 — Северный вариант
- 1975 — Маяковский смеётся
- 1975 — Что с тобой происходит?
- 1976 — 12 стульев
- 1977 — Про Красную Шапочку
- 1977 — Усатый нянь
- 1978 — Красавец-мужчина
- 1978 — Короли и капуста
- 1978 — Пять вечеров
- 1978 — Ярославна, королева Франции
- 1978 — Обыкновенное чудо
- 1979 — Голубой карбункул
- 1979 — Капитан Соври-голова
- 1979 — Очень синяя борода
- 1979 — Сватовство гусара
- 1980 — Дульсинея Тобосская
- 1981 — Вакансия
- 1982 — Дом, который построил Свифт
- 1982 — Сказка странствий
- 1982 — Там, на неведомых дорожках…
- 1984 — Пеппи Длинныйчулок-
- 1984 — Формула любви авгусы путчы
- 1984 — Рассмешите клоуна
- 1985 — После дождичка в четверг (автор сценария и текста песен, актёр)
- 1987 — Человек с бульвара Капуцинов
- 1988 — Раз, два — горе не беда! (автор сценария и текста песен, актёр)
- 1988 — Собачье сердце
- 1988 — Убить дракона
- 1991 — Тень, или Может быть, всё обойдётся
- 2002 — Лекарь поневоле (автор музыки и текста песен)
- 2010 — Гадкий утёнок
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1978 — «Песня года» фестивале лауреаты (Ҡыҙыл кәләпүш йыры)
- 1998 — «Золотой Остап» премияһы лауреаты
- 1999 — Булат Окуджава исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты[19][20]
- 2001 — «Защитнику свободной России» миҙалы — «За исполнение гражданского долга при защите демократии и конституционного строя (1991 йылдың авгусы путчы»)[21]
- 2003 — Царское Село художество премияһы лауреаты
- 2007 — Владимир Высоцкийҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Себер фонды булдырған «Признание-2006» әҙәби-музыкаль премияһы лауреаты, «Бард года» номинацияһы буйынса
- 2007 — «Музыкальное сердце театра» милли премия лауреаты («Иң яҡшы йырҙар текстарының авторы»)
- 2009 — «Бард-Оскар» эйәһе (Ҡазан халыҡ-ара фестивале)
- 2015 — лауреат премии «Поэт» премияһы лауреаты[22]
- 2015 — Юрий Штерн премияһына эйә [2]
- 2016 — Кеше хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә Мәскәүҙәге Хельсинки премияһы лауреат — «За защиту прав человека средствами культуры и искусства»[23]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #143644487 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Yuliy Kim // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ КИМ Юлий Черсанович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 184—186. — ISBN 5-94848-262-6
- ↑ Ким Юлий Черсанович // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
- ↑ Жукова М. Г. Маршал Жуков: сокровенная жизнь души. — М.: Издательство Сретенского монастыря, 1999. — С. 12. — 62 с. — ISBN 5-7533-0095-2.
- ↑ В гостях Юлий Ким . Радио «Маяк» (28 сентябрь 2013). 2015 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Алфавит инакомыслия. Барды. Передача вторая . Дата обращения: 1 сентябрь 2014.
- ↑ Юлий Ким: «На готовую музыку я навострился писать с удовольствием…» Радио классической музыки «Орфей» (29 март 2015). — Радиопрограмма: Нездешние вечера. Дата обращения: 5 апрель 2015.
- ↑ Александрова Ю. Место встречи — «Интеграл» 2019 йыл 22 ғинуар архивланған. // Наука в Сибири, № 13 (2648), 27 марта 2008.
- ↑ Бард и диссидент // Газета.ru, 23.12.2016.
- ↑ Толстой И. Н. Запрещенные песни // Сибирь. Реалии, 13 марта 2018.
- ↑ Раппопорт А. Незабываемый 1968-й // Так-так-так, новости и заметки, 13 марта 2013.
- ↑ Панарина О. В. Первый Всесоюзный фестиваль авторской песни 2019 йыл 22 ғинуар архивланған. // Библиотека сибирского краеведения.
- ↑ Письмо видных деятелей науки, культуры и политики в защиту НТВ / newsru.com
- ↑ Голосовые связи. Стройными рядами выходят на выборы отечественные производители попсы . Новая газета (13 ноябрь 2003).
- ↑ «Россия после Крыма свихнулась сразу вся» — российский бард написал песню об украино-российскую войну
- ↑ Нас мало... bards.ru (14 сентябрь 2019).
- ↑ Юлий Ким: "Я с Украиной не воюю…" . Эхо Москвы (28 ноябрь 2018).
- ↑ Литературные премии. Премия имени Булата Окуджавы . Дата обращения: 15 апрель 2009. Архивировано из оригинала 24 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 февраля 2000 года № 366 «О присуждении премии имени Булата Окуджавы 1999 года»
- ↑ О награждении медалью «Защитнику свободной России» . kremlin.ru (22 август 2001). Дата обращения: 12 май 2016.
- ↑ Юлий Ким стал лауреатом национальной премии «Поэт» . Colta.ru (13 апрель 2015). Дата обращения: 13 апрель 2015.
- ↑ Лауреаты Премии Московской хельсинкской группы в области защиты прав человека в 2016 году . Права человека в России (12 май 2016). Дата обращения: 12 май 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галичу 90 лет (Ким) Викикитапханала | |
Ким Юлий Черсанович Викимилектә | |
Ким Юлий Черсанович Викияңылыҡтарҙа |
- Ҡалып:BardsRu
- Максим Мошков китапханаһында Ким Юлий Черсанович
- Ҡалып:Community.livejournal
- Юлий Ким на сайте СУНЦ МГУ (ФМШ-18)
- Юлий Ким на сайте иронической поэзии
- Юлий Ким на сайте «Хронос»
- Ким Юлий Черсанович // Фестиваль авторской песни «Под интегралом» 40 лет спустя, Фотоархив СО РАН, 2008
- Корифей бардовской песни (Интервью с Юлием Кимом), "Неделя"(Германия, 2006 год)
- Грета Ионкис Пасынок века Юлий Ким, или Пьеро, притворившийся Арлекином 2022 йыл 22 февраль архивланған., za-za.net № 12/2, 2011
- «Он с самого детства не терпел жидоедства» . Интервью Ю. Кима М. Гуровой. Букник (23 декабрь 2012). Дата обращения: 2020-1-22.
- Юлий Ким: Каждый раз я шёл защищать наших детей . Интервью Ю. Кима М. Свешниковой. Правмир (26 февраль 2014). Дата обращения: 23 декабрь 2014.
- Юлий Ким: «Пятая колонна», или сумасшествие после Крыма . Интервью Ю. Кима С. Новгородцеву. BBC (2 декабрь 2014). Дата обращения: 2020-1-22.
- Культ личности. Юлий Ким. Ведущий — Леонид Велехов . Радио «Свобода» (7 февраль 2015).
- Лидия Симакова. Юлий Ким: «Мысль о войне с Украиной не могла прийти в голову даже в дурном сне» . tv2.today (21 март 2019).
- 23 декабрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- Рәсәй автор-башҡарыусылары
- СССР автор-башҡарыусылары
- «Алтын Остап» премияһы лауреаттары
- Булат Окуджава исемендәге премия лауреаттары
- СССР хоҡуҡ яҡлаусылары
- Совет диссиденттары
- Шағирҙар:Үҙнәшер
- Шәхестәр:Иерусалим
- ПЕН-клуб ағзалары
- Мюзиклдар авторҙары
- Шәхестәр:Малоярославец
- Мәскәү Хельсинки төркөмө премияһы лауреаттары
- ВЛКСМ ағзалары
- СССР Кинематографистар союзы ағзалары
- Рус шағирҙары
- Рәсәй драматургтары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Рәсәйҙең XX быуат шағирҙары
- СССР шағирҙары