Камчатка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камчатка
Топография Камчатки
Топография Камчатки
Характеристикалары
Майҙаны270 000 км²
Иң бейек нөктәһе4835[1] м
Урынлашыуы
57° с. ш. 160° в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияОхот диңгеҙе, Беринг диңгеҙе, Тымыҡ океан
Дальневосточный ФО
Точка
Камчатка
 Камчатка Викимилектә

Камча́тка — Рәсәй биләмәһенең төньяҡ-көнсығышындағы ярымутрау Евразия өлөшөндә . Көнбайыш яғынан Охот диңгеҙе, көнсығыш яғынан — Беринг дингеҙе һәм Тымыҡ океан йыуа.

Ярымутрау көньяҡтан төньяҡҡа 1200 км-ға һуҙылған. Тар ғына муйын менән тоташҡан ( 93 км-ға тиклем)  — Парапольским долом. Иң ҙур киңлеге ( 440 км-ға тиклем) — Кроноц морононоң киңлегендә[2].

Ярымутрауҙың майҙаны 270 тыс. км²[3].

Ярымутрауҙың көнсығыш яғы ныҡ ҡырҡылыуы, ҙур ҡултыҡтар барлыҡҡа килтерә (Авачин ҡултығы, Кроноц ҡултығы, Камчатка ҡултығы, Күл ҡултығы, Карагин ҡултығы, Корфа ҡултығын) һәм бухтталар (Авачин бухтаһы, Карага, Оссора мороно һ.б.).Алыҫта диңгеҙҙә ҡаялы ярымутрауҙар күтәрелә (Шипун ярымутрауы, Кроноц ярымутрауы, Камчатка ярымутрауы , Күл ярымутрауы)[4].

Ярымутрауҙың урта өлөшөн ике параллель һырт бүлеп үтә — Средин һырты и Көнсығыш һырты, уларҙың араһында Урта камчатка уйһыулығы буйлап Камчатка йылғаһы аға.

Ярымутрауҙың иң көньяҡ нөктәһе — Лопатка мороно 50° 51′ 55″ төньяҡ киңлектә.

Ярымутрауҙың территорияһында Рәсәй субъекты Камчатка крайында урынлашҡан.

Вулкандары(янартауҙар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Янартауҙары Камчатка ярымутрауының төп иҫтәлекле урындары булып тора. Вулкандарҙың һүрәттәре Камчатка крайының (элек - Камчатка өлкәһе) һәм Петропавловск-Камчатский ҡалаларының флагында һәм гербында , шулай уҡ Камчаткала етештерелгән сувенирҙың күбеһендә ҡулланыла.

Вулканандарҙың әүҙемлеге уларҙың эргәһендәге йәки үҙендәге ваҡ ер аҫты һелкенеүҙәре сәбәптәренең береһе булып тора. Янартауҙар урғылыуы ваҡытында атмосфераға шлак, көл, ирегән тау тоҡомдарының ҡуйы төйөрҙәре, төрлө-төрлө газдар һәм һыу пары сығарыла.

Камчаткала бөтәһе 300-ҙән ашыу вулкан иҫәпләнә. Әүҙем һәм потенциаль әүҙем вулкандар булып 28-36 тирәһе иҫәпләнә. Ярымутрауҙа иң ҙур янартауҙар - Шивелуч, Ключевская, Ичинская, Коряк, Авачинская, Ҡарым һәм Кроноцкая вулкандары.

Ер тетрәүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Землетрясение на Камчатке 1997 года

Камчатка ярымутрауы Рәсәйҙең Сейсмик актив зонаһына инә. [5].

Күпселек камчатка ер тетрәүҙәре Курило-Камчатка улағы терәлгән субдукцион зонала 30—150 километр аралыҡта ярымутрутрауҙың көнсығыш ярында теркәлгән. [6],

2006 йылдың апрелендә көслө ер тетрәүҙәре була, 40 кеше яралана, һәләк булғандар теркәлмәй. 1000 кешене хәүефһеҙ урынға күсерәләр. Беренсе ер тетрәүе 61°00′ с. ш. 167°00′ в. д.HGЯO 7,6 магнитудаһы менән 21 апрель 00:25 урын ваҡыты буйынса үтә , уның артынса 4,3-тән алып 5,1-гә тиклем магнитуда менән киләһе көслө төртөү 30 апрель 5:58-ҙә 6,6 магнитудаға тиклем етеп ҡабат сейсмик тетрәүҙәргә килтерә. [7].

  1. Ключевская Сопка с 2013 года.
  2. Справочник туриста. Камчатка 2013 йыл 10 август архивланған.
  3. Быкасов В. Е. Ошибка в географии // Известия Всесоюзного Географического Общества. — 1991. — № 6.
  4. Большая советская энциклопедия, 3 изд. на основе:
    • Комаров В. Л., Ботанический очерк Камчатки, в кн.: Камчатский сб., т. 1, М.—Л., 1940;
    • 3анина А. А., Дальневосточные районы. Камчатка и Сахалин, Л., 1958 (Климат СССР, в. 6);
    • Любимова Е. Л., Камчатка, М., 1961;
    • Ливеровский Ю. А., Карманов И. И., Почвы, в кн.: Дальний Восток, М., 1961;
    • Геология СССР, т. 31 — Камчатка, Курильские и Командорские острова, М., 1964;
    • Пармузин Ю. П., Северо-Восток и Камчатка, М., 1967;
    • Север Дальнего Востока, М., 1970;
    • Кашинцев Б., Камчатка сегодня и завтра, Петропавловск-Камчатский, 1970.
    • С. Л. Кушев, В. И. Тихонов (геологическое строение).
  5. Инфографика: Сейсмически опасные зоны России — РИА Новости.
  6. С. А. Федотов. Камчатка готовится к землетрясениям. Исследования по вулканологии и сейсмологии, их развитие и значение на Камчатке, история отечественной науки (статьи и очерки 1973—2002 гг.).
  7. Магнитуда 7,6 — Корякия, Россия 2009 йыл 21 декабрь архивланған.  (инг.). Геологическая служба США.