Эстәлеккә күсергә

Ер тетрәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ер тетрәү
Рәсем
Нимәлә үлсәнә шкала Рихтера[d]
Обрабатывается, смягчается или управляется earthquake preparedness[d], earthquake warning system[d][1], сейсмоусиление[d], earthquake-resistant structures[d] һәм Прогноз землетрясений[d]
 Ер тетрәү Викимилектә
1906 йылда Сан-Францискола булған ҡот осҡос ер тетрәүҙән һуң
Ер аҫты ер тетрәүенән һуң үткән цунами емереклектәре
Японияла булған ер тетрәү эҙемтәләре — юл уртаға ярыла

Ер тетрәү — тәбиғи сәбәптәр (ер аҫтындағы тектоник процесстар) йәки яһалма процесстар (шартлатыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу, ер аҫтындағы бушлыҡтарҙы емереү) арҡаһында барлыҡҡа килгән тирбәлештәр, күсештәр; Ҙур булмаған ер тетрәү вулкан атылғанда, лава күтәрелгәндә булыуы мөмкин.

Йылына бер миллионға яҡын көсһөҙ һәм бер нисә мең көслө ер тетрәү теркәлә. Көслө ер тетрәүҙәр етди емереклектәргә алып килә. Ер аҫтында ундарса километр тәрәнлектә ятҡан тау тоҡомдары күсә башлай. Был күренеш мантияның өҫкө өлөшөн төҙөгән плиталарҙың үҙ-ара тоташҡан йөйөндә булыусан. Плиталар һәр ваҡыт хәрәкәттә. Плиталарҙың ҡырҙары тейгән урында ер тетрәү барлыҡҡа килә. Иң көслө тирбәлеш булған урынды ер тетрәү үҙәге (эпицентр) тип йөрөтәләр. Ер тетрәүҙәр йыш булған урынды сейсмик хәүефле урын тип атайҙар.

Ер тетрәүҙәр, ғәҙәттә, таулы өлкәләрҙә йыш теркәлә. Тымыҡ океан яры буйлап иң күп ер тетрәүҙәр булыусы һыҙыҡ үтә. Был күренеш бик күп бәлә-ҡазалар алып килә. Ҙур-ҙур ҡалалар емереклектәр хәленә ҡалырға мөмкин. Емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләргә ҡурҡыныс янай. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килә, йылғалар үҙ юлдарын үҙгәртә, һыу баҫыуҙар, цунамиҙар барлыҡҡа килә.

Ер тетрәү — ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы буйынса тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген ер тетрәү айырыла.

Ер тетрәү характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер тетрәү энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла. Магнитуда ҡиммәттәренә (1—9) нигеҙләнгән ер тетрәү классификацияһы Рихтер шкалаһы тип атала. Ер өҫтө һелкенеү дәрәжәһе менән характерланған ер тетрәү көсө сейсмик балдарҙа баһалана. Халыҡ-ара 12 баллы шкала буйынса көсһөҙ — 1—3 балл, уртаса — 4, арыу уҡ көслө — 5, көслө — 6, бик көслө — 7, һәләкәтле — 8, емергес — 9, ҡаты — 10, катастрофик — 11, үтә көслө катастрофик — 12 баллы ер тетрәүҙәргә бүленә. Һәләкәтле ер тетрәү эффекты быуаларҙың, һыуһаҡлағыстарҙың йырылыуы, шыуғын һәм ишелмәләрҙең төшөүе, цунамиҙарҙың килеп сығыуы менән көсәйә.

Көслө ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килгән процестар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тымыҡ океанда цунами тулҡындарының таралыуы, Япониялағы ер тетрәү (2011)

Ер тетрәү көслө төртөлөүҙән башлана, артабан Ер эсендә тау тоҡомдарының ярылыуы һәм хәрәкәте (бер урындан икенсе урынға күсеүе) башлана. Әлеге урын ер тетрәү үҙәге йәки гипоүҙәк тип атала. Уның тәрәнлеге ғәҙәттә 100 километрҙан ашмай, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа 700 километрға барып етә. Үҙәк тәрәнлеге буйынса нормаль (70-80 км), ике урталыҡтағы (80-300 км) һәм тәрән ер тетрәүҙәр (300 км ашыу) бүленә[2].

Ҡайһы бер осраҡтарҙа ер ҡатламдары бер-береһенә ҡаршы этәрелә. В других — земля по одну сторону разлома опускается, образуя сбросы. Йылға үҙәндәрен киҫеп үткән урындарҙа шарлауыҡтар барлыҡҡа килә. Ер аҫты мәмерйәләренең көмбәҙҙәре ярыла һәм емерелә. Ер тетрәүҙән һуң ҙур майҙандар бата һәм һыу аҫтында ҡала. Ер тетрәүҙәр тупраҡтың өҫкө, йомшаҡ ҡатламдарын битләүҙәрҙән ҡыҫырыҡлап сығара, ишелмәләр барлыҡҡа килтерә, тупраҡ шыйыҡланыуы мөмкин[3]. 1906 йылда Калифорнияла ер тетрәү ваҡытында 477 километрлыҡ участкала 6-8,5 м тиклем арауыҡта ерҙең шылыуы күҙәтелә[4].

Ер тетрәү ваҡытында ярылыу яҫылығында юғары температура үҫешә, ул быуланыу менән бәйле пар баҫымының күтәрелеүенә килтерә. Сейсмик фазалағы был күтәрелеү шыуыу тиҙлегенә һәм уның эволюцияһына һиҙелерлек йоғонто яһай ала, бигерәк тә постсейсмик фазала[5] пар баҫымының күтәрелеүе әкренләп эргә-тирәләге ярыҡтар селтәренә таралғанлыҡтан, ул тетрәнеү күренешен (афтершокты) контролдә тота ала.

Һыу аҫты ер тетрәүе (диңгеҙ тетрәүе) цунамиҙың сәбәбе булып тора — оҙон тулҡындар океандағы бөтә һыу ҡалынлығына көслө йоғонто яһау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, уның барышында диңгеҙ үҙәненең бер өлөшө ҡапыл урынынан шыла (күтәрелә йәки бата). Цунами теләһә ниндәй ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килә, әммә көслө ер тетрәүе (7 баллдан ашыу) арҡаһында барлыҡҡа килгән цунами ҙур көскә етә.

Ҙур ер массаларының киҫкен хәрәкәте ғәйәт ҙур төртөү менән оҙатылырға тейеш.

Ер тетрәүҙең көсөн һәм эҙемтәләрен үлсәү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер тетрәүҙәрҙе баһалау һәм сағыштырыу өсөн магнитудалар шкалаһы (мәҫәлән, Рихтер шкалаһы) һәм төрлө көсөргәнешлек шкалалары ҡулланыла.

Магнитудалар шкалаһы. Рихтер шкалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магнитудалар шкалаһы ер тетрәүҙе ҙурлығы буйынса айыра, ул ер тетрәүгә хас сағыштырмаса энергетик шкала булып тора. Бер нисә магнитуда һәм магнитуда шкалалары билдәләнгән:

  • локаль магнитуда (Ml);
  • ер өҫтө тулҡындары буйынса билдәләгән амплитуда (Ms);
  • күләмле тулҡындар менән билдәләнгән амплитуда (Mb);
  • ҡыҫҡа мәлле магнитуда (Mw)

Ер тетрәү энергияһын баһалау өсөн элек-электән иң популяр шкала булып Рихтерҙың локаль магнитудалар шкалаһы тора. Был шкала магнитуданың берәүгә артыуы бүленеп сыҡҡан сейсмик энергияның 32 тапҡырға артыуына тап килә. 2 магнитудалы ер тетрәү һиҙелерлек түгел тиерлек, шул уҡ ваҡытта 7 магнитудалы ер тетрәү ҙур майҙандарҙы биләй һәм ҡатламдарҙың түбәнге сигенә тап килә. Әммә 2002 йылдан башлап АҠШ-тың гелогик хеҙмәте көслө ер тетрәүе өсөн ҡыҫҡа мәлле амплитуданы ҡуллана.

Әгәр 1970—1980 йылдарҙа тарихта иң көслө ер тетрәүҙәр булып Эквадор яры буйындағы ер тетрәү (1906) һәм Санрикулағы ер тетрәү (1933) (икеһендә лә Ml = 8,9) һаналһа[6][7], XXI быуат башынан Бөйөк Чили ер тетрәүе иң көслө тип һанала (Ml =9,5)[8], Ml=8,4-8,5[6][9].

Ер тетрәүҙәрҙең көсөргәнешлеге (магнитуда буйынса баһалана алмай) тораҡ пункттарҙа килтергән зыян менән баһалана.

Көсөргәнешлек шкалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көсөргәнеш ер тетрәүҙең сифат характеристикаһы булып тора һәм ер тетрәүҙең ер өҫтөнә йоғонтоһон һәм кимәлен күрһәтә, кешеләргә, хайуандарға, шулай уҡ ер тетрәү зонаһындағы тәбиғи һәм яһалма ҡоролмаларға. Донъяла бер нисә көсөргәнешлек шкалаһы ҡулланыла:

  • Европа берлегендә — Европа макросейсмик шкалаһы (EMS),
  • Рәсәйҙә — Медведев — Шпонхойер — Карник шкалаһы,
  • Японияла — Япония метеорологик агентлығы (Shindo),
  • АҠШ-та — яңыртылған Меркалли шкалаһы (MM):

Ер тетрәүҙәрҙең көсөргәнешлек шкалаһы буйынса дөйөм характеристикаһы:

  • 1 балл (һиҙелерлек түгел) — махсус ҡулайламалар менән генә билдәләнә;
  • 2 балл (бик көсһөҙ) — биналарҙың өҫкө ҡаттарында бик һиҙгер йорт хайуандары һәм ҡайһы бер кешеләр генә тоя;
  • 3 балл (көслө) — үҙен ҡайһы бер биналар эсендә генә һиҙҙерә (йөк машинаһы төкөгәненә тиң);
  • 4 балл (уртаса) — ер тетрәүе күп кеше билдәләй; тәҙрәләр һәм ишектәр тирбәлеү ихтималлығы;
  • 5 балл (ярайһы уҡ көслө) — аҫылмалы әйберҙәрҙең тирбәлеүе, иҙән шығырлауы, быяла зыңҡылдауы, эзбиздең ҡойолоуы;
  • 6 балл (көслө) — биналарҙың еңелсә зыян күреүе: штукатуркалағы, мейестәрҙәге ярыҡтар һ.б.;
  • 7 балл (бик көслө) — биналарҙың ҙур зыян күреүе; штукатуркалағы ярыҡтар һәм айырым киҫәктәрҙең ярылыуы, диуарҙарҙағы йоҡа ярыҡтар, мөрйәләрҙең зарарланыуы; дымлы тупраҡтағы ярыҡтар;
  • 8 балл (емергес) — Биналарҙың емерелеүе: диуарҙарҙағы ҙур ярыҡтар, кәрниздәрҙең, мөрйәләрҙең ҡолауы. Тау битләүҙәрендә бер нисә сантиметрға тиклем киңлек ишелмәләр һәм ярыҡтар;
  • 9 балл (һәләкәтле) — ҡайһы бер биналарҙағы емерелеүҙәр, диуаларҙың, ҡыйыҡтарҙың емерелеүе. Тауҙарҙа ишелмәләр. Ярыҡтарҙың хәрәкәт тиҙлеге 2 см/с етеүе мөмкин;
  • 10 балл (аяуһыҙ) — күп биналарҙың емерелеүе; ҡалғандары етди зыян күрә. 1 метрға тиклем киңлектәге ярыҡтар, ишелмәләр. Йылға үҙәндәренең емереклектәре арҡаһында күлдәр барлыҡҡа килә;
  • 11 балл (катастрофа) — Ер өҫтөндәге күп һанлы ярыҡтар, тауҙарҙа ҙур емереклектәр. Биналарҙың дөйөм емерелеүе;
  • 12 балл (көслө катастрофа) — ҙур күләмдә рельефтың үҙгәреүе. Ҙур ишелмәләр. Биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың дөйөм емерелеүе.

Медведев-Шпонхойер-Карник шкалаһы (MSK-64)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медведев-Шпонхойер-Карниктың 12-баллыҡ шкалаһы 1964 йылда эшләнә һәм Европала һәм СССР-ҙа киң таралыу ала. 1996 йылдан в странах Европа берлеге илдәрендә күпкә заманса Европа макросейсмик шкалаһы (EMS) ҡулланыла. СНиП II-7-81 «Сейсмик райондарҙағы төҙөлөш» нигеҙендә MSK-64 ята һәм Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә һаман да ҡуллана. Ҡаҙағстанда хәҙерге ваҡытта СНиП РК 2.03-30-2006 «Сейсмик райондарҙағы төҙөлөш» ҡулланыла.

Ер тетрәүҙең башҡа төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вулкан ер тетрәүҙәре — ер тетрәүҙең бер төрө, унда вулкан эсендәге юғары көсөргәнеш һөҙөмтәһендә ер тетрәү барлыҡҡа килә. Бындай ер тетрәүҙең сәбәбе булып аҫтан Ер өҫтөнә сыҡҡан лава (утлы шыйыҡ минераль матдә), вулкан газы тора. Бындай ер тетрәү төрө көсһөҙ, әммә бик оҙайлы була һәм күп тапҡыр — аҙналар һәм айҙар дауамында — ҡабатлана. Шуға ҡарамаҫтан, бындай типтағы ер тетрәү кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырмай. Бынан тыш, вулкан ер тетрәүе вулкан атылыуын алдан күрһәтеп тора, ә ул ауырыраҡ эҙемтәләргә килтереү ҡурҡынысы менән янай.

Тектоник һәм техноген ер тетрәү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тектоник ер тетрәү тау плиталары ауышҡанда йәки океан һәм континенталь платформаларының бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Бындай бәрелештәрҙә тауҙар йәки уйымдар барлыҡҡа килә һәм Ер өҫтөнөң тирбәлеүе күҙәтелә.

Ер тетрәүҙәргә кеше эшмәкәрлеге сәбәпсе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҙур һыуһаҡлағыстар төҙөгәндә һыу баҫыу урындарында тектоник әүҙемлек арта — ер тетрәү йышлығы һәм уларҙың магнитудаһы арта. Был һыуһаҡлағыстарҙа тупланған һыу массаһы үҙенең ауырлығы менән тау тоҡомдарында баҫымды көсәйтеүе, һыу булған кәрәҙҙәрҙә баҫым күтәрелеүе, ә ағып төшкән һыу тау тоҡомдарының көсөргәнешле көсөн кәметеүе менән бәйле. Һыуһаҡлағыс төҙөлөшө менән бәйле иң көслө ер тетрәүҙәрҙең береһе булып Койнагар ер тетрәүе тора. Ер тетрәү 1967 йылдың 11 декабрендә Койна плотинаһы районында була (6,4 магнитудалы)? 177 кеше һәләк була[10].

Нефть һәм газ сығарыуҙа ла шундай уҡ күренештәр була (Татарстандың Ромашкин нефть ятҡылығында 5-кә тиклем амплитудалы ер тетрәү булды) һәм ҙур ҡалаларҙы шахталарҙан, карьерҙарҙан күпләп сығарылған тау тоҡомдарынан төҙөгәндә. Шулай уҡ 8 баллы ер тетрәү Кузбасста ла була[11]. Бынан тыш, ер тетрәүҙәр тау тоҡомдарының баҫымы көсәйеү сәбәпле ҡоҙоҡтарға һыу һурҙырыу арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бындай иң көслө ер тетрәүҙәрҙең береһе 1967 йылда Денвер районында була, унда 3 километрлыҡ ҡоҙоҡҡа һыу һурҙырыла. ер тетрәү 5,2 магнитудалы була.[12].

Ер тетрәүгә ишелмәләр сәбәпсе булыуы мөмкин. Бындай ер тетрәүҙәр ишелмә ер тетрәүе тип атала, улар локаль һәм көсһөҙ була.

Ер аҫты һыуҙары йәки ер аҫты йылғалары йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән бушлыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Был осраҡта ер өҫтөнөң өҫкө ҡатламы аҫҡа табан емерелеп, ҙур булмаған һелкенеүҙәр тыуҙыра. Место, в котором непосредственно происходит землетрясение (столкновение плит) называется его очагом или гипоцентром. Ер тетрәү урыны (ҡатламдарҙың бәрелешеүе) уның үҙәге йәки гипоүҙәге тип атала. Ер тетрәү булған майҙан эпицентр тип атала. Иң ҡаты емереклектәр тап ошонда була[13].

Ер тетрәү яһалма рәүештә лә булырға мөмкин: мәҫәлән, шартлатҡыс матдәләрҙең күпләп шартлауы йәки ер аҫты йәҙрә шартлауы (тектоник ҡорал). Бындай ер тетрәүҙәр шартлатылған матдә күләменә бәйле. Мәҫәлән, 1961 йылдың 30 октябрендә СССР-ҙың термойәҙрә бомбаһын һынау ваҡытында ер ҡабығындағы сейсмик тулҡын ер шарын өс тапҡыр урап сыға.[14].

Уралда ер тетрәүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уралдағы ер тетрәү башлыса — тектоник, һирәгерәк ишелмә һәм техноген сығышлы. Тектоник ер тетрәү — Уралда 350—500 млн йыл, Урал янында 550 млн йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо һынылышлы боҙолоуҙарҙың хәҙерге әүҙемлеге, ишелмә — карст процестары, техноген ер тетрәү нефть һәм газ сығарыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу һ.б. менән бәйле. СССР Фәндәр Академияһының Ер физикаһы институтыты мәғлүмәттәре буйынса, 1693—1958 йылдарҙа Уралда (систематик теркәү 1913 йылдан башлап Екатеринбург ҡалаһы Урал сейсмик станцияһы алып барыла) 6 балға тиклем көслө ер тетрәү билдәле. Иң юғары сейсмик әүҙемлек Урта Уралға хас. Иң көслө ер тетрәү (5-6 балл) 1914 йылдың 17 авгусында Пермь губернаһы Белембай ҡасабаһында 350 мең км² майҙанлы территорияла була.

Шулай уҡ Башҡортостанда теркәлгән ер тетрәүҙәр билдәле:

  • 1878 йылдың 14 ғинуарында — Стәрлетамаҡ өйәҙе Бәйес һәм Бишҡайын ауылдары янында;
  • 1893 йылда — Өфө өйәҙе Вавилов ауылы, 1922 йылда — Благовещен заводы ҡасабаһы янында.
  • 1990 йылдың 28 майында Салауат районының Первомайский ҡасабаһы һәм Урмансы ауылы эргәһендә тирбәлеү интервалы 5 минут 18 секунд һәм үҙәге 33 км тәрәнлектә булған ер тетрәү теркәлгән.
  • 1997-98 йылдарҙа Өфөлә Рабкорҙар, Ҡариҙел һәм Тамбов урамдары районында ер ҡабығының бер нисә тирбәлеүе күҙәтелә.
  • 2005 йылдың 30 мартында Шишмә районы Ар ауылы 3-4 баллы көс менән ер тетрәү теркәлгән.
  • 2011 йылдың мартында Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районында Рихтер шкалаһы буынса 3,6 көслө һәм үҙәге 10 км тәрәнлектә булған ер тетрәү, бер үк ваҡытта Өфөлә локаль ер тетрәү була.

1990 йылдарҙа Геология институтының структура геологияһы лабораторияһы сейсмотектоник тикшеренеүҙәр алып бара (Ю. В. Казанцев), уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы территорияһының хәҙерге геодинамик режимын сағылдырған сейсмотектоник карта төҙөлә.

Сейсмотерминология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сейсмотерминология  — сейсмикаға ҡаршы проект эшендә ҡулланылған мөһим терминдар һәм мәғәнәләр йыйынтығы.

  • Сейсмикаға ҡаршы проект — яңынан проектланған һәм реконструкцияланған энергетика объекттарының сейсмик тотороҡлоғон тәьмин итеү саралары.
  • Ер тетрәү — ер өҫтө тирбәлеүе.
  1. https://www.usgs.gov/programs/earthquake-hazards/science/early-warning
  2. Геологический словарь — М.: Недра, 1973
  3. Гир, Шах, 1988, с. 52—56
  4. How long was the 1906 rupture? USGS Earthquake Hazards Program
  5. Vincenzo Guerriero, Stefano Mazzoli Theory of Effective Stress in Soil and Rock and Implications for Fracturing Processes: A Review (инг.) // Geosciences. — 2021/3. — В. 3. — Т. 11. — С. 119. — DOI:10.3390/geosciences11030119
  6. 6,0 6,1 Гир, Шах, 1988, с. 96
  7. Эйби, 1982, с. 253—254
  8. M 9.5 — Bio-Bio, Chile
  9. Эйби, 1982, с. 255
  10. Гир, Шах, 1988, с. 40—41
  11. Землетрясение на Бачатском было восьмибалльным
  12. Гир, Шах, 1988, с. 42
  13. Физическая география
  14. Дальнейшие разработки ядерного оружия. www.vniief.ru. Дата обращения: 1 апрель 2021.
  • Никонов А. А. Землетрясения… Прошлое, современность, прогноз. 3 е изд. М., 2009.