Пандемия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пандемия (грек. πανδημία — бөтә халыҡ) —  илдең бөтә территорияһында таралыу менән характерланған инфекцион ауырыу.  Күрше ил биләмәләрен,  ҡайһы саҡта донъяның күп илдәрен үҙ эсенә алған   (мәҫәлән, холера, грипп) эпидемия.

Ғәҙәттә,  пандемия  тигәндә  халыҡтың күп өлөшөндә[1][2], бер ыңғай тиерлек [3]   таралып китә алған сирҙе күҙ уңында тоталар. Бындай сирҙәр  тиҙ арала бөтөн илде, Ер шарын да солғап алырға һәләтле [4][5][6]..

Билдәле пандемиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Сәсәктән һәләк булыусы  ацтектар
 Натураль, йәғни ҡара  сәсәк менән сирләүсе ике йәшлек ҡыҙ (major Variola вирус, Бангладеш, 1975 йыл)

Ҡара сәсәк[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Натураль, йәғни, ҡара сәсәк — ныҡ йоғошло   вируслы инфекция. Был сир менән кешеләр сирләй.

Бөтә ер шарында киң таралған була.  Сирлеләрҙең  үлем осраҡтары  40 процентҡа еткән.

Көнсығышта  иртә урта быуаттарҙан (Һиндостанда —   viii быуаттан, Ҡытайҙа — X быуаттан ) яҙмалар һаҡланып ҡалған. Унда вариоляция тураһында һүҙ бара. Йәғни, ҡара сәсәкте профилактикалау  өсөн прививка эшләй торған булғандар. Ҡара сәсәк менән сирләгән кешенең яраһынан эрен алып, башҡаларҙың тәнендәге яраға һөрткәндәр.Һөҙөмтәһендә кеше еңел формала сирҙе үткәреп, артабан  ауырыуға бирешмәүсәнлек сифатына ирешкәндәр. 

Тупланып килгән фактик материал  ( һыйыр сәсәген  үткәргән һауынсыларҙың  ҡара сәсәк менән сирләмәүе, XVIII быуатта  инглиз армияһында кавалериялағыларҙың  пехотаға ҡарағанда күпкә әҙерәге  сирләүе,  хайуандар сәсәге (ат йәки һыйыр) менән зарарланыу — ҡара сәсәккә бирешмәүсәнлек тыуҙыра, тигән фекергә   алып килә.

Бынан һуң һыйыр сәсәге менән вакцинация эшләү таралып китә. Тик ваҡыт үтеү менән вакцинаның  һөҙөмтәлелеге кәмей икәнлеге асыҡлана, йәғни, нисәлер йылдан һуң   ревакцинация үткәреү  кәрәк булып сыға.

Әммә прививка һәм  ревакцинация эшләү зарурлығы эпидемия башланғас ҡына иҫкә төшө торған була.

Сираттағы фажиғә  1870-1874 йылдар араһында ҡуба.  Пандемия Төньяҡ  Америка континентын ғына түгел, ә Рәсәй һәм Европаны ялмап ала:[7]

  • 1870 йылда Бельгияла  сәсәк ауырыуынан 100 меңдән  81,8 - е вафат була. ; 1871 йылда —  416,8 һәм 1872 йылда — 156,0 ;
  • Пруссия ҡала — 130 мең самаһы кеше (1870 йылда 100 меңдән  17,52;  1871 йылда — 243,21; 1872 йылда — 262,37  );
  • 1870 йылда  Баварияла 100 меңдән  61,1-е,  1871 йылда 104,5-е вафат була;
  • Голландияла  1870-1873 йылдар эсендә 100 меңдән 435,5 кеше  сәсәк ауырыуынан вафат була  ;
  • 1870 йылда Англияла 100 меңдән  11-е, 1871  йылда 102,4-е һәм 1872 йылдарҙа 83,3 -е  (Лондонда, шуға ярашлы — 30,2; 242,2; 53,8,) сәсәк ауырыуынан вафат була;
  • һуңыраҡ Австрияға сәсәк һуңғараҡ үтеп инә.  — 189,92 1872 йылда ҡара сәсәктән мәрхүм була; 314,72 — йыл 1873; 174,34 — 1874 йыл.

Быға тиклем вакцинация үткәрелә пандемияһы булып ҡарамаҫтан үҫешә — ул халыҡтың күпселеге барлыҡҡа килеүе менән бәйле саралар нерегулярный ревакцинация буйынса ғалим.[7]

1928 йылда СССР-ҙа һәм Европа континентында натураль сәсәк тулыһынса контролгә алына. 1980 йылдарға тиклем вакцинация үткәрелгәнгә күрә, натураль сәсәк биологик ҡорал сифатында ҡараламай. Бөгөн натураль сәсәк бөтә донъяла юҡ ите лгән тип һанала. Шуға ҡарамаҫтан, натураль сәсәк вирусы, элекке ССР һәм АҠШ лабораторияларында юҡ ителмәгән. 2014 йылда тиклем һаҡлана. XX быуатта 300-500 миллион кешенең ғүмерен ҡыйҙы вирус.

Чума (Тағун)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  Бубон чумаһы ( тағун) ҡорбандарының  туғандар ҡәберлеге,   1720-1721 йылдар, Франция, Мартиго.
 Аугсбургта  1607-35  йылдарҙа тағундан иҫкәртеүсе табличкалар

Чума (Тағун) киҫкен, тиҙ тарала торған  үтә ҡурҡыныс   ауырыу төрө. Ныҡ йоғошло  ауырыуҙар төркөмөнән.   Көслө карантин талап итә. Сир бик ныҡ ауыр үтә.  Организмдың дөйөм   хәле  бөтә яҡлап та хөртәйә,  биҙгәк  тота. Лимфа төйөндәре, үпкә һәм башҡа эске ағзалар эшлектән сыға.  Йыш ҡына сепсис  үҫешеүе  өҫтәлә.

Ауырыу юғары леталь (үлем)  һөҙөмтә һәм ныҡ йоғошлолоҡ менән айырылып тора. Бубон чумаһында ( тағун)  үлем  95 процентҡа етһә, үпкә  формаһында  98-99 %-ҡа барып етә.

Хәҙерге ваҡытта дөрөҫ дауалау  һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары  5-10 %.-тан артмай.

1894 йылда,  бер үк ваҡытта ике ғалим: француз   Александр Йерсен  һәм япон Китасато Сибасабуро,  ауырыу тыуҙырыусы булып   бактерия—тағун таяҡсаһы тороуын асыҡлаған.

Хәҙерге ваҡытта  ла күп  илдәрҙә ауырыу  сығанағы һаҡланған тәбиғи усаҡтар бар әле. Кимереүселәр аша  кешеләрҙең зарарланыуы һаман да осрап тора[8].

Миллионлаған ғүмерҙе өҙгән, кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған  эпидемиялар:  

  • Юстиниан тағуны (541-700 йыл) — Мысыр биләмәләрнендә башланған  һәм шул ваҡыттағы бөтә цивилизацияларҙы солғап алған.  100 миллион тирәһе кеше һәләк булған. Византия яҡынса халҡының яртыһын юғалтҡан[9]
  • Ҡара үлем — 1347-1351  йылдарҙағы пандемия  Көнсығыш Ҡытайҙан башланып һәм xiv быуат уртаһында бөтә Европа буйлап  уҙа. Пандемия 34 миллионға тиклем кеше ғүмерен алып киткән (Европа халҡының өстән бер өлөшө)[10].
  • Өсөнсө пандемия — әгәр беренсе һәм икенсе пандемия урман янғынын хәтерләтһә,   (бик ҙур биләмә эсендә  5 йыл ҡоторонған) , өсөнсө пандемияның башланып тороуы халыҡтың аңына тиҙ генә барып етмәй тора. Сөнки, Юньнандағы тау үҙәндәренән йә тегендә,  йә  бында  сирҙең ҡабынып тороуы тураһында хәбәрҙәр 50 йыллап бер-туҡтауһыҙ килеп торған.  Рәсми рәүештә Кантондағы,  1850 йылдан[11] алып ҡабатланып тик торған  эпидемияларҙы пандемияның башы тип таныйҙар. 10 йыл эсендә пандемия (1894-1904)  Ҡытайҙы һәм  Һиндостанды ( 6 миллион  кешеһе  һәләк булған) иңләп үтә. Унан сауҙа юлдары аша  буйынса бөтә континенттарға ла тарала. 

Холера (ваба сире)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Холера, 1866 йылдағы картина

Холера ауырыуы оҙаҡ ваҡыт урындағы сирҙәрҙән булған[12]. Әммә 19 быуатта  иң киң таралған һәм  үлемесле сирҙәрҙең береһенә әйләнгән.  Тиҫтә миллионлап ғүмерҙе өҙә башлаған

  • Тәүге   пандемия   1816-1826 йылдарға ҡарай[13]. Пандемия Бенгалда башланып,1820 йылда бөтә  Һиндостан  буйынса таралып китә . 10 000 хәрби хеҙмәткәр һәм  һиндлыларҙың  һанһыҙ һәләк булыуына килтерә. Унан  пандемия Ҡытайға, Индонезияға  күсә (тик   Ява  утрауында ғына сир 100 000 тирәһе кешенең ғүмерен ҡыя) һәм Каспий диңгеҙенәсә барып етә . Һиндостан  ярымутрауында 1817 һәм 1860 йылдар арауығында  15 миллиондан ашыу үлем осрағы  иҫәпләнә. Тағы ла 23 миллион тирәһе 1865 - 1917 йылдар араһында вафат була.  Рәсәйҙә  был осорҙа үлгәндәр һаны 2 миллиондан ашҡан[14].
  • Икенсе  пандемия  1829-1851 йылдарға тура килә. 1831 йылда Рәсәйҙә (ҡара: Холера фетнәһе ), Венгрияла (100 000 тирәһе кеше вафат булған) һәм Германияла  тарала. 1832 йылда  Лондонға ( Бөйөк Британияла[15] 55 000 ашыу кеше вафат булған), Францияға, Канадаға (Онтарио) һәм АҠШ-ҡа (Нью-Йорк)  күсә[16]. 1834 йылда Төньяҡ Американың тымыҡ океан яр буйҙарына  барып етә . 1848 йылда Англия һәм Уэльста  холера 52 000 кеше ғүмерен өҙгән.  1832 - 1849 йылдар араһында 150 000  ашыу американлы вафат була[17] Считается, что между 1832 и 1849 годами более 150 000 американцев умерло от холеры.[18].
  • Өсөнсө    пандемия  1852-1860 йылдарҙа үтә. Иң  беренсе сиратта Рәсәйгә ҡағыла һәм миллиондан ашыу кеше ғүмерен өҙә. 1852 йылда эпидемия Индонезияның көнсығышында   килеп сыға.  1854 йылда Ҡытай һәм Японяға  үтеп инә. 1858 йылда Филиппинға һәм  1859 йылда Кореяға барып етә. 1859 йылда Бенгалда тоҡанған эпидемия  Иран, Ираҡ, әрәбстан ярымутрауы һәм Рәсәй биләмәләренә тарала.   1854-1855  йылдарҙа  Испанияла 236000 үлем осрағы теркәлгән. Мексикала 200 000  кеше ғүмере  өҙөлгән[19] 236 000 смертей было зарегистрировано в Испании в 1854—1855 годах.[20] Унесла 200 000 жизней в Мексике.[21].
  • Дүртенсе  пандемия 1863-1875 йылдарға ҡарай. Башлыса  Африка һәм Европа ҡалаларына ҡағыла. Мәккәгә хаж ҡылыусыларҙың иң кәмендә 90 000 -дән 30000-ңе ҡорбан булған. 1866 йылда Рәсәйҙә 90 000 кеше һәләк була. 1866 йылда Төньяҡ Америкала тоҡанған  эпидемия  50 000 тирәһе кешене һәләк итә[22]
  • Бишенсе   пандемия 1881-1896 йылдарҙа теркәлгән. 1883-1887 йылдар эсендә 250 мең  европалы һәләк булған. Ә Америка континентында   был һан кәмендә 50000-гә етә.1892 йылда  Рәсәй империяһында — 267 890, 120 000 — Испанияла, . 90 000 — Иранда һәм Японияла 60000 үлем осрағы теркәлә. 1892 йылда[23] 120 000 в Испании,[24]   Гамбургта  холера эсәр һыу сығанағына эләккән һәм   8606 кешенең ғүмерен өҙгән[25].
  •   Алтынсы пандемия 1899-1923 йылдарға тура килә. Европаға үтә ныҡ ҡағылмаһа ла, Рәсәйҙә көслө үтә[26]. 20 быуаттың тәүге сирегендә 500 000  рәсәйленең ғүмере өҙөлә.Һиндостанда ҡорбандар һаны  800 000-гә етә. 1902-1904 йылдарҙағы эпидемия Филиппинда  200 000  кешенең ғүмерен өҙгән[27].  1900-1930 йылдар эсендә  Мәккәгә хаж ҡылыусылар араһында  27 эпидемия теркәлгән. 1907-1908 йылдарҙа хаж ҡылыусыларҙан 20 000 ашыуы холераның ҡорбаны була.
  • Етенсе пандемия 1962-1966 йылдарға ҡарай.  Индонезияла башланып китә.  Штамм (сирҙе ҡуҙғытыусының бер популяцияһы) исеменән был пандемия тарихҡа Эль-Тор  атамаһы менән инә. 1963 йылда — Бангладешҡа , Һиндостанға  — 1964  йылда, һәм СССР-ға 1966  йылда барып етә[28].

Тиф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиф — дөйөмләштерелгән исем. Ул сир психика боҙолоуы фонында аяуһыҙ биҙгәк һәм көслө ағыуланыу менән барған инфекцион ауырыуҙары   берләштерә[29].  Иң билдәлеһе  — сыбартмалы  тиф, ҡорһаҡ тифы һәм кире ҡайтмалы  тиф. XIX быуаттың  беренсе яртыһына тиклем ауырыуҙы төркөмдәргә бүлмәйҙәр.1829 йылда — ҡорһаҡ тифы, 1843 йылда ҡайтмалы тиф айырым төркөмгә бүленә[30].

  • Б э. т.  430-427 йылдарҙа Пелопонесс һуғышы ваҡытында тиф эпидемияһы тоҡанып, афина ғәскәрҙәренең  һәм халҡының сиреге һәләк була. Сир Афинаны  көсһөҙләндерә һәм өҫтөнлөгөн юҡҡа сығара. Был ваҡиға  тарихи сығанаҡтарға  " Фукидид чумаһы"  тигән исем менән  инеп китә. 2006 йылға  тиклем эпидемияның  инфекция агенты  теүәл билдәле булмай. Афина акрополендә табылған туғандар ҡәберлеген тикшереп анализ үткәрелә һәм  сәбәпсеһе тиф бактериялары икәнлеге асыҡлана[10].
  • Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында  киң ҡолас менән   сабыртмалы тиф ( ҡара һарҡау) эпидемияһы таралған . Мәҫәлән, Польша һәм Рәсәйҙә 30 миллион самаһы кеше сабыртмалы  тиф  сирләгән, шуларҙың 3,5 миллион вафат була[9].

Киҙеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 — 1919 йылдарҙа миллион кешенең ғүмерен өҙгән испанка пандемияһы

Киҫкен (киҙеү) —тын юлының  киҫкен инфекцион ауырыуы булып тора. Сирҙе тыуҙырыусы вирус —    , киҫкен вируслы инфекция төркөменә  (ОРВИ)  ҡарай.

Әленән-әле  эпидемия  һәм хатта пандемия  фиғылында киҙеү тоҡанып ғына тора. Әлеге ваҡытта  киҙеү (грипп) вирусының   төрлө антиген спектрлы 2000 -дән  ашыу варианты асыҡланған.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының баһаһы  буйынса[31],   Ер йөҙөндә йыл һайын  эпидемия ваҡытында киҙеүҙең барлыҡ  штаммдарынан   250-нән 500-гә тиклем мең кеше вафат булып тора. Уларҙың күпселеге өлкән йәштәгеләр ( 65 йәштән олораҡ).

Ҡайһы бер йылдарҙа үлем һаны миллионға етә.

  •  Испан киҙеүе(штамп H1N1) — 1918-1919 йылдарҙа 40-50 миллион кешенең ғүмерен өҙгән ауырыу.
  • Азия киҙеүе (штамп H2N2) — 1957-1958 йылдарҙа 70 мең кеше һәләк була.
  • Гонконг киҙеүе (штамп H3N2) — 1968-1969 йылдарҙа  34 мең самаһы кеше һәләк булған. 
  • Ҡош киҙеүе (штамп H5N1) — 2003-2008 йылдарҙа яҡынса 360 кеше һәләк булған (сирләүселәр һаны яҡынса ике тапҡырға күберәк  булған).
  • Сусҡа киҙеүе (штамп А/H1N1) — 2009-2010 йылдарҙа 2600-ҙән ашыу кеше һәләк була[32].

Туберкулез[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер  халҡының өстән бер өлөшө кох таяҡсалары  йөрөтә. Һәр   секунд һайын  кемдер  уны үҙенә  йоҡтороп тора[33]. Яҡынса 5-10 процент осраҡта инфекция йәшерен үҫешеп, ваҡыт үтеү менән  әүҙем фазаға күсә. Тейешле дауа булмағанда,  яртыһынан ашыуы үлем менән тамамлана. Бөтә донъяла йыл һайын 8 миллион кеше туберкулез ауырыуы менән сирләп тора һәм 2 миллионы вафат була. XIX быуатта Европала[34] туберкулез өлкән йәштәгеләрҙән сирек тирәһен юҡ итә.  1918 йылда Францияла һәр алтынсы  үлемдең сәбәбе туберкулез була[35]. XX быуат дауамында яҡынса 100 миллион кеше туберкулездан вафат була. Алдынғы үҫешкән илдәрҙә лә туберкулез һаман иң төп проблемаларҙың береһе булып ҡала[36] .

Малярия (тапма сире)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тапма сире  тропик һәм субтропик төбәктәрҙә, шул иҫәптән ике Америка континентында, Азия һәм Африка илдәрендә киң таралған. Йыл һайын яҡынса 350-500 млн кеше был сирҙе йоҡтороп тора, шуларҙың 1,3-3 миллионы үлем менән тамамлана[37]. Ауырыуҙың  иң таралған өлкәһе булып (85-90 %)[38]    Африкалның  Сахаранан көньяҡтараҡ райондары тора. Барыһынан да күберәк,  5 йәшкә тиклемге балалар зарарлана[39]. Үлем осраҡтары  киләһе 20 йыл дауамында ике тапҡырға артасаҡ тип көтөлә. Был  тапма плазмодиеның  дарыуға өйрәнеүе, уның  тәьҫиренә  реакцияһы  кәмеүе менән бәйле[40].

Тапманың, моғайын, Рим империяһының емерлеүенә ҡағылышы барҙыр[41] . Сөнки, ауырыу  Рим биҙгәге тигән исем ала. Тапма плазмодийы (Plasmodium falciparum)  Африканан килтерелгән ҡолдар менән бергә Америка континентына барып эләккән. Урындағы халыҡҡа һәм колонистарға  етди  ҡурҡынысың булып килеп баҫҡан.

АҠШ-тағы граждандар һуғышы ваҡытында ике яҡтан да 1, 2 миллион самаһы һалдаттың тапма менән сирләү осрағы теркәлгән[42].

Проказа (махау ауырыуы)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проказа (махау ауырыуы)  Mycobacterium leprae  бациллаһы тарафынан  барлыҡҡа килә.  Был хроник сиргә  бик оҙайлы инкубация осоро хас. Уртаса 3-5 йыл тәшкил итә. Әммә фәнгә инкубация осороның оҙайлығы 40 йыл тәшкил иткән осраҡ та билдәле.

1985 йылдан алып  бөтә донъя буйынса  был ауырыуҙан 15 миллион кешене һауыҡтырыуға өлгәшкәндәр.

2002  йылда   өр-яңынан 763917 сирләү осраҡтары асыҡланған. 

Ошо ауырыу сәбәпле генә лә, бөтә донъяла инвалидтар һаны бер-ике миллион тирәһе тип фараз итәләр. 

Махау ауырыуы кешелеккә кәм  тигәндә, б.э.т. тиклем 600 йыл элек үк билдәле сир. 

Уның менән боронғо Ҡытай, Мысыр һәм Һиндостан  цивилизациялары яҡшы таныш булған.  

Юғары урта быуат  ваҡытында Көнбайыш Европа,  был  сирҙең  бығаса тиңдәше  булмаған ҡолас алыуы күҙәтелә . Тап ошо  ваҡытта бик күп һанлы лепрозорийҙар (изоляторҙар)  барлыҡҡа килә.

ВИЧ-инфекция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВИЧ — кешенең иммунодефицит вирусы  оҙайлы  инкубация осорона эйә.  ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияһы иммунодефицит синдромы булараҡ билдәлелек ала (СПИД).

ВИЧ-инфекциянан һәм СПИД-тан иң ныҡ зыян күргән илдәрҙә был пандемия уларҙың иҡтисади үҫешенә ҡамасаулай һәм халыҡтың фәҡирлектән арттыра.

  • ВИЧ — ВИЧ- инфекция һәм СПИД менән бәйле сирҙәрҙән ( ВИЧ/СПИД (ЮНЭЙДС) -кә ҡарата БМО-ың һәм  Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының (ВОЗ) Берҙәм программаһы   баһаһы буйынса) 1981 - 2006 йылдар араһында     25 миллион кеше үлгән. 2007 йыл  башына  бөтә донъяла 40 миллион самаһы кеше (Ер шары халҡының  0,66 % -ы) ВИЧ йөрөтөүсе булып тора.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Пандемия
  2. пандемия
  3. Пандемия
  4. Пандемия — Краткая медицинская энциклопедия — Библиотека Природы 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
  5. Пандемия
  6. Пандемия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. 7,0 7,1 Супотницкий М. В. Эволюционная патология. К вопросу о месте ВИЧ-инфекции и ВИЧ/СПИД-пандемии среди других инфекционных, эпидемических и пандемических процессов — М., 2009. — 400 с.
  8. Медицинский портал: Чума — врачам, студентам, пациентам 2011 йыл 17 август архивланған.
  9. 9,0 9,1 Даниэл М. Тайные тропы носителей смерти. — М.Прогресс, 1990, с.52 — ISBN 5-01-002041-6
  10. 10,0 10,1 Супотницкий М. В., Супотницкая Н. С. Очерки истории чумы: В 2-х кн. — Кн. I: Чума добактериологического периода. — М.: Вузовская книга, 2006. — 468 с. — ISBN 5-9502-0093-4.
  11. Супотницкий М. В., Супотницкая Н. С. Очерки истории чумы: В 2-х кн. — Кн. II: Чума бактериологического периода. — М.: Вузовская книга, 2006. — 468 с. — ISBN 5-9502-0093-4.
  12. .Kelley Lee (2003) «Health impacts of globalization: towards global governance». Palgrave Macmillan. p.131. ISBN 0-333-80254-3
  13. John Pike. Cholera- Biological Weapons. Globalsecurity.org. Дата обращения: 26 август 2010.
  14. By G. William Beardslee. The 1832 Cholera Epidemic in New York State. Earlyamerica.com. Дата обращения: 26 август 2010.
  15. Asiatic Cholera Pandemic of 1826–37. Ph.ucla.edu. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  16. The Cholera Epidemic Years in the United States. Tngenweb.org. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  17. Cholera’s seven pandemics, cbc.ca, December 2, 2008
  18. The 1832 Cholera Epidemic in New York State — Page 2. By G. William Beardslee
  19. Asiatic Cholera Pandemic of 1846—1963 (недоступная ссылка). UCLA School of Public Health.
  20. Kohn George C. Encyclopedia of plague and pestilence: from ancient times to the present. — Infobase Publishing, 2008. — P. 369. — ISBN 0-8160-6935-2.
  21. Byrne Joseph Patrick. Encyclopedia of Pestilence, Pandemics, and Plagues: A-M. — ABC-CLIO, 2008. — P. 101. — ISBN 0-313-34102-8. 2013 йыл 9 май архивланған.
  22. Eastern European Plagues and Epidemics 1300–1918. Shtetlinks.jewishgen.org. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  23. Cholera – LoveToKnow 1911. 1911encyclopedia.org (27 октябрь 2006). Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  24. The cholera in Spain, New York Times (20 июнь 1890). 8 декабрь 2008 тикшерелгән.
  25. Barry John M. The Great Influenza: The Epic Story of the Greatest Plague in History. — Viking Penguin, 2004. — ISBN 0-670-89473-7.
  26. cholera :: Seven pandemics, Britannica Online Encyclopedia
  27. John M. Gates, Ch. 3, «The U.S. Army and Irregular Warfare» 2014 йыл 29 июнь архивланған.
  28. Cholera (pathology). Britannica Online Encyclopedia.
  29. Тиф // Энциклопедический словарь медицинских терминов. В 3-х томах / Гл. редактор Б. В. Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1982. — 1424 с. — 100 000 экз.
  30. INFECTIOUS DISEASES IN HISTORY. A guide to their causes and effects
  31. NIH Research Matters has moved 2009 йыл 11 май архивланған.
  32. Число жертв "свиного гриппа" в мире превысило 2,6 тыс. человек, InterFax (27.08.2009).
  33. World Health Organization (WHO). Tuberculosis Fact sheet N°104 — Global and regional incidence. March 2006, Retrieved on 6 October 2006.
  34. Multidrug-Resistant Tuberculosis. Centers for Disease Control and Prevention.
  35. Torrey EF and Yolken RH. 2005. Their bugs are worse than their bite. Washington Post, April 3, p. B01. Birdflubook.com. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  36. Immune responses to tuberculosis in developing countries: implications for new vaccines. Nature Reviews Immunology 5, 661—667 (August 2005).
  37. Campbell, Neil A. et al. «Biology» Seventh edition. Menlo Park, CA: Addison Wesley Longman, Inc. 2005
  38. Greenwood BM, Bojang K, Whitty CJ, Targett GA Malaria. — 2005. — Т. 365. — С. 1487-1498.
  39. Hull, Kevin. (2006) «Malaria: Fever Wars». PBS Documentary(недоступная ссылка)
  40. White NJ (April 2004). «Antimalarial drug resistance». J. Clin. Invest. 113 (8): 1084–92. DOI:10.1172/JCI21682. PMID 15085184.
  41. DNA clues to malaria in ancient Rome. BBC News. February 20, 2001.
  42. A Brief History of Malaria. Infoplease.com. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 28 апрель 2013 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гезер. Береһен дә ҡалдырмай торған ауырыуҙар  тарихы. 2  өлөштән /   Профессор Гезер  хеҙмәте. Немец теленән тәржемә  — СПб.: Эске Эштәр Министрлығы типографияһы  , 1867. VI,IV,c 423. + IV,224,48,21;.
  • А. Ф. Дәүләтшин, С. О. Соловова, Петручук О. Е.  Донъяла холера пандемияһы  [1] һәм  Рәсәй федерацияһында  уны иҫкәртеү.