Һыу баҫыу


Һыу баҫыу — һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә ҙур территорияның һыу аҫтында ҡалыуып экономикаға, социаль сфераға, тәбиғи мөхиткә зыян килтерә торған афәт[1].
Көнбайыш Европала Дунай, Сена, Рона, По һәм башҡа йылғаларҙа, Ҡытайҙа — Янцзы һәм Хуанхэ, АҠШ-та Миссисипи һәм Огайо йылғаларында ташҡын була. Шулай уҡ Днепр (1931), Волга (1908 и 1926), Амур (2013) йылғалары йыш таша.
Һыу баҫыу төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ташҡын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ташҡын — даими рәүештә ҡабатлана торған йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеү, ғәҙәттә яҙын ҡар иреү һәм яуым-төшөмдәр менән бәйле. Түбән урындарҙы һыу баҫа. Тупраҡтың дым менән туйынып йәки ҡышҡы туңлыҡтан һуң инфильтрация һәләте түбән булғанда ташҡын һәләкәт сифатында була. Тышҡын ваҡытында яуым-төшөмдәр күп булыуы ла һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерә.
Һыу ташыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу ташыу — ҡойма ямғырҙар, ҡайһы саҡта ҡапыл йылытып ҡар эреү менән бәйле һыу ятҡылыҡтарының кимәле күтәрелеү. Ташҡындар айырмалы булараҡ һыу ташыу йылына бер нисә тапҡыр ҡабатланыуы мөмкин. Ҡойма ямғырҙар ваҡытындағы һәм ҡышын ҡапыл йылытып ебәреүҙән килгән һыу ташыуы бигерәк тә хәүефле.
Һыу ағымына ҡаршылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҙын боҙ киткән осорҙа йылғаның боҙҙан асылмаған йәки тарайған өлөшөндә ағып килгән боҙҙар йыйылып тығын барлыҡҡа килтерә. Тығын барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә һыу кимәле күтәрелеп, тирә-яҡ биләмәләр һыу аҫтында ҡала. Был күренеш ҡыштан һуң ҡар иреү миҙгеленә бәйле.
Килтерелгән зыян буйынса һыу баҫыуҙы квалификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбән (кесе)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бындай һыу баҫыу йылға үҙәндәренә хас. Ауыл хужалығының 10 % ере зыян күреүе ихтимал. 5—10 йылға бер тапҡыр осрай.
Хәүефле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бик ҙур территорияны биләп, матди зыян килтерә. 10—20 % ауыл хужалығы ерҙәрен баҫа. Урында хужалыҡ итеү, көнкүреш тәртибе өлөшләтә боҙола. Халыҡты өлөшләтә күсереү кәрәк була. 20—25 йыл һайын ҡабатлана.
Ныҡ хәүефле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
50—70 % ауыл хужалығы ерҙәрен, торлаҡтарҙы баҫа, ҙур матди зыян килтерә, урында хужалыҡ итеү, көнкүреш тәртибе тутҡарлана. Урындағы халыҡ эвакуациялана. 50—100 йылға бер була. Миҫал, Томск ҡалаһындағы 1947 йылғы ташҡын.
Афәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кешеләр үлеменә, экологик һәм матди зыян килтереүсе һыу ҙур территорияны биләп ала. 70 % ауыл хужалығы ерҙәре, торлаҡтар, сәнәғәт предприятиелары, коммуникация селтәрҙәре һыу аҫтында ҡала. Афәт күргән йөҙҙәрсә мең кешене эвакуациялау талап ителә. Гуманитар проблеманы хәл итеү өсөн башҡа илдәрҙең ярҙамы кәрәк була. Бер илдең проблемаһы бөтә донъя проблемаһына әйләнә. Бындай катастрофик хәл 200—300 йылға бер килә.
Һыу баҫыу сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙайлы ямғырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абиссиния (Эфиопия) ҡалҡыулығындағы йәйге ямғырҙар һөҙөмтәһендә йыл һайын Нил йылғаһы ныҡ ташып, үҙәндәрен баҫа. Быны Боронғо Мысырҙа яҡшы белгәндәр һәм ауыл хужалығында ҡулланғандар: ташҡын тупраҡ өсөн туҡлыҡлы ләм, сөсө һыу алып килә, шул уҡ мәлдә йыйып алынмаған уңышты баҫып һәләк итә.
Ҡар иреүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарҙың ҡапыл иреү, бигерәк тә ер туң булған мәлдә, һыу баҫыуға килтерә. Уның һөҙөмтәһе төрлөсә булыуы мөмкин, башҡа факторҙар менән ҡушылғанда бик хәүефле лә булыуы ихтимал.
Цунами тулҡыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер тетрәү йә океанда вулкан уяныуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән цунами тулҡыны диңгеҙ ярҙарын, уртауҙарҙы баҫа. Бындай күренеш Япония ярҙарына, Тымыҡ океандың башҡа утрауҙарына хас. Бындай ҙур тулҡын күлдәрҙә, ҡултыҡтарҙа ярҙарында ярҙарындағы ер ишелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Быуа йәки һыуһаҡлағыстарҙың йырылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бындай саҡтарҙа ағым көсө бик ҡеүәтле була. Ташҡын ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юлындағы барлыҡ нәмәләрҙе емереп ағыҙып алып китә. Шуның өсөн ул ҡайһы саҡта цунами тулҡынынан да ҡурҡынысыраҡ.
Башҡа сәбәптәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шторм, дауыл, ер ишелеүе, йәки ҡалаларҙа ямғыр канализацияһы тығылыуы һөҙөмтәһендә һыу баҫыуы ихтимал.
Прогнозлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға ташыуын күҙаллар өсөн уның юлы һәм яуын мәлендәге торошон оҙаҡ йылдар күҙәтеүҙәр тураһында тулы мәғлүмәт кәрәк[2].
Метеорология станцияһының яуым-төшөм тураһындағы мәғлүмәттәре метеорологических радиолокационных станций (ингл. Weather radar) һыу баҫыуҙы иҫкәртергә ярҙам итә.
Рәсәйҙәге һыу баҫыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Краснодар крайын һыу баҫыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был төбәктә һыу баҫыу йыл да ҡабатланған афәт. Уның кимәле һауа шарттарына бәйле. Шулай ҙа социаль өлкә күьерәк сәбәпсе — һыубаҫар туғайҙарҙа йорттар төҙөү, йылға үҙәнен ҡыйлау һ.б.
Мәскәүҙе һыу баҫыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәскәү тарихында йылға ташыу осраҡтары йыш теркәлгән. 1496 йылғы йылъяҙмала һыуыҡ ҡыш һәм яҙғы көслө ташҡын тураһында һүҙ бара. 1518 йылдың июлендә һәм 1566 йылдың авгусында оҙайлы ямғыр арҡаһында ҡаланы һыу баҫа. XVII быуатта яҙғы өс ташҡын билдәле: 1607, 1655, 1687 йылдарҙа. XVIII быуатта алты ташҡын — 1702, 1703, 1709, 1778, 1783 и 1788 йылдарҙа. Мәскәүҙәге иң ныҡ һыу баҫыу осрағы 1908 йылда була.
Санкт-Петербургтағы һыу баҫыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Санкт-Петербург ҡалаһындағы һыу баҫыуҙар башлыса Балтиктағы циклондарға бәйле. Тарихта һаҡланған иң көслө ташҡын 1691 йылда була: Нева йылғаһындағы һыу 762 сантиметрға күтәрелә.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гидрология
- Защита от наводнений в Нидерландах
- Внезапный паводок
- Предупреждение и ликвидация чрезвычайных ситуаций
- Ҡоролоҡ
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наводнения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- База данных по крупнейшим наводнениям (на английском языке) 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған. (инг.)
- Общая информация и хронология наводнений в Санкт-Петербурге на реке Неве
- Наводнения в Москве.
- Самые ужасающие наводнения в истории 2017 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған..
- «Russian — King County Flood Safety Video.» (рус.) ( 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.) — King County Flood Control District, Округ Кинг, Вашингтон, США — YouTube