Миссисипи (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Миссисипи
ингл. Mississippi River
Миссисипи (төньяҡтараҡ аҡҡан урыны) Сент-Луиста
Миссисипи (төньяҡтараҡ аҡҡан урыны) Сент-Луиста
Характеристика
Оҙонлоғо 3734 км
Бассейн 2 981 000 км²
Һыу сығымы 12 743 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Николетт-Крик
 · Бейеклеге 450 м
 · Координаталар 47°14′23″ с. ш. 95°12′27″ з. д.HGЯO
Тамағы Мексика ҡултығы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 29°09′13″ с. ш. 89°15′03″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Ил Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Миссисипи (йылға) (АҠШ)
Blue 0080ff pog.svg
Blue pog.svg
Blue 0080ff pog.svg — инеше, Blue pog.svg — тамағы
Миссисипи Викимилектә

Миссисипи (ингл. Mississippi, МФА: [ˌmɪsəˈsɪpi]; оджибв телендә misi-ziibi или gichi-ziibi — «оло йылға») — АҠШ-тағы йылға, донъялағы иң һур йылғаларҙың береһе. Миссисипи — Төньяҡ Америкала иң эре йылғалар системаһының төп йылғаһы [1][2]. Ул Америка ҡушма штаттары биләмәһендә генә аға, шулай ҙа уның һыу бассейны Канадала ла таралыу алған. Миссисипиҙың башы Николетт-Крик тип тә [3] ҡойған Айтаска күле тип тә иҫәпләнә[4].

Сығанаҡ Миннесота штатында диңгеҙ кимәленән 530 м бейеклектә урынлашҡан. Йылға күберәген көньяҡҡа табан аға һәм оҙонлоғо 3770[2] километрға етә, Мексика ҡултығына киң дельта яһап барып ҡоя. 10 штат биләмәһе буйынса ағып үтә. Бассейны 31 штатты эсенә ала. Ул донъялағы иң ҙур йылғаларҙан дүртенсе урында, тулы һыулылығы буйынса туғыҙынсы урында тора.

Миссисипи Висконсин, Айова, Иллинойс, Миссури, Кентукки, Теннесси, Арканзас, Миссисипи һәм Луизиана штаттарының сигенән, йәки ошо штатар аша ағып үтә.

Ҡушылдыҡтары һәм күлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Огайо йылғаһының Миссисипиға ҡушылыуы, Иллинойс штаты

Иң оҙон ҡушылдығы — Миссури. Миссури АҠШ-тағы иң оҙон йылға, ул өс йылға ҡушылғандан( Джефферсон, Мадисон һәм Галлатин) барлыҡҡа килгән. Иртыш менән бер рәттән Миссури донъяла иң ҙур ҡушылдыҡ йылға иҫәпләнә. Джефферсон һәм Миссури менән бергә ҡушып алғанда, Миссисипи Төньяҡ Америкала иң ҙур йылғалар системаһын тәшкил итә. Башланған урыны Джефферсондан алып, ҡойған урынына хәтле — 6300 километр.

Арканзас йылғаһы оҙонлоғо буйынса ҡушылдыҡтары араһында икенсе урында тора. Иң тулы һыулы ҡушылдығы булып Огайо иҫәпләнә. Иң ҙур ҡушылдыҡтары булып Иллинойс (һул ҡушылдыҡ), Де-Мойн, Ред-Ривер (уң ҡушылдыҡтар) иҫәпләнә.

Миннесота штаты Гранд-Рапидс ҡалаһынан алыҫ түгел, Уиннибигошиш күле барлыҡҡа килтерә.Күлдең киңлеге 11 километрғаса етә.Оналаска күлен дә әйтеп китергә кәрәк. Был күл Висконсин штаты Ла-Кроссанан алыҫ түгел, киңлеге 6,4 км. Шулай уҡ Пепин күленең киңлеге — 3,2 км. Тәүге икеһе күл булараҡ та, һыу һаҡлағыс булараҡ та билдәле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. United States Geological Survey Hydrological Unit Code: 08-09-01-00- Lower Mississippi-New Orleans Watershed
  2. 2,0 2,1 Lengths of the major rivers. United States Geological Survey. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 май 2013. 14 март 2009 тикшерелгән.
  3. Миссисипи (йылға) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Mississippi River — Encyclopaedia Britannica