Мексика ҡултығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мексика ҡултығы
УрынлашыуыАтлантик океан 
Майҙаны1 543 000 км²
Күләме2 332 000 км³
Төньяҡ Америка
Точка
Мексика ҡултығы
Мексика ҡултығы
Мексика ҡултығы
 Мексика ҡултығы Викимилектә

Мексика ҡултығы (исп. Golfo de México, ингл. Gulf of Mexico, франц. Golfe de Mexique) — Атлантик океандың эске диңгеҙе.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мексика ҡултығы төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан һәм көнсығыштан АҠШ (Флорида, Алабама, Миссисипи, Луизиана һәм Техас штаттары), көньяҡта һәм көняҡ-көнбайышта — Мексика (Тамаулипас, Веракрус, Табаско, Кампече һәм Юкатан штаттары) яр буйҙары, һәм шулай уҡ Куба утрауы менән сикләнгән[1]. Майҙаны — 1543 мең км², күләме — яҡынса 2332 мең км³[2].

Йәйге осорҙа ныҡ йылынған һыуҙың энергияһы көслө тропик штормдар (Катрина, Густав, Иван һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Иң йылы һыу ятҡылыҡтарының береһе булып тора[3]

Мексика ҡултығы яҡынса 300 миллион йыл элек литосфера плиталарының тектоникаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Ҡултыҡ бассейны овал формаһында, уның киңлеге яҡынса 1,5 мең километр тәшкил итә.

Флорида боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә Юкатан боғаҙы аша Кариб диңгеҙе менән тоташа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мексиканский залив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. General Facts about the Gulf of Mexico. epa.gov. Дата обращения: 27 декабрь 2006.
  3. General Facts about the Gulf of Mexico. Дата обращения: 27 декабрь 2006. Архивировано 8 февраль 2012 года.
  4. Huerta, A.D., and D.L. Harry (2012) Wilson cycles, tectonic inheritance, and rifting of the North American Gulf of Mexico continental margin. Geosphere. 8(1):GES00725.1, first published on March 6, 2012, DOI:10.1130/GES00725.1

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]